Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Март , 18:15

Шағирә менән осрашыу

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында шағирә, уҡытыусы Фирүзә Абдуллина менән осрашыу уҙғарылған. Шағирәгә класташтары сюрприз эшләгән. Барыһы ла пионерҙарса ҡыҙыл галстуктар тағып килгән. Улай ғына ла түгел, бында Фирүзә Абдуллинаның шиғырын һөйләү буйынса ярыш ойошторолған.

Шағирә менән осрашыу
Шағирә менән осрашыу

Был хаҡта ауыл китапханаһы китапханасыһы Зәлиә Уразбаева хәбәр итә:

--Кисә Сыңғыҙ ауылы клубында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт шиғриәтенә нурлы, яңы биттәр өҫтәүсе, тормошсан шиғырҙары менән тулыландырыусы популяр шағирәбеҙ, яҡташыбыҙ, күптән түгел генә үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе Абдуллина (Байтурина) Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының "Ғүмеремдең сағыу келәме" исемле ижад кисәһе үтте. Шиғриәт һәм йыр-моңға ҡоролған кисәлә уның ижадташ дуҫтары: Әхмәр Үтәбәев, Йәлил Һөйөндөков, Дилә Мөхәмәтйәрова, Рауил Харрасов, Фаил Йортбәков, Динә Аҡназаровалар, тормош иптәше Фидаил Фәрәхетдин улы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙы, хеҙмәткәрҙәр Мәрйәм Миннибай ҡыҙы һәм Айгөл Рамаҙан ҡыҙы, шулай уҡ класташтары, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Һәр сығыш үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, хәтирәләргә бай булды. Кисә бейеү һәм йырҙар менән үрелеп барҙы.

Сыңғыҙ ауылына Фирүзә Абдуллина осрашыуға килә тигәнде ишеткәс, оҙаҡ йылдар беҙҙең ауылда йәшәп, барлыҡ ғумерен Сыңғыҙ мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған, шул уҡ ваҡытта йырҙар ҙа ижад итеп өлгөргән, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әминә инәй Бикташева тормош иптәше Бикташев Рәүеф Ғәлләм улының иҫтәлегенә, Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын һөйләү буйынса Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе ҡатын – ҡыҙҙар араһында конкурс үткәрәйек, үҙебеҙҙең ғаиләнән спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ, тип теләк белдерҙе. Был тәҡдимде беҙ ҙә ихлас ҡабул итеп алдыҡ һәм 2023 йылда баҫылып сыҡҡан, күптәр яратып өлгөргән «Әсәйем һабаҡтары» китабын конкурстың исеме тип алдыҡ. Конкурста барлығы 10 шиғыр һөйләүсе ҡатнашты, улар барыһы ла кисә Фирүзә Абдуллина һәм тамашасылар алдында сығыш яһанылар. Кемдер өсөн был тәүге сығыш булһа, кемдәрҙер беҙҙең китапхананың даими конкурстарҙа ҡатнашыусылары ине. Һәр бер ҡатнашыусыға диплом һәм 1000 һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Шулай уҡ Зөбәйҙә апай Тойғонова үҙенең класташтарының ҡатындырына, йәғни Туйсина Фирдәүес апайға һәм Үтәғолова Рәзиләгә үҙенең исеменән приз да тапшырҙы. Ҡатнашыусыларға һәм Бикташевтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Класташтарының килеп ҡотлауы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Пионер галстуктары тағып, йырлап, рапорт биреп ҡотланы улар. "Мине таныйһыңмы?" тигәндән һуң, һәр бер класташын танырға тейеш ине шағирә. Кемеһендер үҙе, кемеһендер башҡалар ярҙамында таныны. Әйткәндәй, быйыл уларҙың мәктәпте тамамлауҙарына ла 50 йыл икән, юбилей байрамы ла, класташтар осрашыуы ла булды был сара улар өсөн.
Ауылдаштар, туғандары, яҡындарһы-һәр береһе уны ҡотлап матур теләктәрен еткерҙеләр, бүләктәр тапшырҙылар. Ошонда уҡ Фирүзә Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен бирергә тигән тәҡдим менән сығыш яһанылар һәм быны бөтәһе лә хупланылар. Киләсәктә был юғары исем бирелһә, Сыңғыҙ ауылында булған осрашыуҙың тәҡдиме тип ҡабул итерһегеҙ.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас