1925 йылдың 21 декабрендә Атанғол ауылында тыуған һылыуға ата-әсәһе Әминә менән Тәфтизан Мәтиновтар Нәфисә исемен бирә. Атahы Тафтизан Мөхәмәтғариф улы 8 йыл Faҙелшaлa уҡыта, hуғыштa була. Нәфисә 5-сене—Темәстә, 6-сыны—Түбәлә, 7-сене Ғәҙелша тулы булмаған урта мәктәбендә уҡый. 1942 йылда торфта эш башлай (Ғәҙелшаны үтеп, Ҡарасай урманын сыҡҡас, Иҫке Сибай яғындағы Сибай -Ҡаңғыз торфында). Ҡышҡы hыуыҡта ауылға ҡайтырға уйлай, тик етәксеһе Батыршин Хәмзә уны ҡайтармай ҡалдыра. Шул саҡ Fәшүрә исемле әбей ҡыҙҙың әсәhенә килеп: «Нәфисә ҡыҙың ял һайын Атанғолға ҡайта, эт-ҡошҡа ем булып, әрәм булыуы бар, кейәүгә бир ҙә ҡуй. Этәре юҡ, төртәре юҡ, үҙе баш, үҙе түш, шул Мазһарға бирһәң, үҙе хужа була ла китә»,—тип димләй. Шулай итеп, йәштәргә 1943 йылдың 6 февралендә никах уҡыталар. Maзhaр Иҫке Сибайҙа МТС-та бухгалтер булып эшләп йөрөй. Йәштәргә МТС бүлмә бирә. Биш ай йәшәгәс, ире Мазһар аварияға осрап, аяғы һына. Уны ҡырҡтырмай, үҙ аяғым менән ҡайтам тип, Магнитогорск ҡалаһында бер йыл дауаланып ята. Ире Мазһар дауаханала ятҡанда уларҙың ҡыҙы Нәсимә яҡты донъяға килә.Магнитогорск яҡтарына бер машина барыуын ишетеп, Нәфисә йәш бала менән иренең хәлен белергә юллана. Оҙон юлды көс-хәлгә үтеп барып етә, михнәттәр сигеп, нисек ҡайтып етеүен яҙа башлаһаң, үҙе бер тарих.
Нәфисә Тәфтизан ҡыҙы 1943 йылдан 1945 йылға тиклем МТС-та конторҙа эшләй. «Өммөгөлсөм инәйҙе бала ҡарарға ҡалдырып, эшкә сыҡтым, иҫәп-хисапта ултырҙым»,—тине Нәфисә апай әңгәмә барышында.
Мазһар йүнәлеп ҡайтҡас, уны Моҡасҡа иҫәп-хисапсы итеп (счетовод) ҡуялар. 1945 йылдың 27 июненән алып Моҡаста йәшәйҙәр. Мазһар Аллаяров шул тиклем музыка ярата, ниндәй инструмент ҡулына килеп эләкһә лә, йәһәт кенә көй уйлап сығара.
Бер йыл шулай һыйыр һуйып, Баймаҡҡа һатырға алып бара, ә өйгә ҡайтып ингәс, уның санаға нимәлер тейәп ҡайтҡанын күргән Нәфисә апай был хәлде ҡыҙыҡ итеп һөйләй.
—Санала Мазһарҙы күрәм, эргәһендә толопҡа төрөнгән йәнә берәү бар. Берәйһе ултырып ҡайтып килә икән тиһәм, был Баймаҡтан уйын ҡоралдары алып ҡайтҡан. Баянда уйнап ҡарай, оҡшатып ала, унан гитара ла күңеленә ята, баяны янына һөйәтә, мандолина, иң һуңынан скрипка урын ала. Бөтәһен дә көйләй ҙә, һәр береһен ситкә теҙеп бара. Уйнап ҡарай, магазинға ингән бере уның уйнағанын тыңлай, халыҡ йыйылып китә, бейеү көйөнә ҡайһылары бейеп тә ала икән. Һатыусы аптырай. Ул бөтәһен дә һатып алғас: «Күпме килем яһаның»,—тип һатыусының түбәһе күккә тейеп тороп ҡала. Шулай һыйыр аҡсаһына инструменттар алып ҡайтты, өйгә моң тулды. Мазһарҙы бер кем өйрәтмәне, һәр инструментта үҙе өйрәнде. Үҙенә оҡшап балалары ла музыканы ярата,—тип хәтер ебен һүтте Нәфисә апай.
1955 йылда күҙ ауырыуҙары көсәйеп, Сибайҙан, тирә-яҡ ауылдарҙан ҡыҙҙарҙы уҡырға йыялар. Трахома буйынса ун ике ҡыҙ бер ай курс үтә. Шул төркөмгә Нәфисә апай ҙа эләгә. Моҡас ауылында күҙҙе дауалау буйынса табиб булып эшләй. Иртән тора ла тамаҡ ялғап эшенә йүгерә, ауылдарға йәйәү йөрөй. Аҡсаны ла, дарыуҙы ла Баймаҡтан ала. Шоссе юл булмай, Ғәле аша, Ирәндек артылып, унда ла йәйәү бара. Икешәр йыл өсәр тапҡыр депутат итеп һайлайҙар. Шунан уға ауыл халҡы «йәйәүле депутат» тип исем дә биреп ҡуя. 20 йыл эшләп (1955-1976), хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәтенә күрә—хөрмәте тигәндәй, хөкүмәт тарафынан хеҙмәте юғары баһалана. «Лениндың йөҙ йыллығы айҡанлы», «Тыл ветераны», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәте өсөн» еңеүҙең юбилей миҙалдары, Ҡоролтайҙан һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары биҙәй уның байрам кейемен.
Мазһар ағай тәүҙә Моҡаста бухгалтер булып эшләй, унан Әхмәрҙә, Төркмәндә эшен дауам итә. Аллаяровтар 26 йыл бергә татыу матур ғүмер юлын үтә.
Балалары—Нәсимә, Венера, Илдус, Марсель, Урал, Мансур, Альмира тормошта үҙ урынын табып, белем алып, ғаилә ҡороп, үҙҙәре олатай-өләсәй булған.
Нәфисә апай Моҡаста 80 йыл йәшәй. Хәтере шәп, аҡылы камил, ауыл тарихын оҫта дөрөҫ бәйән итә, балала-рының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең барыһының да исемен белә, тыуған көндәрен дөрөҫ әйтә. Элек Моҡас ауылында йәшәгәндәрҙең исемдәрен барлап ултыра. 33 ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрен күреп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Мансур улының әсәһенә тыуған көнө һайын «Әсәй, йөҙ йәшә!» тигән теләктәре ҡабул булып, шөкөр, Нәфисә апай 100 йәшен ҡаршыланы. Ҡыҙҙары ҡарай, әлеге көндә Альмира ҡыҙында тора, балалары, килендәре һәр ваҡыт килеп хәлен белә, Мансур улы тыуған ауылы Моҡастың шишмә һыуҙарынан өҙмәй.
Йөҙйәшәр
Нәфисә Тәфтизан ҡыҙы Аллаярова балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен аҡыллы кәңәштәре, нәсихәттәре менән ҡыуандырып, уларға терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттә генә бәхетле ҡартлыҡ кисерһен!
Әлнисә Алдырханова-Кәримова.
Сибай ҡалаһы.