2023 йылда алғы һыҙыҡта күпләп пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыла башлағас, яҡташыбыҙ яңы һөнәр үҙләштерә.
—Өлкән разведчик-снайпер инем, шулай ҙа БПЛА менән эшләй башланым. Телефонға ҡушымта күсереп алдым да өйрәндем. Тылға сыҡҡас инструктор мине пульт артына ултыртты ла: «Һин беләһең»,—тине. 2023 йәйенән 2024 йылдың майына тиклем дрондар менән идара иттем.
—Бер мәл дошмандың дроны беҙҙең егеттәргә яҡынлашты. Мин тиҙ генә эш итергә тура килде. Минең «ҡош» һауаға күтәрелгән ине, дошмандың дронын юҡҡа сығара алды. Шул рәүешле егеттәрҙең ғүмерен һаҡлап алдыҡ. Тағы бер миҫал: штурмовиктар дошман тотҡан ут арҡаһында алға бара алманы, мин пулеметчиктарына дрон ебәрҙем. Егеттәр юғалтыуһыҙ юлын дауам итте,—ти Алгис «Красная звезда» корреспонденты Сергей Черновҡа биргән интервьюһында.
Оператор эше техник яҡтан зиһенле булыуҙы ғына талап итмәй. Физик яҡтан да ныҡ булыу зарур. Хәрби техника үтеп инә алмаған ерҙәргә дрондар бара. Операторҙар 3-5 километр алыҫлыҡтан эшләй. Пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүсегә уяу булыу бик мөһим, команда яңғырағас та «ҡош»то осрорға кәрәк. Бының өсөн аппаратты программалап, көйләп ҡуйыу етә.
2024 йылда Алгис ялға ҡайтҡанда контракт пункты начальнигы менән таныша. Ул егеткә пунктта пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итергә өйрәтеүҙе тәҡдим итә. Бөгөн Кәримов операторҙар әҙерләй. Дрон менән идара итеүҙән тыш, хәрби тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.
Сығанаҡ: «Красная звезда»