Ауыр мәлдәрҙә, ил һаҡсыларыбыҙ өйҙән алыҫ булғанда, уларға бәләкәй Ватанынан килгән ярҙамдың барыһы ла ҡиммәтле. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы ирекмәндәре йәнә изгелектең йәше һәм ара йыраҡлығы булмауын иҫбатлай: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү миссияһын яңы көс менән дауам итәләр.
Эйе, бөгөн һәр кемдең ярҙамы мөһим. Йылайыр районы ирекмәндәре араһында уҡыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Ҡашҡар мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Нуршат Нур улы Шәрипов ата-әсәһе менән бергә яңы шөғөлдө үҙләштерә. Улар бергәләшеп окоп шәмдәре әҙерләй. Был ябай, әммә ялан шарттарында алмаштырғыһыҙ йылылыҡ һәм уңайлылыҡ сығанағы.
Нуршат миҫалында ысын патриотизмдың нимә икәнен күрәбеҙ. Әйткәндәй, был Нуршаттың тәүге ярҙамы түгел. 1-се класта уҡығанда берәҙәк көсөктө бер инәйгә 100 һумға һатып, шул аҡсаны ауыл хакимиәтенә алып килеп бирә лә яугирҙәргә ебәреүҙәрен һорай.
—Нуршат мөмкин тиклем ярҙам итергә ынтыла. Аяттарҙа хәйергә төшкән аҡсаларҙы ла үҙенә алмай, яугирҙәргә тип һалып ҡуя. Ғаилә менән һәр саҡ әйберләтә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ,—ти малайҙың әсәһе Нурия Әхәт ҡыҙы.
Бына шундай шәп илһөйәр егетебеҙ үҫеп килә!