Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Зәлифә Ишбулды ҡыҙы Ҡаһармановаға—82 йәш. Әммә ул ҡартлыҡҡа баш бирергә теләмәй әле. Шаулатып баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт тота, ҡул эштәре менән булыша, китап-гәзиттәр уҡый, намаҙын да ҡалдырмай. Беҙ уның менән таныша барған мәлдә халыҡтың уңыш алған мәле ине. Зәлифә Ишбулды ҡыҙының ҙур-ҙур, көс еткеһеҙ ҡабаҡтарын күреп хайран ҡалдыҡ.
—Барыһын да үҫтерәм: картуф та, кәбеҫтә лә, ҡабаҡ та, помидор ҙа, ҡыяр ҙа. Аҙаҡ турамалар эшләйем, тоҙлайым, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләйем.
—Был йәштә ауыр түгелме?
—Юҡ, ауылда шунһыҙ нисек көн итәһең? Өйрәнгәнбеҙ бит инде. Икенсенән, хәрәкәт тә бәрәкәт. Һуңғы йылдарҙа көтөү мәсьәләһе киҫкен тора, былайса мал да тотор инем әле,—тине Зәлифә инәй.
Теремек инәйҙең йәше һикһәнде үткән тип әйтерлек тә түгел. Бәлки, һәр саҡ хәрәкәттә булыуы ярҙам итәлер ҙә!
Зәлифә Ишбулды ҡыҙы—Бәхтигәрәй ауылы ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағас, тарих уҡытыусыһы булып Мерәҫкә килә һәм ошонда ғүмерлек йәре Сәғит Ғәббәс улы Ямантаевты осрата. Иңгә-иң терәп 47 йыл бергә йәшәйҙәр, 2 улға, 2 ҡыҙға ғүмер бирәләр.
—Ирем ғүмер буйы шофер булып эшләне. Шөкөр, матур йәшәнек, балалар үҫтерҙек, белем бирҙек. Үкенескә күрә, бынан 12 йыл элек ул баҡыйлыҡҡа күсте. Ковид сире таралған мәлдә Гөлфиә ҡыҙымды юғалттым,—тип моңһоуланды инәй.—Гөлфиә мәғариф бүлегендә эшләне. Ул ҡасандыр Сибай педагогия училищеһында уҡығайны. Ҡыҙым мәрхүмә булғас, курсташ әхирәт ҡыҙҙарын саҡырып алдым. Уларға үҙемдең ҡул эштәремде бүләк иттем.
Эйе, Зәлифә Ишбулды ҡыҙы сигә лә, бәйләй ҙә, тегә лә. Үҙенә шул шөғөлөнән кинәнес, йыуаныс таба.
—Ҡайҙан өйрәндегеҙ бында заманса стилләштерелгән ҡул эштәрен?—тип һораным күҙ яуын алған эштәренә ҡарап.
—Интернеттан,—булды яуабы.
Һикһәнде уҙып, туҡһанын ҡыуған инәйҙең интернетта «иркен йөҙгәненә» ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарап ҡуйҙым. Бала саҡтан ҡул эштәрен яратҡан Зәлифә Ишбулды ҡыҙы, ысынлап та, бөгөн интернет киңлектәренән бәйләү, сигеүҙең яңы ысулдарын, яңы биҙәктәрен өйрәнә.
—Бала саҡтан ҡул эшен яраттым. Бер фатирҙа ятып, Баймаҡта 1-се мәктәптә уҡығайным. Шул мәлдәрҙә үк бәйләгәндәремде һатып, мәктәпкә үҙемә аҡса эшләп ала инем,—тип иҫкә төшөрҙө үҫмер сағын.
Булыр бала—биләүҙән, тигәндәй, Зәлифә Ишбулды ҡыҙы бәләкәйҙән сос, эшкә әрһеҙ булған шул. Бөгөн ул Фәрит һәм Фәрғәт улының, Әлфиә ҡыҙының матур тормош ҡороуына, 2 ейәненең, 5 ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың юғары белем алырға ынтылып тороуҙарына шатланып, төрлө ярыштарҙа еңеү яулауҙарына һөйөнөп йәшәй. Күршеләренең, ауылдаштарының яҡшы булыуын да әйтеп үтте.
Һәр атҡан таңға һөйөнөп, хеҙмәттән тәм табып йәшәгән Зәлифә Ишбулды ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
«Атайсал» гәзите, декабрь 2024 йыл