Илебеҙҙә махсус хәр-
би операция баш-ланғас та «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ағза-лары тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә ярҙам итеүҙе ойоштора. Бөгөн дә был эш дауам ителә, әле ойошманың үҙенең айырым бүлмәһе бар. Барып ингәс тә уны штабҡа оҡшатырға ла була: кемдер бында ярҙам һорап килә, икенселәре гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә, ваҡытлыса ялға ҡайтҡандар үҙҙәренең хәрби әйберҙәрен тапшыра. Йәш быуын да был бүлмәне урап үтмәй, илһөйәрлек дәрестәре үтә, ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар була.
—Беҙҙе кешенең матди байлығы берләштермәне, ә хәрби туғанлыҡ ҡанундары тупланы. Кем әрмелә булған уны яҡшы белә: хәрби хеҙмәт—ир-егеттең изге буры-
сы һәм тап ул беҙҙе мәңгелеккә туғанлаштырҙы. Ойошманың беренсе маҡсаты, әлбиттә, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау,—ти Рәмис Рәфис улы.—Хөкүмәт тарафынан уларға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында күп кенә программалар ҡабул ителгән. Уларҙы файҙаланыу өсөн ветерандарға кәрәкле документтар йыйып, мөрәжәғәттәр яҙып, ярҙам итәбеҙ. Кәрәк булһа, шифаханаларға путевка ла алып бирешәбеҙ. Махсус хәрби операция беҙҙең ойошма ағзаларын тағы ла нығыраҡ үҙенә тупланы, берләштерҙе тиһәк тә була. Сөнки «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы егеттәре был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә, ғаиләһенә лә иғтибар бүлеп, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Йорт-ҡаралтыларын ремонт-лайбыҙ, утын алып бирәбеҙ, ярып, өйөп тә ҡуябыҙ, башҡа хужалыҡ эштәрендә лә булышлыҡ итәбеҙ. Батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ асыу буйынса ла эштәр алып барабыҙ. Яу яланында батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙе һуңғы юлға оҙатыу сараларында ҡатнашабыҙ, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Айырым чат, төркөм-дәрҙә, элекке үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙ ярҙамында ла яҡташтарыбыҙҙы эҙләйбеҙ, уларҙы табабыҙ. Шулай уҡ «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ветерандары йәштәр һәм уҡыусылар араһында пат-риотик тәрбиә алып барыу маҡсатында күп саралар ойоштора. Улар менән берлектә төрлө спорт ярыштарында, кисәләрҙә даими ҡатнашабыҙ. Шуны лә әйтеп китергә кәрәк, Урал аръяғы райондарының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмалары үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй. Даими рәүештә слет үткәрәбеҙ, «Түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙәр уҙғарып, һуңынан спорт сараларында көстәребеҙҙе һынап ҡарайбыҙ. Бындай осрашыуҙы беҙ, баймаҡтар, башлап ебәргән инек, әле башҡа райондар уны матур итеп дауам итә.
Ойошманың үҙенең уставы бар, әйткәнемсә, бөгөн уның сафын махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр тулыландыра. Беҙҙең төп бурыс: ҡулыбыҙҙан килгән тик-лем ил һаҡсыларына ярҙам итеү, улар һораған әйберҙәрҙе (автомобиль булһынмы, блиндаж төҙөү өсөн бағана-таҡталармы, төрлө инструменттармы, йылы әйберҙәр, медицина кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар) шунда уҡ туп-лап, районда эшләп килгән «Беҙ бергә!» (етәксеһе—Лилиә Таҡаева) ирекмәндәр ойошмаһы менән яу биләмәһендәге яҡташтарға оҙатабыҙ, үҙебеҙ ҙә бер нисә тапҡыр гуманитар ылау алып барҙыҡ.
Әйткәндәй,
Рәмис Рәфис улы Әмиров Баймаҡ районы Таһир ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Сибай һөнәрселек училищеһында белем ала. 18 йәше тулғас та әрме сафына алына, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Дағстандың Дербент ҡалаһында, артабан Ярославль өлкәһендә уҡыуҙа була.
Үҙ теләге менән Чечняға китә. Йыл ярым илебеҙ сигендә хеҙмәт итә, Грузия һәм Чечняла була.
—Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватан ҡушҡанды үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген белдереү мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған сик буйы ғәскәренә эләгеү бик аҙҙарҙың өлөшөнә төшә. Беҙ ысынлап та, «һалдат һурпаһы»н татып, әрменең ысын һабағын алып ҡайттыҡ. Әрме беҙҙе ысын ир-егеттәр характерын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны, тип ышаныс менән әйтә алам,—ти ул.
2004 йылда Рәмис Әмиров ефрейтор званиеһы менән тыуған яҡтарына ҡайта. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Магнитогорск ҡалаһындағы Носов исемендәге дәүләт тау университетын тамамлай. Әле ул вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, ҡатыны Айгөл менән ике ул тәрбиәләй.