Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Февраль , 15:00

Гөрләп йәшәнек, янып эшләнек

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында йәшәүсе мәғариф ветераны, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы,Башҡортостандың мәғариф отличнигы, күкрәгендә «Хеҙмәт ветераны», «Башҡортостандың йөҙ йыллығы» юбилей миҙалы, «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе йөрөтөүсе, төрлө йылдарҙа «Йәшлек», «Атайсал» гәзиттәренең лауреаты булып танылған С.М. Байназарова күркәм юбилейын билдәләй.

Гөрләп йәшәнек, янып эшләнек
Гөрләп йәшәнек, янып эшләнек

Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова «Атайсал» гәзитен уҡыусыларға йәмәғәт хәбәрсеһе булараҡ таныш булһа, коллектив өсөн яҡын һәм үҙ кеше. Үтә лә яуаплы, әйткән һүҙендә тора белгән, маҡсаттарынан тайпылмаҫ, тәрән фекерле замандашыбыҙ беҙгә һәр яҡлап өлгө.
Илебеҙҙә үҙгәрештәр башланып, республикабыҙ үҙаллылыҡ яулағас, рухи күтәрелеш кисерҙек. Шул осорҙа Сибайҙа башҡортса гәзит булдырыу мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Был изге эштең башланғысында Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова ла була. Телһөйәр, илһөйәр замандаштары менән милли матбуғатыбыҙҙы асыуға өлгәшәләр. Шул мәлдән Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы «Атайсал»ды үҙ балаһындай ҡурсалай, яҡлай, уның биттәре аша әйтер һүҙен халыҡҡа еткерә. Хатта ҡайһы бер йылдарҙа редакция хеҙмәткәрҙәре менән ауылдарға сығып, халыҡ менән осрашып, гәзиткә яҙылыу ҙа ойошторошто. Ул бер ҡасан да үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәне, эше өсөн хаҡ һораманы. Был—уның күңел талабы. Мәғариф ветераны хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, гәзит менән бәйләнешен өҙмәй. Йә үҙе мәҡәләләр яҙа, йә журналистарға идея бирә. Халҡым, телем, ерем тип янып йәшәгән, кешеләрҙә рух, илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүгә бар көсөн һалған Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙын һис шикһеҙ беҙ үҙебеҙҙең коллегабыҙ, хатта остазыбыҙ тип әйтә алабыҙ. Уның яҙғандары уҡымлы, һөйләмдәре төҙөк, аныҡ булыуы менән беҙҙе һөйөндөрә.
Күркәм юбилейы алдынан беҙ уның менән әңгәмә лә ҡорҙоҡ.
—Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы, «Атайсал» гәзите биттәрендә һеҙ ойошторған саралар хаҡында күп яҙҙыҡ. Ә бына шәхсән үҙегеҙ хаҡында мәҡәләне иҫләмәйем. Был хатаны төҙәтеп, һеҙҙең хаҡта белешмә алып, әңгәмәләшергә теләйем. Оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, рухлы уҡыусылар тәрбиәләүегеҙ хаҡында хәбәрҙармын. Ә бына ҡайҙа уҡынығыҙ? Хеҙмәт юлын ҡайҙан башланығыҙ?
—Мин Баймаҡ районы Күсей ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуҙым. Ауылда 8-се класты тамамлағас, Ирәндек аша артылып, йәйәүләп, Баймаҡ интернатына сығып киттем. Ул мәлдә айыу, бүре тип ҡурҡыу ҙа юҡ, ағас ташыған машиналар геүләп йөрөп тора ине. Ҡайһы бер класташтарым Түбә ауылында уҡыуын дауам итһә, мин Баймаҡҡа юлландым. Яҡшы уҡыным. 10-сы клас-
