-17 °С
Болотло
Башта Роза Донецк госпиталендә медицина ротаһында эшләй. Хәҙер Авдеевка янында танк ротаһы составында һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара, яҡташыбыҙ – санинструктор.
«Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрмәйҙәр. Беҙгә яралыларҙы алып киләләр, беҙ уларға ярҙам күрһәтәбеҙ. Әммә бында медик ҡына түгел, яугиргә ярҙам итеү, тынысландырыу өсөн әхлаҡи яҡтан ныҡ, ҡайһы берҙә психолог булырға кәрәк», – ти Роза.