Башҡортостан Республикаһының күренекле һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре, атҡаҙанған табип-терапевт һәм СССР-ҙың Һаулыҡ Һаҡлау отличнигы Фәүзиә Ғәйфулла ҡыҙы Баязитова быйыл 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Фәүзиә Ғәйфулла ҡыҙы-профессионализм, мәрхәмәтлек һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө. 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм Раевка үҙәк район дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй башлай. Ике йыл эсендә ул коллегаларының хөрмәтен һәм пациенттарҙың һөйөүен яулай. 1971 йылдан алып ярты быуат дауамында уның тормошо Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Бында ул ябай табиптан алып гериатрия бүлеге мөдире вазифаһына тиклем юл үтә. Уның арымай-талмай эшләгән хеҙмәте һәм юғары профессионализмы күп һанлы наградалар һәм исемдәр менән билдәләнә, улар араһында «һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән маҡтаулы исеме бар.