Зөбәржәт туй—мөхәббәт, аҡыл һәм бәхет байрамы тиҙәр. Ул 55 йыл бергә ғүмер итеүҙең матур өлгөһө генә түгел, ә тормошоңа ике «5»-ле алыу ҙа.
Тәү күреүҙә үк бер-береһенә ғашиҡ булған Лотфуллиндар әле лә иңгә-иң терәшеп, ауылдаштарына өлгө, балаларына терәк булып йәшәй. Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы башлы-күҙле итеп, әле биш ейән-ейәнсәр һөйөп ултыра алыуҙары менән бәхетле улар.
Матурлығы һәм төҙөклөгө менән әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп ултырған йортҡа инеү менән ишек алдындағы бөхтәлеккә һәм матурлыҡҡа хайран ҡалаһың. Урамдың таҙалығында йорт хужаһы Рәжәп Миҙхәт улының ҡулы һиҙелһә, йорттағы тәртиптә хужабикәнең уңғанлығы сағыла.
Лотфуллиндарҙың йәш сағы кол-хоз-совхоздарҙың гөрләп торған мә-ленә тура килә. Рәжәп ағай ғүмере буйы «Ирәндек» совхозының Басай бүлексәһендә алдынғы тракторсы булып эшләй. Түбәнге Иҙрис ауылы ҡыҙы Миңһылыу мәктәпте тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә бара. Йыл һайын һауынсылар яҙҙан ҡара көҙгә тик-
лем Ирәндек буйына йәйләүгә сыға. Иҫәнбәт егеттәре йәйләүгә һәр көн тиерлек килә, йәш һауынсылар менән киске уйындарҙа ҡатнаша. Шундай кисәләрҙең береһендә Рәжәп Лотфуллин үҙенең буласаҡ кәләшен Миңһылыуҙы күрә һәм ғашиҡ та була. Ҡыҙға ла егеттең ҡыйыу һәм тәүәккәл булыуы оҡшай, йәштәр бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң, октябрь
айында гөрләтеп туй үткәрә. Ғинуар айында пар аттарҙа Түбәнге Иҙрис ҡыҙы Иҫәнбәт ауылына оҙатылып килә һәм төшкән ерендә таштай батып, 55 йыл ғүмер итә.
—Ишле ғаиләгә 16-сы кеше булып төштөм,—тип хәтерләй ул саҡтарҙы Миңһылыу Ғәле ҡыҙы.—12 бала, оло ҡәйнәм бергә тора, боронғо өйҙәр ҙур түгел. Барыбыҙ ҙа татыу йәшәнек, бер кемдең дә ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ белдергәнен иҫләмәйем. Аҙаҡ үҙебеҙ ошо йортто һалып, айырым сыҡтыҡ. Иремдең олатаһын, өлкән ҡайнымды үҙебеҙ ҡараныҡ, ул 69 йәшенә тиклем беҙҙә йәшәне.
Йорт хужаһы үҙенең яратҡан һөнәренә хыянат тимәй, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем механизатор була. Бөгөн дә тракторын ташламаған, егеттәрсә һикереп менеп, йәй көнө бесәнен саба, көҙөн йорт-ҡура янындағы эштәрҙе башҡара. Рәжәп Лотфуллин дүрт тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, 1973 һәм 1974 йылдарҙа «Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе» исеменә, шулай уҡ «Хеҙмәт ударнигы», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдарына лайыҡ була, бихисап Маҡтау һәм Почет грамоталары бар. Ә хужабикәнең күкрәген «Әсәлек даны» миҙалы биҙәй.
—Уйлап ҡараһаң, 55 йыл—үҙе бер ғүмер. Ә миңә ҡалһа, яңыраҡ ҡына өйләнешкән һымаҡ, әле генә балалар яныбыҙҙа йөрөгән кеүек. Ана, хәҙер үҙҙәре атай һәм әсәй, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫә. Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәгәндә тормошоң да матур, балаларың да яҡшы тәрбиә ала. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, килеп ярҙамлашып торалар. Был яҡтан мин ҡатыныма ҙур рәхмәтлемен. Эштән бушамаған саҡтарҙа ла һәр саҡ атай абруйын юғары ҡуйҙы, балаларға «атайыңдан һора, ул рөхсәт итерме» ти торғайны. Шуға күрә улар ҙа бәләкәйҙән һәр эште кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген белеп үҫте, үҙҙәре әле ир уртаһына етһә лә, кәңәш һорап, минең фекерҙе тыңлап китәләр. Лотфуллиндар нәҫеле электән ишле, берҙәм һәм татыу, бөгөн дә ошо ырыҫты лайыҡлы да-уам итәбеҙ. Шәжәрә ағасына, ололарҙың һүҙенә һәр саҡ ихтирам һәм хөрмәт көслө, йәштәргә быуындар сылбырын теүәл тапшырырға тырышабыҙ,—ти Рәжәп Лотфуллин.
Хаҡлы ялдабыҙ тип ҡул ҡаушарып ултырмай Лотфуллиндар, ҡура тултырып мал-тыуар көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Улдары Фирғәт әле ата-әсәһе янында, ул да ярҙамлаша.
Зөбәржәт туйҙарын билдәләгән Лотфуллиндар әле лә бер-береһенә мөхәббәтле ҡараштары, һөйөү тулы күҙҙәре менән баға. Үҙ-ара һөйөү, ихтирам һәм хөрмәт булғанда, зөбәржәт, гәүһәр туйҙарға ла ҡулға-ҡул тотоношоп барыуы бер ни түгел, ти улар.
Кәримә Усманова.