Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Февраль , 15:25

Тыуған яғын онотмай!

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына меценат 240 медицина матрасы, 234 йылы юрған, 240 түшәк бүләк иткән. Былар әйбер генә түгел, ә сирлеләргә ҡарата хәстәр һәм уларға уңайлылыҡ тыуҙырыу.

Тыуған яғын онотмай!
Тыуған яғын онотмай!

Был ярҙамды Сергей Петрович Продовиков күрһәткән. Ул Баймаҡ ҡалаһында Пименов урамында үҫкән. Ошонда 3-сө мәктәптә уҡыған. “Газпром” структураһында ябай слесарҙән ҙур етәксегә тиклем юл үткән. Бөгөн ул уңышлы бизнесмен һәм үҙенең тыуған ҡалаһын онотмай.

--Яңы матрастарҙы, юрғандарҙы күргән һайын, пациенттарҙың йылмайыуын күҙ алдына килтерәм. Улар Сергей Петровичты белмәһә лә, уның хәстәрен тойор. Бөтә коллектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,--ти баш табип вазифаһын башҡарыусы Эльвира Гатина.

Ә элекке, әммә әле лә ҡулланырға яраҡлы йомшаҡ инвентарҙе дауахана коллективы яугирҙәр госпиталенә ебәрергә планлаштыра.

Тыуған яғын онотмай!
Тыуған яғын онотмай!
Тыуған яғын онотмай!
Тыуған яғын онотмай!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас