Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Йәнсурина ла йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр кисереүсе әсә. Уның өлкән улы Радмир 2022 йылда мобилизацияланып, әллә нисә ҡаты яраланып әле лә нацизмға ҡаршы көрәштә йөрөй.
—Ул көн әлегеләй яман төш кеүек күҙ алдында тора. Мал ҡарап инеп торһаҡ, улыбыҙҙан хәбәр килеп төштө. «Әсәй, мин һалдат булам»,—ти. Аңламайым. Нисек инде һалдат була? Йыуатырға теләгәндәй, ике аҙнаға ғына ти. Мин бит телевизор ҡарамайым. Донъяла ниндәй хәлдәр барғанын да белмәй, үҙ алдыбыҙға ғына йәшәп ята инек. Айышына төшкәс, ҡолап китә яҙҙым. Тиҙ генә туғандарҙы йыйҙыҡ, ҡоҙағыйҙар килде, доғаларҙы уҡып, аятел-көрсине биле аша уратып, хәйерҙәр таратып, илашып оҙатып ҡалдыҡ. Тәүҙә Ҡазанда әҙерлек үттеләр. Түҙмәнек, кәрәкле әйберҙәр алып, тәмлекәстәр тейәп Ҡазанға сығып киттек. Барһаҡ, баҙармы ни, теҙелеп киткәндәр, һәр кемдең яҡыны килгән. Улыбыҙҙы ашатып, ҡосаҡлап, тағы хушлаштыҡ. Шул мәлдән бер аҙна үткәс, Луганскиға барып юлыҡты һәм алғы һыҙыҡҡа индерелде. Ауырыуға һабышып, аҡылдан яҙа яҙҙым. Көнө-төнө хәбәр көтәбеҙ. Бәйләнешкә инһә, түгелеп илайым. «Әсәй, илаһаң, һөйләшмәйем»,—тип бер тыйып ҡуйҙы. Әллә нисә яраланды. Ул тегендә саҡта улы тыуҙы. Улына хәҙер 3 йәш инде. Йәнә 5 йәшлек ҡыҙы бар. Шул балалары хаҡына имен генә ҡайтһын инде. Бар теләгем шул,—ти Нәсимә апай.
Нәсимә Әнүәр ҡыҙы менән Радик Салауат улы Йәнсуриндар—Әбделкәрим ауылының өлгөлө ғаиләһе. Улар бәләкәй саҡта бер урамда уйнап үҫеп өйләнешкән. Бер-бер артлы биш балаға—ике улға, өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Нәсимә апай Моратаза Рәхимов ҡулынан «Әсәлек» миҙалы алыуына ла һөйөнә. Улар балаларын татыу, эшһөйәр, ынтылышлы, маҡсатлы итеп үҫтерә. Радмир һөнәрселек училищеһында механик, ҡортсо, иретеп-йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ғәҙелбай ҡыҙы Диләне кәләш итеп ала. Тәүҙә «Юбилей» ятҡылығында, унан Магаданда тәжрибә туплай. Баймаҡ ҡалаһында иретеп-йәбештереүсе булып эшләп йөрөгәндә, юғарыла яҙылғанса, мобилизацияға эләгә.
Йәнсуриндарҙың башҡа балалары—Нәзилә, Гүзәлиә, Нуриман, Фирүзә медицина юлынан киткән. Билдәле булыуынса, был һөнәр эйәләре лә үтә яуаплылыҡ талап итә.
—Бөгөн һәр көнөмдө донъяға тыныслыҡ һорап ҡаршы алам. Тиҙерәк Еңеү килһен, балалар именлектә йәшәһен тип теләйем. Минең дә, Радиктың да ҡартатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ветерандарҙан ишетеп тә, тарихтан уҡып та беләбеҙ: Еңеү еңел бирелмәй. Шулай ҙа беҙ-ҙең теләк-доғалар, уландарыбыҙҙың батырлығы менән ул яуланыр. Һәр бер ата-әсә үҙ балаҡайҙарын имен-һау ҡаршы алһын,—ти Нәсимә апай.
Изге теләктәр теләп, намаҙ уҡып, өйөн аллы-гөллө бәйләмдәргә күмгән, йортонда ҡот уйнатҡан, матур гөлдәр үҫтергән, ҡайтҡан бер балаһын тәмле аштар менән ҡаршы алып, фатихалар менән оҙатып ҡалған әсә шиғри күңелле булыуы менән һоҡландырҙы. Нәсимә апайҙың шиғырҙары ҡәҙерләп дәфтәргә тупланған. Уларҙа донъяға һөйөү ҙә, һағыш та сағыла.
—Һөнәрем буйынса тегенсемен. Аҡъярҙа көнкүреш йортонда хеҙмәт юлын башлағайным. Әсәйем ауырығас, ауылға ҡайттым. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләнем. Һигеҙенсе кластан дуҫлашҡан Радик менән ғаилә ҡорҙоҡ. Ирем совхозда механизатор булып эшләне. Әле «Юбилей» ятҡылығына йөрөп эшләй. Шөкөр, 37 йыл иңгә-иң терәп йәшәйбеҙ,—ти тормош иптәшенән уңыуына ҡыуанып Нәсимә Әнүәр ҡыҙы.
Йәнсуриндарҙың өйөндә генә түгел, ихатаһында ла ҡот уйнай. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Йорттары ла күркәм булып, әллә ҡайҙан саҡырып тора. Ике уңған кешенең ҡауышыуы тормоштарын йәмле иткән. Йылы, нурлы
донъяларын ҡайғы-хәсрәт урап үтһен. Ата-әсәһен, ҡатынын, балаларын һәм башҡа яҡындарын ҡыуандырып Радмир иҫән-һау, үҙ аяҡтарында тиҙерәк ҡайтһын...
Резеда Усманова.