Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Март , 16:40

һәр яҡлап һоҡландыра

Сибай ҡалаһы балалар поликлиникаһының процедура кабинетында эшләүсе шәфҡәт туташы Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Рәсүлеваның эш стажы—43 йыл. Ярты быуатҡа яҡын медицинаға хеҙмәт итеүе уны һис ялҡытмаған. Киреһенсә, көн дә эшемде яратып, һағынып киләм, ти ул. Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуған, Темәс ауылында үҫкән.

һәр яҡлап һоҡландыра
һәр яҡлап һоҡландыра


—Мин өйҙә донъяға килгәнмен. Кендек инәйемдең исемен генә алып ҡалмағанмын, уның кеүек медицина юлын да һайлағанмын. Атайым Сирғәле Сәфәрғәле улы ғүмер буйы райондың төрлө ауылдарында физика-математиканан уҡытты. Уның тәүге ҡатыны мәрхүмә булып ҡалыу сәбәпле, ул ике бала менән яңғыҙ ҡалған була. Әсәйем Наҡия Усман ҡыҙы уларҙы үҙ итеп, атайыма кейәүгә сығып, Бәләбәйҙән Баймаҡ районына күсеп килгән. Уртаҡ 5 балаға ғүмер биргәндәр. Шулай итеп, 7 бала буй еткерҙек, икәүебеҙ медицинаны үҙ иттек. Мин бәләкәй саҡта әсәйем 4 ай дауаханала ятҡайны. Шул мәлдә: «Табип булам да әсәйемде дауалайым»,—тип һүҙ биргәйнем,—ти Зәлифә Сирғәле ҡыҙы.
З.С.Рәсүлева Сибай медицина училищеһында белем ала. Унан йүнәлтмә менән Учалыға ебәрелә. 24 йыл эшләгәндән һуң, йәнә йәшлек ҡалаһына ҡайта. Шул мәлдән Сибай балалар поликлиникаһында эшләй. Үҙ бурысын урын-еренә еткереп, намыҫлы башҡара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаша. Зәлифә Сирғәле ҡыҙы ихтирамға лайыҡ шәфҡәт туташы ғына түгел,
һөйөклө әсә, хәстәрлекле өләсәй ҙә. Өлкән ҡыҙы Гөлнара Сибай институтын тамамлаған, ире менән өс балаға ғүмер биргән. Кесеһе Гөлгөнә ҡартатаһы кеүек физика-математика йүнәлешен һайлаған. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, бер бала үҫтерә. Зәлифә Рәсүлева матбуғат баҫмаларын
күпләп алдырыуы менән дә һоҡландыра. «Атайсал», «Йәшлек», «Шоңҡар», «Толпар», «Ағиҙел» алдыра, Т.Ғарипованың, З.Ҡадырованың,
М.Кәримдең, Г.Ғиззәтуллинаның китаптарын яратып уҡый. Гөлдәр үҫтерә, күнекмәләр эшләй, походтарға йөрөй. Ғөмүмән, үҙ эшенә генә түгел, тормошҡа ла һөйөп баға һәм һәр көндөң ҡәҙерен белә.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас