Йылайыр районының Матрай ауылында 5 һәм унан дә күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр бихисап. Шуларҙың береһе--Әлиә Ишкилде ҡыҙы Хәсәнова. Ул Матрайҙа тыуып үҫкән. Урта белемде тыуған мәктәбендә алған. Матрай интернатында кер йыуыусы булып эшләгән.
Уңған ҡатын 5 балаға—3 ҡыҙға һәм 2 улға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙы Яҙгөлгә 17 йәш. Ул Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге гимназияһында уҡый. 16 йәшлек Руфина Матрай мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы.
-Йәш саҡтан күп балалы әсә булырға хыялландым. Шуға ла башта бала ҡарарға ярҙамсыларым булһын тип 2 ҡыҙ таптым,--тип йылмайҙы әсә, ҡыҙҙары ҙур үҫеүгә ҡыуанып.-Айназ улыма—6, ҡыҙым Әмиләгә 5 йәш. Улар балалар баҡсаһына йөрөй. Ә бына кинйәкәүем Алмазға 10 ғына ай. Шуны бағып өйҙә ултырам.
Нимәһе ныҡ үкенесле, бәләкәс атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәгән. Сөнки Алмаз әсәһенең йөрәге аҫтында булғанда атаһы Айнур Хәсәнов Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға киткән.
-Ирем Вишневка ятҡылығында, унан һуң “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләне. 2024 йылдың 1 декабрендә хәрби часҡа оҙаттыҡ. Балаларыңды уйла, етмәһә, тағы буйымда бар, йөрөмә тиһәм дә тыңламаны. Башҡалар унда ҡан түккәндә тыныс ҡына бында ята алмайым, барам,--тип ҡырт киҫте,--тип һөйләй Әлиә Хәсәнова.
Айнур Ғәйзулла улы махсус хәрби операцияға китеп 4 ай уҙыуға ҡатыны бәпес таба. Әлиә Ишкилде ҡыҙы һөйләүенсә, ире хәрби заданиеға 3 тапҡыр сыға. Икенсе тапҡыр штурмға барғанында ҡаты яралана һәм госпиталдә ята. Өсөнсөһөндә иһә 2025 йылдың июнендә хәбәрһеҙ юғала. Яу яланына киткәндән бирле ҡатыны унан 3 тапҡыр хәбәр ала. Унда ире минең менән бөтәһе лә яҡшы, тип белгертә.
-Айнур махсус хәрби операцияға киткәнендә 47 йәштә ине. Донецк тарафтарына эләкте. Июндә 48 йәше тулды, шул ваҡытта юғалды ла. Алмазымды бер тапҡыр ҙа күрә алмауы, һөймәүе үҙәгемде өҙә. Балам атай тип тә әйтә алмай үҫерме икән?—тип илай әсә.
Өлкән улы Айназ телевизорҙан Украинала барған хәлдәрҙе күрһәтһәләр: “Ана, атай шунда һуғышып йөрөй”,--тип телевизорҙан күҙен алмай. Ҡыҙы Әмилә лә ағаһы ыңғайына атаһын экрандан эҙләй. Айназ шулай уҡ төшөндә атаһын күреп уяна. Һуңғы арала ғына төштәрен һөйләмәй, ти әсә.
Ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәй Әлиә. Балалары хаҡына йәшәргә, йылмайырға, көлөргә тырыша. Йортонда барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған, балаларҙың үҙ бүлмәләре бар.
-Бишенсе балам тыуғас ҡына күп балалаы әсә булараҡ пособиелар ала башланым. Атайҙары махсус хәрби операцияла булғас бәләкәстәргә балалар баҡсаһына йөрөгән өсөн түләмәйем,--ти әсә.-Ярай әле атайым менән әсәйем Маһиә менән Ишкилде Кәримовтар эргәмдә. Бейемем Сәғирә Хәсәнова ла ошо ауылда. Улар миңә һәр яҡлап терәк һәм таяныс. Атайым инде бер эшемде лә ҡалдырмай килеп эшләп китә. Рәхмәт уға!
Әйткәндәй, ире Илнур юғалғас уның әсәһенән килеп ДНК алып китәләр. Әлеге бер хәбәр ҙә юҡ, бер нәмә лә билгеле түгел. Шул билдәһеҙлек бәғерҙәрҙе өҙә лә инде тип бошона Әлиә Ишкилде ҡыҙы.
Күптәр бөгөн ошо ҡатын хәлендә йәшәй, күптәрҙең яҡындары, балалары хәбәрһеҙ юғалған. Һәр көндө улар ниндәйҙәр хәбәр көтөп ҡаршы ала. Тереләр тереклеген итә . Тик бына Илнур Ғәйзулла кеүек яңы тыуған сабыйын күрә лә алмай киткәндәр бигерәк йәл. Тиҙерәк бөтһөн ине был афәт.
Гөлдәр Ҡадаева.