Ошо көндө яҡынайтыу өсөн ул йәнен бирә. Башҡорт батыры булып инә ул яуға, үҙен тап батыр итеп раҫлай һәм ҡаһармандарса китә ул яҡты донъянан. Күңелдә йөрөгән йәр Ошо кешенең тормошоноң мәғәнәһенә әйләнерен ҡайҙан белһен Сәлимә? Ә ир уны тоя. Меңдәр араһынан уны күреп ҡала ла йөрәге менән уның үҙенеке икәнен һиҙә. Аҙаҡ ҡустыһы дуҫлашҡан ҡыҙҙың апайы булыуын белә, уларҙы бергә машинаһында өйҙәренә ҡайтарып ҡуйғанда, был тойғо тағы көсәйә. Тиҫтер ҡатындың иренән айырылып, өс балаһын яңғыҙы бағыуын да төшөнә. Үҙе лә бит, ике балаһы – Ибраһимы менән Мәликәһе – булыуға ҡарамаҫтан, айырылған. Ауылдан бөтә мөлкәтен ҡалдырып сығып китеп, машинаһында тиерлек йоҡлап йөрөй. Төндәрен юлсыларҙы ташый, такси хеҙмәтенә ялланған. Ҡустыһының ҡылын тартып ҡарай: ҡайынбикәң шәп. Уныһының: “Әллә, ул һине һанлар микән һуң?” – тигәненә лә ҡарамай, Сәлимәнең телефон номерын һорап алғас: “Күр ҙә тор, бер аҙна эсендә үҙемә ҡаратам мин ул сибәркәйҙе!” – тип тә ҡуя. Сәбәбен табып шылтыратҡас, бәйләнеш ялғана. Марсель Сәлимәне төнгө Өфө буйлап йөрөргә саҡыра. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй уларҙың. Иртәгәһенә киноға барырға тәҡдим итә. “Балалар яңы уҡыуға төшкән, мәшәҡәтле мәл, минең йонсоп киткән саҡ, сеанста рәхәтләнеп йоҡоға талғанмын”, – тип хәтерләй Сәлимә. Шунан Марсель яңғыҙ әсәгә ни ҡәҙәрем ауырға тура килеүен аңлай һәм уға хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырыша. –Ысынында уның эргәһендә үҙемде тыныс, рәхәт хис итә инем. Шулай тура килде: әсәһе менән таныштырҙы. Өс көн эсендә ул миңә никахҡа инергә тәҡдим итте, – тип хәтирәләргә бирелә Сәлимә. Күңел тәрәнлектәрен аса торғас, Марселде ул да оҡшата. Ә иренең мөхәббәте шул хәтлем көслө була. “Эргәмдә булһаң да һағынам бит мин һине, күреп туя алмайым”, – тип әйтер була ул ҡатынына. Балалары - Асҡар, Самира һәм Азалия ла уны үҙ атайҙары һымаҡ ҡабул итә. Улар менән мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла йырлап йөрөр булалар. Атай бирер мөхәббәтте Сәлимәнең балалары унан ала, Сәлимәгә лә ул ысын ир, ысын мөхәббәт ниндәй булырға тейешлеген ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аңлата, гүйә. Яуға китә башҡорт ирҙәре Йәштәр 2024 йылдың авгусында осрашып ҡауышһалар, 2025 йылдың 20 ғинуарында улар законлы никахҡа инә, ике көндән Марсель МХО-ға юллана. “Аңла, мин алданыраҡ та унда булырға тейешмен тип уйлап әҙерләнгәйнем, һине осратҡас, туҡтап ҡалдым”, – тип йыуата ул ҡатынын. Марселдең һиҙемләүе шул хәтлем көслө буламы. Бер ваҡыт ул төш күреүен һөйләй. “Матурым, һин ауырлыһыңдыр, ахыры. Матур ғына ҡыҙ балабыҙ тыуыр ”, – тигәне лә юш килә бит. Ике аҙнанан ғына теста күренә ҡатынының йөклө булыуы. “Уның төштәре һәр ваҡыт алдан иҫкәртә ине”, – ти Сәлимә. Үҙе генә белә ҡатын ул баланы ниндәй ыҙалыҡтар менән табып алыуын. Әйтерһең дә, ул сабый тыуырға тейеш йән, Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе булып ярала. Һаулығының торошон белгәнгә табиптар ҙа ғәжәпләнә: “Нисек улай мөмкин булды ул?” Әммә ул мөғжизәне һаҡлап ҡалыу өсөн дә Сәлимә күп көс һала. Һуңғы айҙарында түшәктән тормай ғына йәшәргә, үҙен һаҡларға тура килә уға. “Юҡһа Сара тыумаҫ ине. 31 май донъяға килде ул”, – ти Сәлимә. Мөхәббәт емеше Марсель үҙе МХО-ла булһа ла, бала тыуҙырыу йортонан ҡаршылауҙы ойоштора. “Ирем матур машина, фотограф саҡырта тип уйламаным да. Хеҙмәттәшемә генә әйберҙәрҙе тотошорға ярҙам ит, тип әйттем дә бәпәйҙе алып сыҡтым һәм... хайран ҡалдым... – тип хәтерләй ул көндө Сәлимә. – Марсель үтә тырышҡан: Мәскәүҙә йәшәгән һеңлемде ҡайтарған, ул фатирымды ла шарҙар менән биҙәп ҡуйған. Был әҙерлек сюрприз булғас, берәү ҙә серҙе сисмәгән”. Сараны өйгә алып ҡайтҡандан һуң, сәғәт таңғы 4-тә, хәрби заданиеға юллана атай кеше. 50 көнгә уның менән бәйләнеш өҙөлә. Көтөү, билдәһеҙлектең нисек ҡыйын икәнлеген үҙе шуларҙы татыған кеше генә беләлер. Баҡтиһәң, улар засадаға эләгеп, шунан сыға алмай ятҡан. – Әлдә имән ағасы булды, ул булмаһа, эштәр харап ине. Ерҙе соҡоп, ағас тамырын һурҙым, шуның арҡала ғына тере ҡала алдым, – ти Марсель. Ямғыр яуғанда ағас япраҡтарынан тамған тамсынан һыуһынын ҡандыра. Ерҙә нимә бар, шуның менән туҡланалар: хатта селәү ҙә улар өсөн ашар ризыҡҡа әйләнә. Ҡаҡ һөйәккә ҡала егеттәр. Әммә, улар тере, ул тере! ...Ҡыҙына 4 ай тигәндә генә ике аҙнаға ялға ҡайта Марсель. Сараны ҡулынан төшөрмәй. “Ә һин йоҡла”, – тип бәпесте ҡатынына имеҙергә генә килтерә. Ҡыҙына исемде лә үҙе ҡуша. “Сара Марселевна! Ҡалай матур яңғырай!” –ти ул шатланып. Позывнойын да “Сара Конер” тип алырға иткән була, әммә уға балдыҙының “Афганец” тиеүе “йәбешә”. Сара тыуғас, ҡатынына көмөштән, сапфир таштар менән биҙәлгән милли биҙәүес бүләк итә. “Ҡыйбат бит, ниңә ундай ҡиммәтле бүләк алдың?” – тигәс, “Туй көнөндә Сараға кейҙерерһең”, – ти ул. “Ниңә кейҙерербеҙ”, – тимәне, моғайын, ул шулай килеп сығырын үҙе һиҙенгәндер...” – тип өҙгөлөнә хәҙер Сәлимә. Бала тыуғас, ул тормош мәғәнәһенә әйләнә. Марсель үҙе ҡыҙына кейемдәр, күлдәктәр һайлап ебәртә башлай. “Беренсе күлдәге минән булһын... Бына быныһы атлап киткәнендә йәтеш булыр, был кейемде урамға алып сыҡҡаныңда кейер ҡыҙым...” 1 йәшенә тип алған күлдәге, ямғырҙа аяғы сыланмаһын өсөн тип алынған резина итеге, юлға сыҡҡанда бәләкәскә аҙыҡ тултырып алыр өсөн термосы. Хатта ҡайһы бер әйберҙәре уның үлеме тураһындаға хәбәр алғас та килә лә килә. Ҡыҙына 3 йәшенә тиклем һәр кейемде уйлап алдан хәстәрләй атай кеше. Яугир аманаты ...Марсель ҡайтанан МХО-ға юлланғанында бәпестең еҫе һеңгән кейемен ала үҙе менән. Ә үҙенең тире һеңгән футболкаһын Сараның янына һала. Шылтыратҡан ваҡыттарында сабыйының кейемен еҫкәп ултырыр була ул. – Контрактым мөҙҙәте бөткәс тә ҡайтырмын. Өфөнән ситтә өй һатып алырбыҙ, баҡса үҫтерербеҙ, – ти ул ҡатынына. Бәлки, ул ҡайта алмаҫын һиҙенгәндер. Марселдең дуҫы уның заданиеға китер алдынан үҙ ҡулдары менән Сәлимәгә ул-был була ҡала тапшырырһың, тип хат яҙып ҡалдырыуын әйтә. Хат әле килеп етмәгән. Нимә яҙғандыр шәһит киткән уҙаман һөйгәненә? Һуңғы тауышлы сәләмен тыңлағанда ла күҙгә йәштәр килә. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен ул барлыҡ яҡындарына тәғәйенләгән. – Барығыҙға ла сәләм. Миңә бөгөн штурмға. Белеп булмай, шуға ошо сәләмемде еткерәм. Сәлимә ебәргән һуғышҡа тип уйлаһағыҙ, был дөрөҫ түгел. Мин үҙем теләп киттем, ҡыҫҡаһы. Йәй көнө үк китергә тейеш инем. Шуға улай тип уйламағыҙ. Барығыҙҙы ла яратам. Матурым, мин һине ныҡ итеп яратам. Һинең менән мин бәхетле булдым. Көндәр-төндәр буйы һине уйлап сығам. Алтыныбыҙҙы, Сарабыҙҙы, ҡарап йөрөт инде. Асҡар, Самира, Азалияны, балаларымды, барыһын да – бөтәгеҙҙе лә яратам. Бөтәһен дә минән үбеп ал. Самираға тыуған көнөнә вәғәҙә иткән бүләкте алырһың. Беләһең бит инде, вәғәҙә иткәс үтәргә кәрәк. Ҡайтам тип тә вәғәҙә биргәйнем. Тырышырмын, бик ныҡ тырышырмын. Тик ошо сәләмде ҡалдырам. Сөнки һуғыш бит ул, белеп булмай, аңлап тораһығыҙ. Шуға – шул. Ней, ҡайным, ҡәйнәм, сәләм һеҙгә, атай-әсәй, бөтәгеҙҙе лә яратам. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәм. Ярай, яратам һеҙҙе, хөрмәт итәм. Ибраһим менән Мәликәгә лә сәләм. Уларҙы ла яратам. Балаларым бит улар ҙа. Сәлимә, матурым, һиңә ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Һин миңә ышаныс бирҙең. Нисек йәшәргә, нисек яратырға өйрәттең. Ғафү ит ине киткәнгә... һуғышҡа. Шулай кәрәк ине. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. Мин йырлаған һымаҡ. Тыңларһың йырҙы: “Төштәреңә керҙең бөгөн” тип. Яратам бит үҙеңде. Рәзиф, брат, хөрмәт итәм, тыуған көнөң менән ҡотлай алмам инде. Сөнки бәйләнеш булмаясаҡ. Барығыҙҙы ла хөрмәт итәм, яратам. Алла бирһә, ат менән булһа ла ҡайтып етермен. Һуғыш бөтәсәк. Бына күреп торорһоғоҙ... Йәгеҙ инде, яратам... Ун минуттан ҡуҙғалам. Үбәм. Хушығыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр. Бирешмәгеҙ. Был сәләмде яҙған ваҡытта һәр бер һүҙенең һәр кемгә барып етәсәген уйланымы икән Марсель? “Ат менән булһа ла ҡайтып етермен”, – тигән шаярыуында дөрөҫләк тә бар. Марселдең унда яратҡан ҡара ғына тоҡомло аты була. Уны ул үҙенә шәкәр ашатып эйәләштереп алған була. Гел шулайтып шаяртыр була. Бер заман ул ат юғала. “Эх, матурым, ат юғалды бит әле...” – тип тә әйтеп ҡуя ул бер заман. “Черный” тигән эте лә була. Хужаһы мәрхүм эт Марселгә эйәләшә. Алыҫтан атһалар ҙа өрөп ҡурҡыныс яҡынлауын иҫкәрткән ул. Бесәй, эт – гел уға йылашыр була. Инә бесәй балаларын да уның түшенә ташып һалыр була. Берәйһен алып ҡайтырмын тип ҡыҙыға ул. Хәрби заданиеға сыҡҡан ваҡытта командирҙарының аяғы өҙөлә. Марсель уны ташлап китмәй, үҙенең уколдарын һалып, тән йылыһы менән уны йылыта, шуның арҡаһында ул иҫән ҡала. Мәрхүм булғас, Сәлимә уның Санк-Петербургта йәшәгән ҡатынына шылтыратып хәбәр итә. Әлбиттә, уларҙы был хәбәр бик ныҡ ҡайғырта. Марселдең үҙенә генә оҡшаған ҡыҙы Сара хәҙер Сәлимәнең тормош мәғәнәһе, йыуанысы. Ҡыйын, бик ҡыйын ғүмерлек мөхәббәтемде таптым тигәндә уны юғалтыу. Йәшәү дауам итә. Сәлимәгә балалар хаҡына ныҡ булырға, һөйгәне менән уйлаған хыялдарын яңғыҙы тормошҡа ашырырға тура киләсәк. Ә Марсель – уның уйында, һәр һулышында. Гөлназ ҠОТОЕВА.