ты тамамлағас, һеңле-ҡустыларҙы ҡарашам тип, йыраҡ китмәнем, Сибайҙа тегеү фабрикаһында эш башланым. Был шөғөлгә Баймаҡ интернатында хеҙмәт дәресендә өйрәткәйнеләр, тормошта ярап ҡалды. Бер йыл тегенсе булараҡ тәжрибә туплағас, үҙем уҡыған белем усағына барып тәрбиәсе, китапханасы булып эшләнем. 1970-1971 йылдарҙа тыуған ауылыма ҡайттым, клуб мөдире булдым. Унан Күсей мәктәбенә күстем. Күрше ауылдарҙан килеп уҡыусылар ятағына тәрбиәсе итеп саҡырҙылар. Был ваҡытта Стәрлетамаҡ институтында ситтән тороп филолог һөнәрен үҙләштерә инем. Шул мәлдә мине ауыл советына рәйес итеп тәғәйенләнеләр.
—Йәш кенә булғанһығыҙ бит. Ризалаштығыҙмы?
—22 йәш кенә ине шул. Ул ваҡытта баш тартып булманы. «Һин комсомолка, һин партия ҡушҡанды үтәргә те-
йеш»,—тип эш ҡуша ла ҡуя торғайнылар. Хәҙер аптырап ҡуям: нисек эшләнем икән? Хөрмәтле ағайҙар, һуғыш ветерандары йомош менән килә ине. Шундай ихтирамға лайыҡ ағай-олатайҙар, апай-инәйҙәр менән эш иткәнмен. Райондан да абруйлы ағайҙар ышаныс белдергән. Ике йыл ауыл советында эшләнем. Гөрләп торған осор ине. Шул йылдарҙа ауыл советы, медпункт, китапхана, почта, бүлексәнең контораһы яңы бинаға күсте. Боронғо ағас мәктәп ябылып, яңы белем усағы үҙ ишектәрен асты. Күсей биләмәһенә 4 ауыл ҡарай ине. Уларға йөрөү өсөн ат егергә өйрәндем, ат менән сығып китә инем. Йылдар үткәс, ауыл уҙамандары миңә килеп: «Ҡарындаш, ут булдың бит һин, шәп эшләнең»,—тип әйтеп китә ине. Быны мин хеҙмәтемә баһа итеп ҡабул иттем.
—Ҡыҙ балаға ошо ҡыйыулыҡ ҡайҙан килгән икән?
—Ғаиләлә атай-әсәйем дә, апайым-һеңлем дә, ҡустым да ундай түгел, улар тыныс, баҫалҡы. Мин бер үҙем шытып сығып барам, әүҙеммен. Ҡыйыулыҡ Күсей мәктәбендәге уҡытыусым, класс етәксебеҙ Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәновтың тәрбиәһенән киләлер тип уйлайым. Ул беҙҙе математиканан уҡытты, төрлө сараларға йәлеп итте, актив итеп үҫтерҙе. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен!
—Уҡытыусы тигәндәй, һеҙ үҙегеҙ ҙә 43 йыллыҡ дөйөм эш стажының 39 йылын мәғарифҡа арнаған педагог бит әле?
—Эйе, ауыл советында артабан эшләргә өгөтләһәләр ҙә, ул эште ҡалдырып, Төркмән мәктәбенә уҡытырға килдем. Унан Баймаҡ интернатында белем бирҙем. Аҙаҡ ғаиләм менән Төйәләҫ ҡасабаһына килеп төпләндек. 1985 йылдан 2008 йылға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Хаҡлы ялға сығып, 5 йыл ял итеп алғас, 2013 йылда Төйәләҫтәге балалар баҡсаһына музыка етәксеһе итеп саҡырҙылар. 3,5 йыл яратып башҡарҙым был эште.
—Әйткәндәй, һеҙ гармунда бик матур уйнайһығыҙ, йырлайһығыҙ ҙа. Был һөнәрегеҙ ҙә ярап ҡалған, тимәк.
