Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Март , 11:05

Офицер үҫтергән ғаилә

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Мәрйәм һәм Ринат Иманғоловтарҙы Хәйбулла районында ғына түгел, республикала ла үткер ҡәләмле журналистар булараҡ яҡшы беләләр. Мәрйәм Ғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең баш мөхәррире булһа, Ринат Ғәле улы 40 йылға яҡын «Хайбуллинский вестник» гәзитендә эшләне. Ошоға тиклем улар менән бергә Хәйбулланың киң далаһы буйлап төрлө командировкаларға йөрөргә, теге йәки был саралар хаҡында хәбәрләшеп, эш буйынса аралашырға тура килһә, был юлы минең өсөн дә, Иманғоловтар өсөн дә ауыр осрашыу булды. Ҡаһарман яугир ата-әсәһенең йөрәк яраларын ҡайтанан ҡуҙғытып, улдары Рамаҙан хаҡында һөйләштек. Күҙ йәштәре аша ни тиклем әрнеп аралашһаҡ та, батыр улдары хаҡында һөйләгәндә, уның үлеменә әле булһа ла ышанып бөтмәгән ата-әсәнең күҙҙәрендә кинәт ғорурлыҡ сатҡылары ла сағылып китә. Эштә лә, тормошта ла һәр саҡ бергә булған Мәрйәм һәм Ринат Иманғоловтар хәсрәтле мәлдәрҙә бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, бар көстәрен туплап, үҙҙәрендә артабан йәшәргә көс табыуҙары менән һоҡландыра.

Офицер үҫтергән ғаилә
Офицер үҫтергән ғаилә

Ҡарағайҙай ғорур, Урал ҡаялары кеүек ныҡ, Алпамышалай баһадир кәүҙәле, алсаҡ, ихлас Рамаҙан ғаиләлә икенсе бала була. Уның Рөстәм исемле ағаһы бар. Әйткәндәй, ағалы-ҡустылылар бер-береһенә шул тиклем оҡшаған, күптәр уларҙы айырмай ҙа.
Рамаҙан бәләкәйҙән ҡыҙыҡ-һыныусан бала булып үҫә. Уның бар тирә-йүнде тиҙерәк белгеһе, төрлө һорауҙарға яуап тапҡыһы килә. Иманғоловтар икеһе лә редакцияла эшләгәс, тәүҙә балалар баҡсаһынан, аҙаҡ башланғыс мәктәптән һуң тура ата-әсәһенең эшенә килә, уларҙың компьютерҙа яҙғандарын көтөп, ултырғыста йоҡлап киткән саҡтары ла йыш була.
Мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә, иптәштәре араһында лидер булыуы менән айырылып тора. Бигерәк тә ойоштороу эштәрен ихлас башҡара, кешеләр менән тиҙ арала уртаҡ тел таба, барлыҡ саралар уртаһында ҡайнай. Һәр саҡ йылма-йып йөрөүе, алсаҡ һәм кешеләргә шул тиклем ихлас булыуы бала сағынан килә. Бигерәк тә спортты үҙ итә, өҫтәл теннисы менән мауыға, шахмат-шашка уйнарға ярата.
—Улдарыбыҙҙың икеһе лә уҡыуға шәп, спортты яратып үҫте. Ҡайһы бер ата-әсәләр кеүек мәктәп йылдарында беҙгә улар өсөн ҡыҙарырға түгел, ә киреһенсә, һәр саҡ уңыштарына ҡыуанып йөрөргә тура килде. Рамаҙан улым теүәл фәндәрҙе яратты, атаһы һәм ағаһы менән кәңәшләшеп эш итте, һәр саҡ дөрөҫлөктө яҡланы, ғәҙел булды. Ололарға ҡарата ла шул тиклем иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле һәм кеселекле ине. Ҡабаланып ҡайҙалыр китеп барғанда ла урамда туғанын йәки танышын осратһа, мотлаҡ туҡтап уның менән күреште, хәлдәрен белеште. Хәҙер шуларҙы хәтерләп шундай уйға киләм: әллә үҙенең ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын һиҙҙеме икән? Һуңғы тапҡыр отпускыға ҡайтҡанында ла баласаҡ дуҫтарын да, туғандарын да ҡалдырмай, барыһы менән дә осрашты. Аҡылым менән улымдың батырҙарса һәләк булы-уын аңлаһам да йөрәгем ҡабул итергә теләмәй. Ҡайһы саҡта төндәр буйына йоҡламай, Рамаҙанымдың һәр көнөн хәтерләйем, кинәт ҡайтып инер кеүек тә булып китә. Ғәзиз улын мәңгелеккә юғалтҡан әсә һағышын, әсә әрнеүен баҫыр саралар юҡтыр. Ҡәҙерлеләрен юғалтҡан ата-әсәләргә—күңел тыныс-
лығы, ә улдары яу яланында булғандарға сабырлыҡ, ғәзиздәре-нең тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡай-тыуҙарын теләйем,—ти яугир әсәһе Мәрйәм Ғәле ҡыҙы.
2-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Рамаҙан Иман-ғолов Мәскәү авиация институтында инженер-осоусы аппараттарҙы һынаусы һөнәре буйынса белем ала. Яугирҙең атаһы, Ринат Ғәле улы әйтеүенсә, Берҙәм дәүләт имтиханы балдары юғары булғас, уға күп уҡыу йорттарының ишеге асыҡ була. Әммә егет илебеҙең баш ҡалаһында мөмкинлектәр күберәк, тип Мәскәүҙе һайлай.
—Улыбыҙҙы Мәскәүгә һөнәр алыуға ебәреп, офицер булыр тип кем уйлаған,—тип һүҙгә ҡушылды Ринат Ғәле улы ла.—Икенсе курста уҡығанда, уларҙы хәрби әҙерлек буйынса махсус курста уҡыта башланылар. Көслө характерлы, үҙ-үҙенә талапсан, ғәҙел булып үҫкән Рамаҙан баш ҡаланы тиҙ яуланы тиһәк тә була. Уҡып та йөрөнө, эшләп тә. Әсәһе ай һайын «улым ас йөрөмәһен» тип аҡса күсерә, ул кире әсәһенә ебәрә, шулайтып бер нисә ай «шахмат уйнап» алғандан һуң, Рамаҙан ҡәтғи генә итеп әйткәс, аҡса ебәрмәй башланыҡ. Каникулға ҡайтһа, әсәһенә—гөлләмә, бөтәбеҙгә бүләк-күстәнәс алыр ине. Һәр саҡ шат, алсаҡ, йылмайып йөрөгән улымдың юҡ икәнлегенә ышана алмайбыҙ.
Ҡулына диплом алыу менән Рамаҙан Иманғоловҡа лейтенант званиеһы бирелә һәм ул өс йыл контракт буйынса хеҙмәт итергә тейеш була. 2021 йылдың 1 мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында—Еврей автономлы өлкәһенең Биробиджан ҡалаһында хеҙмәт итә. «Еңеү көнөндә хәрби парадта ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
2023 йылдың авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөй. Өлкән лейтенант званиеһын ала. «Рамзес» позывнойлы яугир Үҙәк хәрби округтың 25-се дөйөм ғәскәр армияһында мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, фронттың Краснолиманск йүнәлешендә зенит-ракета взводының командиры була, артабан батальон командиры булып тәғәйенләнә. Үҙенең бер интервьюһында хәрби офицер былай ти: «Минең подразделениела—58 кеше. Татар, бүрәт, яҡут, мордва һәм башҡа милләттән булған яугирҙәр үҙ-ара татыу хеҙмәт итәбеҙ. Шөкөр, тылыбыҙ ныҡ, беҙгә һәр саҡ ярҙам итәләр. Татарстандан, Алтай Республикаһынан, Свердловск өлкәһенән гуманитар ярҙам ебәреп торалар. Үҙем белем алған Мәскәү авиация институтынан да ылау килде. Яҡташтарым—хәйбуллалар ныҡ ярҙам итә: район ирекмәндәре кәрәкле әйберҙәр ебәрҙе. Рөстәм Шәрипов «УАЗ» автомобиле менән ярҙам итте. Мәктәп уҡыусыларынан килгән хаттар ҙа беҙҙең хәрби рухты нығыта, уларҙы уҡыһаң, күңелгә рәхәт булып китә. Беҙгә төбәп яҙылған шул теләк-яҙыуҙарҙы блиндаж стеналарына элеп ҡуябыҙ. Ошо балаларҙың хәүефһеҙ киләсәге өсөн тырышабыҙ бит, тигән уй килә башҡа»,—тигән ул.
Эйе, илебеҙҙең киләсәге өсөн, беҙҙең бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ хаҡына халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы, 28 йәшлек Рәсәй офицеры батырҙарса һәләк була.

Автор: Кәримә Усманова
Читайте нас