Йылайыр районында тыуып, Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында буй еткергән «Бөркөт» позывнойлы егет 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана.
Сургут ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәгән яҡташыбыҙ газ ҡоролмалары менән эшләүсе слесарь булараҡ, бронгә эйә була. Әммә ул унан баш тарта.
—Ике туған ике ағайым МХО-ла ине. Бөтә ирҙәр ил һағында булғанда ситтә ҡала алманым. Мин контракт төҙөгәс, йәнә ике туғаным ҡушылды. Ағайымдарҙың береһе һәләк булды, ҡатыны, өс балаһы ҡалды. Береһе ҡаты яраланды. Әле туғандарҙан беҙ өсәү махсус хәрби операцияла,—ти «Бөркөт».
Яҡташыбыҙҙың төп маҡсаты—һәләк булғандарҙы яландан алып сығыу, яралыларҙы госпиталгә алып барыу. Үҙ йөкләмәһен үтәгәндә, 2024 йылдың май айында, ул дрон һөжүменә эләгә. Әммә яралы булһа ла үҙ бурысын урын-еренә еткереп үтәй, базаға барып етә һәм үҙе лә госпиталгә эләгә.
—Бында яҡшы нәмә юҡ, аҙым һайын үлем һағалай. Шуға ла рухи һәм физик яҡтан ныҡ булыу зарур,—ти ул.
Бына ошондай ҡыйыу, батыр егеттәр Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар тырышлығын һала.
Әйткәндәй, «Бөркөт» күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы:https://haibvestnik.ru/news/geroi-svo/2026-01-29/pozdravlyaem-nashego-zemlyaka-s-zasluzhennoy-nagradoy-4554933