—Баймаҡ интернатында уҡыған йылдарҙа үҙаллы гармунда уйнарға өйрәнгәйнем. Ноталарҙы ла белмәйем. Ишеткәндәремде тойомлап, төймәләргә баҫып өйрәндем инде. Алдан уҡыу эләкһә, бәлки, нәҡ ошо йүнәлештә лә һөнәр һайлаған булыр инем. Йыр-моңға битараф түгелмен. Хәйер, әҙәбиәт дәресендә лә гармунымды ҡулландым, ҡайһы бер шиғырҙарҙы йыр аша өйрәттем. Мәҫәлән, «Ел, ерәнем», «Шайморатов генерал» һәм башҡалар. Дәресте йыр менән биҙәп, ҡыҙыҡһындырып үткәрһәң, баланың иҫендә нығыраҡ һаҡлана.
—Төйәләҫ мәктәбендә уҡытҡан йылдарҙа ла бик әүҙем булдығыҙ, төрлө саралар ойошторҙоғоҙ.
—Балалар өсөн фольклор ансамбле астым, шулай йәш быуынды үҙебеҙҙең йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырыу маҡсаты булды. Унан ауыл тарихын сағылдырған музей асыу теләге уянды. Уны бойомға ашырыу еңелдән булманы. Мәктәпкә Илүзә Әсҡәт ҡыҙы Буранғолова директор булып килгәс, ниһайәт, 2020 йылда ул музей асылды. Шулай уҡ тәүге директор Мөхәмәтғәле Хажиәхмәт улы Халиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да, фольклор ансамблен дә етәкләргә тура килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас ағинәйҙәр ҡорон ойоштороп ебәрҙем. 2021 йылдың ғинуарында берләштек тә шунда уҡ конкурстарҙа ҡатнаша башланыҡ. Сибайҙа үткән «Тәмле» конкурсында милли аш-һыуҙар менән Гран-при яуланыҡ. Унан «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»ндә, «Урал аръяғы» инвес-тиция һабантуйында еңеп сыҡтыҡ. Әле Төйәләҫтән Сибайға күсһәм дә ағинәйҙәр менән бәйләнеште өҙмәнем, бергә-бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ.
—Сибайға килгәс тә фатирға «бикләнмәнегеҙ», төрлө сараларҙа ҡатнашаһығыҙ?
—Мәҙәни сараларҙан ҡалмаҫҡа тырышам. Сибай башҡорттары ҡоролтайы ултырыштарына йөрөйөм. Һуғыш осоро балалары йәмғиәтенә ярҙам күрһәтәм. Гәзит-журналдар алдырам, уҡыйым, яҙышам. Әле йылдар буйына яҙған мәҡәләләремде туплап, юбилейыма Әлнисә Алдырханова ярҙамында китап әҙерләйбеҙ.
—Гәзит-журнал тигәндәй, һеҙ бит «Атайсал» гәзитен асыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индергән кеше. Нисегерәк булды был хәл?
—Уҙған быуаттың 90-сы йылдары рухи күтәрелеш, үҙгәреш йылы булып тарихҡа инде. Үҙаллылыҡ яулайбыҙ тип, Сибайҙан бер вагон кешеләр Өфөгә юлланыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Өс баламды (Әлиәгә—13, Ләйсәнгә—6 йәш, Рәилгә—2 йәш) өйҙә ҡалдырып, баш ҡалаға сығып китсәле! Шул тиклем рухланып йөрөгән мәл булғандыр инде. Ямғыр яуа, беҙ плакаттар тотоп Өфө урамында торҙоҡ. «Беҙ Рәхимов яҡлы» тип төнө буйына плакат әҙерләгәйнем шул. Аҙаҡ баш ҡаланан геройҙар һымаҡ, төрлө идеялар менән дәртләнеп ҡайттыҡ. Өфөлә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге булдырылды, ә Сибайҙа «Ирәндек» һәм «Сибай» үҙәктәре эш башланы. Береһенең етәксеһе—Рамаҙан Үтәғолов, икенсеһенеке Сәмәрхан Ҡунафин булды (Аҙаҡ ошо ике үҙәк берләштерелеп, ҡала башҡорттары ҡоролтайы булып эшен дауам итте). Ошо үҙәктәрҙең филиалын Төйәләҫтә асып, шуның менән рәйеслек иттем. Аҙна һайын көплө машиналарға тейәлеп, Сибайға килеп, йыйылышып, пландар ҡора инек. Шуларҙың береһендә ҡалала башҡорт гәзитен асыу идеяһы тыуҙы. Уның башланғысында бик күптәр торҙо. Сәлимә Өмөтбаева, Рамаҙан Үтәғолов һәм башҡалар. