Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Март , 16:45

Яугир әсәһе

Яугир әсәһе булған Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлының 24 йылын торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкәһенә бағышлай

Яугир әсәһе
Яугир әсәһе

Бөгөнгө яҙмабыҙ халыҡты хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, үҙ эшенә йылдар буйы тоғро булып ҡалған - Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙы Мәхмүтова тураһында булыр.
Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлының 24 йылын торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкәһенә бағышлай. Ул үҙ эшенең профессионалы ғына түгел, ә биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсә лә. Бөгөнгө көндә уның улы Фәнис махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙы эшләүен дауам итә. "Мин үҙ эшемде яратам. Минең өсөн был эш кенә түгел, ә һәр ваҡыт физик хәрәкәттә булыу мөмкинлеге, һаулығым өсөн дә, улым тураһында борсоулы уйҙарҙан, уны һағыныуҙан бер аҙ онотолоп тороу өсөн дә бик кәрәк", - ти Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙы.
Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙының тормош юлы - әсәй кешенең көслө рухлы һәм үҙ эшенә тоғро булып ҡала алыуы тураһындағы тарих.



 

Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль селтәре.

Яугир әсәһе
Яугир әсәһе
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас