Наил Ишемов хаҡында күптәр ишетеп беләлер. Уның үҙ эшенең оҫтаһы, Гиппократ антына тоғро булған табип икәнлеген үҙем дә яҡшы беләм. Бынан бер нисә йыл элек ауылда йәшәгән әсәйем ҡаты ауырып киткәс, Сибайға алып килдек. Йәшәү урыны ауылда булғанлыҡтан, уны ҡала дауаханаһы ла, «Ашығыс ярҙам» бүлеге ҡабул итергә, хатта тәүге ярҙам күрһәтергә ашыҡманы. Шул саҡта беҙ ҡала поликлиникаһында сирлеләрҙе ҡабул итеүсе хирург Наил Ишемовты апайымдың йәшәгән адресы буйынса йортона саҡырттыҡ. Ингәс тә, хәлебеҙҙе аңғарттыҡ, ни өсөн өйгә саҡыртыуыбыҙҙы белдерҙек. Һөйләп бөтөүҙе лә көтмәй, Наил Фазылйән улы әсәйебеҙҙе бик ентекле ҡарағандан һуң, кисекмәҫтән дауаханаға һалырға, тиҙ арала операция яһау кәрәклеген белдерҙе. Йүнәлтмә яҙып бирҙе лә ҡалғаны үҙегеҙҙең ҡулда тине. Шул уҡ көндә ауылға ҡайтып, бер нисә сәғәт эсендә документта әсәйемдең йәшәү урынын алмаштырып, Сибай кешеһе итеп теркәп тә ҡуйҙыҡ. Иртәгәһенә дауаханаға һалдыҡ, аҙаҡ айҙар буйына унан сыға алмаһаҡ та, ҡәҙерле кешебеҙҙең ғүмерен бер нисә йылға оҙайттыҡ. Дауахананан сыҡҡас, бер нисә тапҡыр Наил Ишемовты саҡыртырға тура килде, ул әсәйемдең яраһын ҡараны, файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Ҡәҙерлебеҙ табипҡа рәхмәт һүҙҙәрен йыш ҡабатланы. Икенсе тапҡыр һөнәр оҫтаһы менән шәхсән үҙемә осрашырға тура килде. Әбйәлилдән командировканан ауырып ҡайтҡас, тура дауаханаға индек. Төрлө табиптар аша үттек, УЗИ, рентген—береһе лә ҡалманы. Сират хирург кабинетына еткәс, кемдең ҡабул итеүенә күҙ һалдым. Кабинет тышындағы яҙыуҙа Ишемовтың фамилияһын күргәс, хатта һыҙланыуҙарым бер аҙға баҫылғандай тойолдо. Инеп, хәлемде аңлаттым, ҡараны, сиремдең диагнозын шунда уҡ билдәләп, тейешле укол-дарыуҙарын яҙҙы, иң мөһиме операция кәрәкмәүен әйтте. Күптән инде «бысаҡ аҫтына ятырға әҙерләнгән» кеше өсөн табиптың ошо һүҙе ул саҡта үҙе бер оло сихәткә тиң ине, күңел күтәрелде, ауыртыу бөттө, йәшәүгә ышаныс артты. Табип һөнәре—ул батырлыҡ. Ул үҙ-үҙеңде аямауҙы, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә, тип яҙған бөйөк рус яҙыусы Антон Чехов. Ысынлап та, Наил Ишемов атаһының, туғандарының һөнәренә тоғро ҡалып, уларҙың табиптар нәҫелен лайыҡлы дауам итеп кенә ҡалмай, ә сирлеләргә ҡарата шул тиклем иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы, күңеленең дә, уйҙарының да саф булыуы менән дә хөрмәт ҡаҙанған. Бала саҡтан уның алдында үҫкәс кем булырға тигән һорау тормай: атаһы, хирург Фазылйән Шәрифйән улы, ҡартатаһы, Башҡортостанда билдәле балалар хирургы, 150-нән ашыу ғилми эштәр авторы Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемовтар кеүек табип булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас та, документтарын Өфө дәүләт медицина университетына тапшыра һәм уны 2000 йылда уңышлы тамамлап, артабан белемен интернатурала дауам итә. 2001 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай ҡала поликлиникаһында эшләй. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу. Хирург еңел һөнәрҙәрҙән түгел. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң абруйлы, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе ул. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү— көсөргәнешле хеҙмәт, ҡайһы осраҡта көнөнә 40-тан ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тура килә. Кемдеңдер аяғы һынған, икенселәренәң ҡулы шешкән, бәзеләре имгәнгән, аварияға эләккән һәм башҡалар. Ҡайһы осраҡта, ҡабул иткән саҡта уҡ сирлегә ашығыс операция яһарға, шеште ҡырҡырға, йәки гипс һалырға ла тура килә. Хирургтың һәр эш көнөн һуғыш яланындағы алышҡа тиңләүҙәре лә юҡҡа түгел. Сөнки уларға даими рәүештә көсөргәнештә булырға тура килә, һәр сирле табипҡа оло өмөттәр менән килә, уның һүҙе, дөрөҫ ҡабул иткән аҙымы уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа хәл иткес роль уйнауы ла ихтимал. Шуға күрә табип-хирург өсөн иң төп сифаттарҙың береһе—сабырлыҡ һәм һалҡын ҡанлылыҡ. Бер нисә секунд эсендә кешенең ғүмерен хәл иткән ҡарарға килеү ҙә күп осраҡта еңел бирелмәйҙер, әммә был яҡтан Наил Ишемовҡа борсолорға түгел. Сөнки ул һәр сирлене ентекле тыңлай белә. Пациенттың ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, иң беренсе уның һүҙенә ҡолаҡ һалыу, уны ишетеү, аҙаҡ бергәләшеп ауырыуҙың сәбәптәрен асыҡлау—һәр табип өсөн «яҙылмаған ҡанундар»ҙың береһе. Бөгөн аҡ халатлыларҙың күбеһенә тап ошо һыҙат етмәй, улар күп осраҡта сирлене «ҡағыҙ тултырып» дауалай, хатта ауырыуҙың йөҙөнә лә баш бороп ҡарарға ла теләмәй. Сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ, тиҙәр. Был тәңгәлдә лә үҙенең пациенттары менән эҙмәэҙлекле эш алып бара Наил Ишемов. Сирҙе асыҡлап ҡына ҡалмай, уны дауалау юлдарын барлап, артабан уны булдырмау тураһында үҙ кәңәштәрен бирә. Ауырыу кеше өсөн иң кәрәкле сифаттарҙың береһе—үҙ-үҙеңә ышаныс һәм оптимизм. Сөнки ул тырышмаһа, табип ҡушҡандарҙы үтәмәһә, артабан шәбәйеп китеүе ауырға тура киләсәк. Ҡасандыр кескәй Наил Фазылйән улының күңелендә атаһы кеүек сирлеләрҙе ҡотҡарыу теләге уянһа, бөгөн ул бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуына сикһеҙ бәхетле.
—Атайым, туғандарымдың юлын лайыҡлы дауам итеүем менән бәхетлемен. Ауырыуҙарҙа өмөтышаныс уятып, уларға ярҙам итә алыуым мине икеләтә бәхетле итә. Ә инде эштән көтөп алыусы йылы йортом, яратҡан ҡатыным һәм балаларымдың булыуы бәхетемде сикһеҙ итә. Булат, Самат, Аслан исемле өс ул, Самира исемле бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Киләсәктә улар ҙа Ишемовтар династияһын лайыҡлы дауам итһә, мәңге бәхетле буласаҡмын,—ти Наил Фазылйән улы. Әйтелмәгән рәхмәт— ҡайтарылмаған бурысҡа тиң, тигән бер аҡыл эйәһе. Ниһайәт, мин дә әсәйемдең һәм үҙемдең рәхмәт һүҙҙәремде ошо мәҡәләм аша еткерә алыуыма ҡыуанам. Аҡ халатлы, аҡ күңелле, үҙ эшенең оҫтаһы булған Наил Ишемовтың табиплығы—Хоҙайҙан, булмышы—затлы һәм данлы. Оло йөрәкле, абруйлы һәм ихтирамлы табип-хирург Наил Фазылйән улы күптән түгел ул үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Юбилярға бары тик уңыштар, ғаилә бәхете, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ!