Эй, йәш саҡ! Көпә-көндөҙ күктән йондоҙ сүпләп йөрөгән саҡтар! Ә баштарҙа тик йондоҙло уйҙар ғына. Моңға, хискә мөлдөрәмә тулы йөрәк сереңде айға, күктәргә сискән, һөйөү-һөйөлөү утында янған-көйгән, мөхәббәттең ҡайнар тулҡындарында гиҙгән мәлдәр...
Эй, мөхәббәт, шундай сихри көскә,
Мөғжизәгә һин бит эйәһең,
Типһә тимер өҙөр ирҙәрҙең дә
Ғорур башҡайҙарын эйәһең.
Йәш саҡта кем генә мөхәббәттең алтын бишегендә тибрәлмәй ҙә, ҡайһы ғына ҡатын-ҡыҙ, тик үҙенә генә арнап йырланған серенаданы ишеткеһе килмәй?! Меңәрләгән йондоҙҙар араһынан үҙеңә тәғәйен сағыу йондоҙоңдо табып алыу ҙа анһаттан түгел...
Алһыу томандар артынан, Аҡбуҙ атта елеп килер һөйгәнен уйлап, кем генә хыялланмай... Ә бер көн килеп ишек ҡаҡһа, ҡыҙ йөрәге нисек сыҙар?!
1979 йылдың июне... Йәйге сессия ваҡыты. Әсәйемдең: «Балам, хәләл һөт имгәндәргә генә тап булығыҙ инде!»—тиеп юрағаны юш килеп, бәхетле осраҡ мине Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетында уҡып йөрөгән Йылайыр егете Рәүф менән осраштырҙы.
Хәтеремдә, айлы кистә
Тәү осрашҡан минуттар,
Арбаның һин һөйөү менән,
Ҡайнар ине ул уттар.
Наҙлы ҡараштарың менән,
Һөйөп баҡтың күҙемә,
Ошо сихри зәңгәр күҙҙәр
Ғашиҡ итте үҙенә.
Алыҫ йәшлек таңдарында кисергән был ҡайнар хистәр һәр кемгә мәғлүм... Инде ғүмер уртаһын уҙған кеше булһам да, ошо йылылыҡ, ошо хистәр даръяһы мине ғүмерем буйы оҙатып килде. Рәхмәтлемен шуның өсөн һиңә, ҡәҙерлем! Ҡатын-ҡыҙға хас булған наҙлылыҡты, нәзәҡәтлекте, үҙһүҙлелекте, хистәрҙе нисек бар шулай ҡабул итә белгәнең,
донъя көткәндә, йөҙөп йөрөрлөк тулы хоҡуҡлы хужабикә булырға мөмкинлек тыуҙырғаның, үҙаллылығыма ирек биргәнең өсөн рәхмәт! Үҙемде ысын мәғәнәһендә, бәхетле ҡатын-ҡыҙ итеп тойоп йәшәргә шарттар тыуҙырғаның өсөн рәхмәт!
Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте ҡыҙыҡ бит ул! Тиктомалдан шарҡылдап көлгө, буштан-бушҡа гәлсәр күҙ йәштәре түкке, алыҫ ерҙән төшкән килен булараҡ, һары һағыштарға бирелгәндә, хистәреңә мөлдөрәмә тулған йөрәгеңде, күңел серҙәреңде бушатыр өсөн, көслө иңдәреңә башты терәп, түгелеп-түгелеп илағы килгән саҡтарҙа аңлағаның өсөн рәхмәт! Уртаҡ яҙмыш өсөн рәхмәт!
Инде бихисап йылдар бергәбеҙ! Шунсама йылдар эсендә шатлыҡты ла, ҡайғы күлдәрен дә аҙ киселмәне. Иңгә-иң терәп йәшәгәнгәлер инде, беҙ еңеп сыға алмаҫлыҡ кәртәләр, Аллаға шөкөр, булманы тиерлек. Кәңәшләшмәйенсә бер эште лә эшләмәнең, бер тингә лә теймәнең. Былар барыһы ла һинең тәрбиәлелегеңдән, оло йөрәкле булыуыңдан килә.
Яҙмышымдың яҡты һуҡмаҡтары
Алып сыҡты һинең юлдарға,
Етәкләшеп тормош юлын үттек,
Ғүмер бирҙек ҡыҙ һәм улдарға.
Өс ҡыҙға, бер уланға ғүмер биреп, барыһын да уҡытып, кеше итеп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙыҡ. Балаларыбыҙ барыһы ла юрист һөнәрен һайлап, һәр ҡайһыһы үҙенең яратҡан эше буйынса хеҙмәт юлы үтә. Килен-кейәүҙәрҙән дә уңдыҡ. Бөгөн беҙҙән дә бай кеше юҡ, сөнки «Ҡартатай, өләсәй!»—тиеп, ете ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә.
Ғүмер тигән оло һуҡмаҡтарҙы үткән кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Балаларыбыҙҙың тәрбиәле, рухлы, иманлы булыуында ла, аң-белемгә ынтылыштарында ла, юғары урындар биләп, абруй ҡаҙанып, эшләп йөрөүҙәрендә лә, тормошта үҙҙәре һайлаған юлдары булыуҙа ла, аталарының роле әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур.
Шөкөр итәм Хоҙайыма. Ысынлап та, уңдым мин тормош юлдашымдан. Изге күңелле, алтын ҡуллы кеше менән осраштырып, ғүмер юлын парлашып үтеү бәхетенә ирештергәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Ҡәҙерлебеҙ бөгөн 70-се яҙын ҡаршылап, тормош һуҡмаҡтарын барлай… Кешенең тәбиғәте ҡыҙыҡ инде ул: бала саҡта тиҙерәк үҫеп етеү теләге менән янып йәшәһә, буй еткергәс, зәңгәр томандар артында ҡалған йәшлеген, бала сағын һағына… Ә өлкәнәйгәс… Уйҙарында тормош буҫағаһынан әкрен генә өҫкә күтәрелә лә, үтелгән һуҡмаҡтарҙың иң осонда ҡыуанып та, моңланып та, бер аҙ һағышланып та баҫып тора.
Төрлө уй-хистәр солғап алған бөгөн юбилярҙы. Ә үҙе элеккеләй мөләйем, тик күҙҙәре генә бер аҙ етдиләнеп, сәстәренә ҡырау һырыған…
70 йәш ныҡлы ил ағаһы булып танылыу мәле. Һәйкәлтауға менеп етеү өсөн, бик күп ҡаршылыҡтарҙы еңергә, артылыштарҙы артылырға, бейеклектәргә үрләргә кәрәк. Бының өсөн һин ғәйрәтле лә, сос та, йылдам да, кәрәк икән, сабырлы ла була белдең, арымай-талмай илгә, халҡыңа хеҙмәт иттең. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, кисерештәр, осоштар һәм табыштар аша үтеп, тик табиптарға ғына хас сыҙамлылыҡты, эшһөйәрлекте асып бирә алдың. Дауалағандан һуң сәләмәтләнгән күпме кеше бөгөн һиңә рәхмәтле! Сибай ҡалаһында йәшәгәндәр генә түгел, барлыҡ Урал аръяғы райондары халҡының да һаман һине юллап килеүе, шылтыратыуҙары, ҡулыңдың шифалы дауаһын алырға тырышыуы эшеңә, күп йыллыҡ хеҙмәтеңә әйтеп аңлатҡыһыҙ оло баһа булып тора ла инде.
Гиппократ антына тоғро ҡалып, тиҫтәләгән йылдар буйы хеҙмәт итеп, аҡ халатлылар намыҫына тырнаҡ осондай ҙа кер төшөрмәй эшләй белеүең, изге күңелең, йомшаҡ ҡулдарың, оло йөрәгең өсөн ярата һине кешеләр! Бер ниндәй дан-шөһрәт артынан ҡыумай, ябай бер табип, ысын кеше булып ҡала белгәнең өсөн хөрмәтләйҙәр.
Донъяның ауырлыҡтарына, ҡаршы-лыҡтарына ҡарамай, күңелеңдең тупаҫланмағаны, керһеҙ булғаны өсөн яратабыҙ беҙ ҙә һине. Ихлас, тормошта тик үҙеңә генә хас тотҡан урының булыуы, кешеләр күңеленә нур сәсеп, балҡып йәшәй белеүең, тайған саҡта таянырҙай, иң терәрҙәй ныҡлы таяныс була белеүең менән ҡәҙерле һин беҙгә.
Ваҡыт даръяһы тормош мәшә-ҡәттәренә күмелеп, һиҙелмәй генә аға ла аға… Бөгөн һиңә 70 йәш! Тарих өсөн бик ҡыҫҡа миҙгел булһа ла, кешелек өсөн тоташ ғүмергә тиң ваҡыт арауығы…
Ғүмереңдең барлыҡ миҙгелдәре лә бөгөнгөләй шатлыҡта, ғаиләң, дуҫ-иштәрең, туғандарың, коллегаларың менән бергә үтһен! Киләсәгең тағы ла күркәмерәк, шишмәләрең сафыраҡ, ҡайындарың ағыраҡ булһын, ҡәҙерлем! Хистәрең һүрелмәһен, тормош усағың һүнмәһен! Ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәттәр һәр саҡ урап үтһен, күтәренке кәйеф, сәләмәтлек юлдаш булһын! Йылы ямғырҙар барлыҡ хәсрәттәреңде йыуып алып китһен, ә талғын иҫкән елдәр, бәхет еле булып, тик ҡыуаныстар ғына килтерһен!
Мең-мең рәхмәттәргә төрөп, тормош юлдашың, ғәзиз балаларың, ҡәҙерле килен-кейәүҙәрең, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәреңдең дә күңел йылыһын ҡабул ит! Хоҙай һине һаулыҡ-таҙалыҡтан айырмаһын!
Рузидә Үтәшева-Кәримова, мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.