Хәйбулла районы Әбделнәсир ауылына өс фронтовик берәр аяғын юғалтып ҡайтты. Өсөһө лә беҙгә туған ине. Улар—Аслаев Абрар Әғзәм улы, Аманбаев Әхмәҙулла Фәзулла улы, Хәләфетдинов Хәйбулла Хәләфетдин улы. Һүҙем һуңғыһы хаҡында.
Хәйбулла Хәләфетдинов 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Матрай хәрби комиссариатынан фронтҡа ебәрелә һәм миномет полкында батырҙарса алыша. 1942 йылдың авгусында яраланыу сәбәпле, Мәскәү госпиталенә эләгә. 1943 йылдың ғинуарында бер аяғын юғалта һәм демобилизациялана. Һыңар аяҡ менән ҡайтҡан фронтовикты Әбделнәсир ауылында ғаиләһе—тормош иптәше Ғәйникамал, ҡыҙҙары Зәйнәб, Маһинур, улдары Ғаязитдин, Ғилметдин, Нуретдин ҡаршы ала. Һуңыраҡ уларҙың улдары Ҡыяметдин, Мәүлетдин тыуа.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Хәйбулла Хәлфетдин улы беренсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Ә 1970 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 25 йыллығы уңайынан, уға өсөнсө дәрәжә «Дан» ордены тапшыралар. Миңә еҙнәй тейеш Хәйбулла Хәлфетдин улы һуғыш тураһында бер нәмә лә һөйләмәй торғайны, аҙ һүҙле булды. «Һеҙгә ундайҙы күрергә яҙмаһын, ерҙә тыныслыҡ булһын»,—тип йыш ҡабатланы. Һыңар аяҡлы яугир башҡалар менән бер рәттән ил хәстәре менән йәшәне, тормош көттө, балалар үҫтерҙе. Беҙҙең өйҙәр күрше генә ине. Уның эшкә киткәне, унан ҡайтҡаны, өй эштәре менән булышҡаны һаман күҙ алдында тора. Минән бер йәшкә оло улы Ҡыяметдин менән бергә үҫтек, мәктәптә дүрт класс үҙебеҙҙә уҡығандан һуң, Иҫәнгилде ауылында ете класс тамамланыҡ. Хәйбулла еҙнәй беҙҙе ат менән уҡыуға ял көнө алып бара, ә шәмбе алып ҡайта торғайны.
Фронтовик хужалыҡта эшләне. Гел ат менән йөрөнө: һыбайҙа, арба менән дә совхоз һарыҡтарын көттө. Атҡа менгәндә протез аяғы менән нисек менгәндер инде?! Ул йылдарҙа Әбделнәсир бүлексәһендә 4 мең баш ваҡ мал була торғайны. Һәр 100 һарыҡтан 30-ҙар бәрәс, 4 кг йөн йыл ала торғайныҡ. Уларҙы ашатыр өсөн йөҙәр тонналап бесән, силос, сенаж әҙерләнеләр. Еҙнәйем тырыш хеҙмәте өсөн «Социалистик ярыш еңеүсеһе тигән» Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде һәм тырыш тормоштағы хеҙмәттәре өсөн Октябрь революцияһы ордены кавалеры булып танылды.
Һыңар аяҡлы һуғыш ветераны Хәйбулла Хәлфетдин улы Хәләфетдинов яуҙан тере ҡайтыуына шөкөр итеп, ғәзиздәренә терәк була алыуына ҡыуанып, был донъяғалағы бурыстарын үтәп, ауылдаштары араһында оло ихтирамға лайыҡ булып 1983 йылда мәңгелек донъяға китте. Ятҡан гүрҙәре яҡты, иманы юлдаш булһын.
Күрһәткән яҡшылыҡтары өсөн рәхмәтәрем сикһеҙ. Ул миңә атай һымаҡ булды. Сөнки үҙ атайым Зәкир Мостафа улы Аслаев ферма мөдире булып эшләп йөрөгәндә ауырып, 48 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул саҡта миңә 8 йәш ине. Шуға атай яғынан туған булған Ғәйникамал апайҙың ире Хәйбулла еҙнәйҙе яҡын күрҙем. Ул минең сәсемде лә алды, кәңәштәр ҙә бирҙе, башҡа эштәрҙә лә ярҙам итте. Бөгөн Хәйбулла Хәлфетдин улының ете балаһының икәүһе иҫән: улы Ҡыяметдин—Иҫәнгилде ауылында, ҡыҙы Маһинур Баймаҡ районы Һәмән аулында үҙ балалары менән йәшәй.
Үкенескә күрә, бөгөн күк йөҙө тыныс түгел. Илде һаҡлап йәш егеттәр баштарын һала, зәғифләнеп ҡайта. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ рух ныҡлығын юғалтмаһын, халыҡтар бер-береһенә ярҙам итеп, дуҫлыҡ-татыулыҡта, иман юлында йәшәһен тигән теләктәмен.
Юлдыбай Аслаев, Сиҙәм ауылы мәсетенең имам хатибы.
Хәйбулла районы.