Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Март , 15:10

Сая башҡорт ҡыҙы

Бүребай ҡыҙы Миңлегөл Ғафарова кран машинысы булып эшләй. Ул химик анализ лаборанты белемен алғас, һөнәре буйынса эш тапмай. Шул саҡ кадрҙар бүлегендә уға кран машинисы һөнәренә уҡырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп Миңлегөл уйламағанда яңы һөнәр үҙләштерә. Бөгөн ул күп тонналы механизм менән идара итә, участканың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.

Сая  башҡорт ҡыҙы
Сая башҡорт ҡыҙы

Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Миңлегөл Ғафарова—«Юбилей» ер аҫты руднигының 7-се закладка эштәре участкаһында кран машинисы. Ул производствола уңыш оҫталыҡҡа ғына түгел, ә күмәк эш һөҙөмтәһенә бәйле ти. Миңлегөл химик анализ лаборанты белемен алғас, һөнәре буйынса эш тапмай. Шул саҡ кадрҙар бүлегендә уға кран машинисы һөнәренә уҡырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп Миңлегөл уйламағанда яңы һөнәр үҙләштерә. Бөгөн ул күп тонналы механизм менән идара итә, участканың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Был һөнәрҙә яуаплылыҡ ҙур, сөнки кран уҡтары аҫтында кешеләр эшләй. Әүҙем тормош позициялы Миңлегөл Ғафарова тәүге көндәрҙән үк профсоюз хәрәкәтенә ҡушыла. Тиҙҙән коллегалары уға ойоштороу эшен ышанып тапшыра. Бөгөн ул коллектив мәнфәғәттәрен яҡлап ҡына ҡалмай, ә профсоюздың социаль селтәрҙәрен алып бара, рудниктың көндәлек тормошо тураһында һөйләй. Әүҙемлеге грамоталар менән бүләкләнгән һәм республиканың ирекмәндәр хәрәкәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаттары алған. Миңлегөл өсөн йәмәғәт йөкләмәһе—ул бурыс түгел, ә предприятиены яҡшыртыу ысулы. Ул республика башлығы Радий Хәбиров менән бергә ағас ултыртыуҙа ҡатнашыуҙы йәмәғәт тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләй.

Миңлегөлдөң шәхси тормошо «Башҡорт баҡыры»менән тығыҙ бәйле. Уның ире ошонда уҡ проходчик булып эшләй. Кесе улдары Артем ер аҫты байлыҡтарына бәйле һөнәрҙе үҙләштерә һәм предприятиеға килергә ниәтләй. Өлкән улдары Виталий— хәрби хеҙмәткәр, уның байтаҡ наградалары бар.

Миңлегөл өсөн төп көс сығанағы—тыуған яҡтың тәбиғәте. Уның девизы: «Тормош—ул хәрәкәт!».

Миңлегөл  Ғафарова өсөн рудникта эшләү—ул тотороҡлолоҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс. Бында уның хеҙмәтен баһалайҙар. Профессиональ уңыштары ғаилә бәхете менән бергә үрелеп бара.

 

 

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәтенән алынды.

Сая  башҡорт ҡыҙы
Сая башҡорт ҡыҙы
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас