Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Февраль , 13:05

Камил ағайға һоҡланабыҙ!

Яугир-интернационалист Камил Ҡоланбаевтың тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Камил ағайға һоҡланабыҙ!
Камил ағайға һоҡланабыҙ!

1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла. Афған һуғышында Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан 7 егет ҡатнаша. Бер ауылдашыбыҙ ошо һуғышта батырҙарса һәләк булған Исмәғилев Рәфҡәт Шәфҡәт улына, мәрхүм яугир Яхин Дидар Әйүп улы иҫтәлегенә мәктәптә таҡтаташ ҡуйылған. Яҡупов Ғәфүр Ғәрифулла улы ла бик иртә мәрхүм булып ҡалды. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең интернациональ бурысын Афған ерендә үткәндәргә һоҡланыу менән ҡарап, һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Әлеге мәлдә Таулыҡайҙа Яҡупов Илдар Ғәрифулла улы, Имамбаев Хәйҙәр Мәхмүтйән улы, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сыңғыҙов Ришат Фәүзән улы бер-береһе менән аралашып, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Таулыҡай ауылынан Афған һуғышы яугире Камил Ҡәҙим улы Ҡоланбаевтың тормош юлы совет осоро йәштәштәренең тормошонан айырылмаған төҫлө. Зәһерә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Ҡәҙим Сәләх улының ғаиләһендә 1967 йылда 5-се бала булып тыуған малайҙың бала, үҫмер, йәш саҡтары ул ваҡыттағы гөрләп торған Ҡаратуҡай урамы менән бәйле. Ғаиләлә 6 бала тәрбиәләнгән Ҡоланбаевтар зиһенле, талантлы, отҡор булыуҙары менән алдыра. Мәктәп йылдарында шашка-шахмат ярыштарында алдынғылыҡты бирмәйҙәр, бейеү, гармунға ла оҫта булып үҫәләр. Камил Ҡәҙим улы 1985 йылда урта мәктәпте тамамлағас, көҙгә әрме сафына алына.

—Буранбай ауылынан Зәки Һағынбаев менән, ул ваҡытта ВЛКСМ-дың йүнәлтмәһе менән, сик буйы һаҡсылары булып Ҡытай сигенә йүнәлтелдек. Аҙаҡ мин Афғанстанға эләктем, хеҙмәтемде унда дауам иттем. Башҡортостандан егеттәр бик күп булды,—ти ул үткәндәрен иҫләп. Афған ерендә 11 ай булып, тыуған ауылына, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып иҫән-һау ҡайта яугир. Хәрби хеҙмәте тураһында күп һөйләргә яратмай. Бары илебеҙ—тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын тигән теләктә ул. Әрменән ҡайтҡас, колхозға эшкә төшә. Ул йылдарҙы Камил ағай оло кинәнес һөйләне.

—Беҙ Таулыҡай урта мәктәбен бөтәһе 24 егет тамамланыҡ, шуларҙың 13-ө—Таулыҡай егеттәре ине. Ул ваҡытта гөрләп торған Ленин исемендәге хужалыҡҡа «Бөтә класс менән колхозға!» тигән лозунг менән ауылда тороп ҡалып, эшкә төшөп, төрлө йүнәлештә эшләнек,—ти һәм ул йылдар матур хәтирә булып күңеленә уйылып ҡалыуын йәшермәне.

Ысынлап та, Таулыҡайҙың 1968 йылғы егеттәре класташтары менән ауылда төпләнеп, матур ғаиләләр булдырып, балалар үҫтереп, ата-әсәләренә терәк-таяныс булып йәшәй. Камил ағай ҙа тәүҙә колхозда, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләй, әлеге мәлдә ауыл хужалығында мал ҡараусы. Тормош иптәше Үрге Яйыҡбай һылыуы Рәзилә Зиннур ҡыҙы менән бына инде 35 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Ҡатыны «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып эшләй. Эшлекле, уңған, талантлы тәрбиәсене балалар ярата, ата-әсәләр ихтирам итә. Уларҙың нурлы йорттары әллә ҡайҙан балҡып, көлөп тора. Ҡура тултырып мал-тыуар көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп, гөл-сәскәгә күмелеп, гөрләп йәшәй Ҡоланбаевтар. Ҡарағайҙай ике батыр ул үҫтерҙеләр. Динис менән Дим улдары тәртипле, эшкә маһир, аҡыллы егеттәр булып үҫте. Уҡып белем алғас, әрме сафында хеҙмәт иттеләр. Үҙҙәре кеүек уңған, һылыу кәләштәр алып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр. Йәй, каникул осоронда Ҡоланбаевтар йорто гөрләп тора. Ялға ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡайта. Ҡартатай-ҡартәсәй өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы инде?! Аллаға шөкөр, килендәрҙән дә уңдыҡ тип һөйөнә улар. Сөмбөл, Айгизә килендәре—өйҙәренең йәме, ҡайны-ҡәйнәнең иң ҙур ярҙамсылары ла.

Ҡасандыр тыныс тормошта матур ғаилә булдырырға уйлаған йәш егеттең хыялдары тормошҡа аша. Камил ағай ғаиләһенә һөйөнөп, туғандарын хөрмәтләп, хеҙмәттәштәре менән ныҡлы бәйләнеш булдырып, аралашып, кәңәшләшеп йәшәй. Интернационалистың тормошта бирешмәүенә, юғалып ҡалмауына, бөгөн күптәргә үрнәк булып йәшәүенә һоҡланабыҙ!

 

Әнүзә Азаматова. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы.

Камил ағайға һоҡланабыҙ!
Камил ағайға һоҡланабыҙ!
Автор:
Читайте нас