Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Февраль , 23:00

Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар

Салауат һәм Арыҫлан Аманбаевтар—игеҙәктәр. Улар Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында үҫкән. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай күп профилле профсессиональ колледжында уҡығандар. «Электр һәм электр механик ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү» специальносы буйынса белем алыуҙарын тамамлау менән әрме сафына юлланғандар.

Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар

-Игеҙәктәрем уҡыу йортон уңышлы тамамланы, әммә ҡулдарына диплом алып өлгөрмәйенсә, шиғырҙа яҙылғанса һалдат итеп алдылар, билдәренә ҡайыш һалдылар. Дипломдарын беҙ барып алдыҡ,--тип һөйләй улдарының әрме сафынан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөүсе әсә Сәмәриә Исмәғил ҡыҙы.-Нимәһенә ҡыуандыҡ: һалдатҡа башҡорт лицейында уҡыған класташтары, колледждағы төркөмдәштәре менән алындылар. Арҡайым ҡасабаһынан Айнур Шәкиров менән бала саҡтан айырылғыһыҙ дуҫтар булдылар, әрмегә лә бергә киттеләр, башта бергә булдылар. Тик 6 айҙан һуң һалдаттар төрлө яҡҡа оҙатылды. Сөнки Айнур Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА), ә Салауат һәм Арыҫлан мина шартлауын киҫәтеү взводына бүленде.

2025 йылдың 26 июнендә юлға сыҡҡан Сибай егеттәре Хабаровск крайының Красная речка ҡасабаһында урынлашҡан 59313-45 хәрби часта хеҙмәт итә. Егеттәр учебка үтеп, заманса хәрби техника менән идара итергә өйрәнә. 2025 йылдың октябрь аҙағында Салауат һәм Арыҫлан Аманбаевтар командировкаға Брянск өлкәһенә ебәрелә. Әлеге ваҡытта улар Ватаны алдындағы бурысын шунда үтәй. Блиндажда йәшәйҙәр, күп ваҡыттарын окоптарҙа хәрби задание үтәп уҙғаралар, ил сиктәрен һаҡлайҙар.

Игеҙәктәр Салауат һәм Арыҫлан күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ғаилә башлығы Рәис Зиннур улы Аманбаев—отставклағы полиция подполковнигы, Эске эштәр органдары министрлығы ветераны. Оҙаҡ йылдар Хәйбулла районы, Учалы ҡалаһы полицияһында эшләгән, енәйәти эҙләнеү, участка полицейскийҙары бүлектәрен етәкләгән. Рәис Аманбаев хәрби бурысын Новосибирскиҙа ракета ғәскәрҙәре сафында үтәгән. Түбәнге Тагилда милиция мәктәбен тамамлаған.

-Беҙ икебеҙ ҙә Хәйбулла районынан. Ирем—Әбделнәсирҙән, мин Сиҙәм ҡасабаһында үҫтем,--тип һөйләй ғаиләләре тураһында Сәмәриә Исмәғил ҡыҙы.-Мәктәпте тамамлаған мәлдә Рәис беҙҙең ҡасабаға практика үтергә килде. Йәш арабыҙ 10 йыл булыуға ҡарамаҫтан, беҙ-беребеҙҙе оҡшаттыҡ һәм өйләнештек.

Аманбаевтарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп 1993 йылда Ләйсән,1994 йылда Лилиә ҡыҙҙары тыуа. Ирен эше буйынса Учалы ҡалаһына йүнәлткәс, шунда йәшәргә күсәләр һәм 2005 йылдың 16 мартында игеҙ бәхеттәрен—игеҙәк улдарын ҡулға алалар. Малайҙарҙы апайҙары ныҡлы ҡараша, әсәһенә һәр яҡлап ярҙам итә. Әлеге көндә ҡыҙҙарҙың икеһенең дә үҙ ғаиләләре бар. Атай-әсәйҙәрен 2-шәрҙән 4 ейәнсәр табып ҡыуандырғандар.

Аманбаевтар Учалынан 2010 йылда Алтын ҡасабаһынан өй алып күсеп ҡайта. Рәис Зиннур улы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Сәмәриә Исмәғил ҡыҙы «Рәсәй почтаһы»нда оператор булып эшләй. Ул һөнәре буйынса бухгалтер, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.

Игеҙәк улдарын атайҙары баштан ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырыша. Үҙе иманлы кеше булараҡ, дин тәғлимәттәрен дә өйрәтә, рухи яҡтан да, физик яҡтан да ныҡ булыуҙарын теләй. Шәхси өйҙә үҫкән малайҙар эш рәтен белә, сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн күнекмәләр яһай, әрмегә ныҡлы әҙерләнә. Шуға ла уларға һалдат мәктәбен үтеү бик ауыр түгел.

Ни тиһәң дә, әрме сафын үтмәйенсә, ир-егеттәргә ғүмерҙең асылына төшөнөү бик ауыр. Хәҙерге заманда, етмәһә, ҡулында хәрби билеты булмаған кешене аҡсалы эшкә алып та бармайҙар. Хәрби устав, уставтан тыш мөнәсәбәттәр, казарма тормошо, ундағы йәшәү шарттары һалдаттарға шаҡтай тормош һабағы бирә. Йәғни, әрмелә булыусылар тиҙерәк ир ҡорона тулыша. Киреләнеүҙәрен, тәкәбберлектәрен еңергә, сама белергә, ата-әсәне, дуҫлыҡты ҡәҙерләргә өйрәнә. Салауат һәм Арыҫланға иһә һалдат бурысын лайыҡлы үтәп, йәйгә ата-әсәһе, туғандары, яҡындары, һөйгәндәре янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева.

фотолар Аманбаевтарҙың шәхси архивынан

Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Һалдат итеп алдылар, билгә ҡайыш һалдылар
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас