Ейәнсура районының Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың ата-әсәһе 1982 йылда Юлдыбай ауылына күсеп килә. Бында 9-сыны тамамлаған Земфира Марат ҡыҙы артабан Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында белем алыу теләге менән Өфөгә юллана. Тап гимназия-интернатында уҡыған ваҡытта ҡыҙҙың сәнғәткә булған ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов гимназия уҡыусылары өсөн «Нәфис һүҙ» исемле түңәрәк алып бара. Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина бейеү түңәрәген етәкләй. Земфира икеһенә лә ҙур теләк менән йөрөй, үҙе өсөн ысын мәғәнәһендә оло сәнғәт мәктәбе дәрестәрен ала. Театр түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙҙы күптәр сәнғәт юлынан китер тип уйлай, хатта Рәүис Заһитов үҙе лә Земфираға сәнғәт инс-титутына барырға кәңәш бирә. Әммә тормошта барыһы ла һин уйлағанса килеп сыҡмай. Ҡыҙ документтарын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналис-тика факультетының немец-башҡорт теле төркөмөнә тапшыра. 2002 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Өфө технология һәм дизайн колледжында немец һәм башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 2007 йылда Бишбүләк районы егетенә кейәүгә сыға, Камил исемле улына ғүмер бирә.
2011 йылда Земфира Марат ҡыҙы тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүҙә Юлдыбай мәҙәнит йортонда урынлашҡан музейҙа, артабан мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була. 2016 йылда Юлдыбай урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар һәм бөгөнгәсә балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылары менән төрлө шиғриәт, йыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша, район, республика олимпиадаларында приз-лы урындар яулай. Былтыр Мостай Кәрим ижадына арналған Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты үткәргән «Шағир һүҙе» конкурсында 10-сы класс уҡыусыһы еңеүсе, 11-се класс уҡыусылары призер булған. Уҡыусыларына бар яҡлап өлгө булып, уҡытыусы үҙе лә төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашып тора. Мәҫәлән, 2023 йылда Хәйбулла районында үткән «Рух яҙыуы» асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһендә 2-се урын алған. Ошо уҡ йылда «Атайсал» гәзите үткәргән «Яратам башҡорт телен» исемле конкурсында 1-се урын яулаған, шулай уҡ «Минең Рәми» конкурсында ла еңеүсе булған.
Ҡасандыр сәнғәт юлынан китмәһә лә, Земфира Кинйәбаева үкенмәй: бөгөн ул «Шоңҡар» халыҡ театрының алыштырғыһыҙ әртистәренең береһе. Ауылдаштары әйтмешләй, «артислыҡҡа уҡыһа, күптән халыҡ исемен алыр ине». Хәйер, бөгөн тамашасылары уны яратып «үҙебеҙҙең халыҡ артисы!» тип йөрөтә. Ул башҡарған ролдәр береһен дә битараф ҡалдырмай. Театр өлкәһендә яулаған уңыштары ла байтаҡ: 2022 йылда «Театрал Өфө» фестивалендә Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡотлайым, һин атай булдың!» комедияһында Мәрзиә ролен шул тик-лем ихласлыҡ менән уйнай һәм коллектив 3-сө дәрәжә дипломына лайыҡ була. 2024 йылда Балтас районында Фәрдүнә Ҡасимова призына «Тамаша» фестивалендә «Шоңҡар» халыҡ театры Салауат Әбүзәрҙең «Ғүмерлек ғазап» спектаклен сәхнәләштерә һәм гран-при яулай. Земфира Марат ҡыҙы башҡарған Ғәлиә роле «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһына лайыҡ була. 2025 йылда ошо уҡ спектакль менән Силәбе ҡалаһында «Ике битлек» Бөтә Рәсәй фестивалендә «Шоңҡар» халыҡ театры 1-се дәрәжә лауреат исемен ала. Ә инде Земфира Кинйәбаеваға был юлы «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» исеме бирелә.
Ауылда үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләренә психолог булараҡ та төплө һәм файҙалы кәңәштәрен бирә, улар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба. Спортты үҙ итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса ла күптәргә өлгө ул: буш ваҡыттарында волейбол уйнарға ярата, ауыл, район командаһы составында ла төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
Бына шундай бар яҡлап талантлы, үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, шәп артист йәшәй ябай башҡорт ауылында.
Кәримә Усманова.