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың ярҙамы менән ул асылды. Тәүге һан «Йәншишмә» исеме аҫтында «Сибайский рабочий» гәзитенең ҡушымтаһы булып сыҡҡайны. Аҙаҡ айырым матбуғат баҫмаһы булып китте. Тәүге һандарҙан мәҡәләләр менән ярҙам иттем, гәзиткә яҙылырға өндәнем.
—Һеҙ Төйәләҫ мәктәбендә башҡорт класын асыуға ла күп көс һалғанһығыҙ?
—Еңел бирелмәне ул. Хатта «милләтсе» мөһөрө лә һуғып бөттөләр. Башҡорт балалары үҙ телендә уҡырға тейеш тигән фекерҙе ата-әсәләргә аңлатыуы бик ауырға төштө. Бер туҡтауһыҙ йыйылыш үткәрҙек, аңлаттыҡ. Тәүге йыл 6-7 баланы ғына беренсе класҡа йыя алдыҡ. Унда ла йә кабинет бирмәнеләр, йә уҡытыусы юҡ. Минең менән Рәфҡәт һәм Гәүһәр Мәхейәновтар янып-көйөп йөрөгәйне. Рус теленән уҡытһа ла, дәрестәренән баш тартып, Гәүһәр Абдулла ҡыҙы 1-се башҡорт класын алырға теләк белдерҙе. Башта коридорҙа шаршау менән бүлеп шунда уҡытты. Унан ашхананың бер мөйөшөндә кабинет булдырҙылар. Башҡорт класы әҙәпле, тәртипле булыуы менән айырылып торҙо. Уларҙы театрҙарға йөрөттөк, конкурстарға алып сыҡтыҡ, «Төйәләҫ» фольклор ансамбленә йәлеп иттек. Быны күреп, ата-әсәләр башҡорт класына тартыла башланы.
—Һеҙҙең дәүерҙә уҡытыусы мәктәп стенаһына ғына бикләнеп ҡалмаған, йәмәғәт башланғысында йөрөгән.
—Эйе, элек шулай булды. Тәүҙә мин Төйәләҫкә теләр-теләмәҫ кенә килгән инем, оҙаҡҡа унда төпләнермен дә тип уйламаным. Әммә ғүмеремдең күп өлөшө шунда үтте. Бер тыл ветераны: «Сәғиҙә, һин Төйәләҫкә килгәс, бындағы башҡорттар башҡортса һөйләшә башланы»,—тип рәхмәт әйткәйне. Хатта рус милләтле ветерандар минең менән башҡортса һөйләшергә тырыша ине. Үҙемә генә түгел, милләтемә ихтирам тойҙом. Ауылда ла бик күп саралар уҙғарҙыҡ. 2007 йылда Шәжәрә байрамы үткәрҙек, Ҡаҙ өмәһе байрамы гөрләп уҙҙы. Ветерандар бик күп ине, йыш осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Һаман иҫләйем: 9 май—Еңеү көнөнә уларҙы саҡырҙыҡ. Ветерандарҙың береһе Николай Иванович Величконың бер аяғы юҡ ине. Дәртләнеп киттеме икән, таяҡтарын асыу менән ташлап ебәреп, һыңар аяҡ менән бейене. Аҙаҡ оҙаҡ был сара өсөн рәхмәт белдерҙеләр.
—Ысынлап та, янып, ихлас эшләгәнһегеҙ һәм бөгөн дә шул дәртте һүндермәй, әүҙем булып ҡалғанһығыҙ. Һоҡланырға ғына ҡала.
—Рәхмәт! Бөгөн мин балаларымдың, 5 ейәнсәрем, 4 ейәнемдең уңышына ҡыуанып, улар менән сәйәхәттәргә йөрөп, һөйөнөп йәшәйем. Йәшлек бушҡа үтмәгән. Барлар уңыштар бар, шөкөр. Йәштәргә кәңәшем шул: йәшлек—үҙе ҙур мөмкинлек, шуны ҡулдан ысҡындырмаһындар!

 

 


Резеда Усманова.

 

Автор: РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас