Кеше ғүмере—уянып килеүсе тәбиғәтте һиҙелер-һиҙелмәс̧ кенә һыйпап үткән таң еле кеүек... Ул шул ҡәҙәр ҡыҫка, әйләнеп ҡарарға ла өлгөрмәйһең, һағыш-моңға һалып, уҙа ла китә икән... Әгәр шулай ҡыҫҡа икән, ул хайран ҡалырлыҡ гүзәл булырға, шатлыҡтарҙан ғына торорға, иҫ киткес аҫыл таштай балҡырға тейештер, моғайын.
Кеше китә, ә уның эҙе ҡала... Кемдәрҙелер бик тиҙ оноталар, ә кемделер оҙаҡ иҫкә алалар. Халыҡ хәтерендә, туғандары, ҡатыны, балалары күңелендә яҡты нур булып һаҡланыусы, аҫыл таштай балҡыусы оло шәхестәребеҙҙең береһе—районыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, заманында алдынғыларҙан булған «Таналыҡ» колхозының тәүге председателе, уны оҙаҡ йылдар етәкләүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ә.Ә.Ниғмәтуллиндың тыуыуына—80 йыл. Бар эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәтенә бағышлаған Әкрәм Әғзәм улының яҡты иҫтәлегенә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Халҡы өсөн янып йәшәне» исемле ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте.
Кисәлә абруйлы ҡунаҡтар—Рәсимә Әхәт ҡыҙы Ниғмәтуллина, Гөлназ Әкрәм ҡыҙы һәм Тимур Илдар улы Буранҡаевтар, Миңнур Мурзабулат ҡыҙы Ишбулатова, Рим Һатыбалды улы Сыңғыҙов, Илшат Хәмит улы Ситдыҡов, ауыл хакимиәте башлығы Шамил Сәғәҙи улы Нәҙербаев, ауылдаштары ҡатнашты.
1975 йылдың 19 февралендә хәл иткес йыйылыш була һәм Мерәҫ бригадаһы, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздан бүленеп, үҙ аллы«Таналыҡ» колхозы итеп ойошторола. Яңы барлыҡҡа килгән хужалыҡҡа етәксе итеп юғары белемле белгес, колхозда баш агроном булып уңышлы эшләп, тәжрибә туплаған Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин тәғәйенләнә.
—Әкрәм Әғзәм улының: «Рамаҙан Габбасович, беҙ һинең уҡыу тамамлап ҡайтырыңды алдан белеп, көтөп тора инек, әйҙә, эшкә тотон. Яҙғы сәсеүҙе имен-аман үткәрәйек», тип әйткәнен әле булһа ла яҡшы иҫләйем,—тип ул көндәрҙәге хәтирәләре менән бүлеште Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Рамаҙан Ғәббәс улы Ямантаев.
Ә.Ә.Ниғмәтуллин эргәһенә ошондай уҡ юғары белемле белгестәрҙе йыя. «Ауыл хужалығы техникумын тамамлап ҡайтыу менән Рәис Мөртәйләков урынына мине ферма мөдире итеп ҡуйҙы»,—тип хәтер йомғағын һүтте хеҙмәт ветераны Рафаэль Бәҙретдин улы Байрамғолов.
Колхоз ойошторолған көндәрҙән алып бергә эшләүсе хеҙмәт ветерандары— ул ваҡыттағы йәш һауынсылар, яңы уҡыу тамамлаған ҡыҙҙар Әлибәкова Сафура Зәкир ҡыҙы, Шафиҡова Фәйрүзә Мирза ҡыҙы, Хәсәнова Гөлсинә Хәкимйән ҡыҙы, Утарбаева Ғилминур Муллағәле ҡыҙы, Латыпова Әнүзә Зәкир ҡыҙы, Хәсәнова Фәүзиә Мөхәмәт ҡыҙы, был осорҙа зоотехник һөнәренә эйә булып ҡайтып эшкә тотоноусы Байрамғолов Юлай Һиммәт улы ла матур иҫтәлектәре менән бүлеште.
29 йәшлек етәксе ҡырсылыҡты күтәреүгә лә күп көс һала, сәсеү әйләнештәрен яйға килтерә. Шулай уҡ колхоздың базаһын нығыта. Прораб, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәфҡәт Әшрәф улы Сырлыбаев менән МТМ, йылы гараж, заправка һалдырталар. Сөнки ошоға тиклем тракторҙар, машиналар асыҡ һауала тора, шунда уҡ ремонтланған булған. «Әкрәм Әғзәм улы таңдан алып төнгә тиклем колхозсылар араһында булды, кирза итек кейеп алып, һөрөлгән баҫыу аша йәйәү үтә ине. Күп ауыр мәсьәләләрҙе үҙенең ипле булыуы һәм кеше хәленә инә торған ябайлығы менән еңеп сыҡты»,— тиҙәр ҡырсылыҡтың ауыр йөгөн бергә тартыусы Фазлиахметов Дәрүәрт Мәхийән улы, Утарбаев Рафиҡ Миннибай улы, Нәҙербаев Мәһәҙей Мөхтәр улы, Ямантаев Салауат Рәфҡәт улы, Үҙәнбаев Ишбулды Исмәғил улы, Нәҙербаев Рафиҡ Рәфҡәт улы.
Ә.Ә.Ниғмәтуллиндың бик талапсан, шул уҡ ваҡытта мәрәкәсел булыуын да телгә алдылар. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Р. Һ.Сыңғыҙов һәм И.Х.Ситдыҡов Әкрәм Әғзәм улы менән бергә эшләгән йылдарын бик һағынып һөйләне. «Нимәгә генә тотонмаһын, барыһы ла ҡулынан килә ине. Егәрлелеге, сәме, дәрт -дарманы ташып торҙо. Кәрәк ерҙә тәнҡитләп тә алды, эш тәжрибәһе менән дә бүлеште. Арабыҙҙан бик иртә китте, шуныһы ҡыҙғаныс»,— тине улар.
Ғаилә дуҫтары, Мерәҫ ауылында партбюро секретаре булып эшләп, йәшәп китеүсе Азамат Ишбулатовтың тормош иптәше Миңнур апай ҙа йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Рәсимә Әхәт ҡыҙы Ниғмәтуллина иренең тормошто, кешеләрҙе, эште, хеҙмәтте, дуҫлыҡты, балаларҙы һәм ата-әсәһен, туғандарын бик ныҡ яратыуын, ҡәҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алһа, ҡыҙы Гөлназ атаһы менән ғорурланыуын әйтте.
Ғөмүмән, хәтер кисәһе хәтирәләргә бай булды. Ҡасандыр шундай шәп етәксенең беҙҙә эшләүе ҡыуандыра. Бөгөн дә уны онотмауҙары һөйөндөрә.
Ауыл хакимиәте башлығы Нәҙербаев Шамил Сәғәҙи улы кисәлә ҡатнашыусыларға, килгән ҡунаҡтарға, «Хәнифәкәй» ансамбленә, кисәне алып барыусы китапханасы Рафиға Авзал ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Рафиға Газина, Мерәҫ ауылы китапханасыһы.