Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Ғинуар , 10:25

«Атайсал» бүләкле итте

 Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан Зәкиә апай «Атайсал» редакцияһы биргән бүләккә ҡыуанды.

«Атайсал» бүләкле итте
«Атайсал» бүләкле итте

Яңы йыл алдынан «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Яңы йыл уңайынан шиғыр бәйгеһе иғлан иткәйнек. Унда Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан Зәкиә Әҡсән ҡыҙы Нәҙербаеваның шиғыры иң матуры тип табылды һәм уға редакциянан бүләк тапшырҙыҡ.

Зәкиә Әҡсән ҡыҙы—Мерәҫ ауылы ҡыҙы. Таулыҡай ауылына Ирмәк Хөсәйеновҡа кейәүгә сығып, 23 йыл тиң-татыу йәшәп, ике ҡыҙ үҫтерә. Ире мәрхүм булып ҡалғас, Бәхтигәрәй ауылында йәшәүсе Әғзәм Нәҙербаев менән тормош ҡороп, Мерәҫ ауылында йәшәй башлайҙар.

—Зәйтүнә исемле ҡыҙым Баймаҡта балалар баҡсаһында эшләй. Кейәүебеҙ махсус хәрби операцияла. Ҡыҙғанысҡа күрә, икенсе ҡыҙым фажиғәле үлеп ҡалды. Уның өс балаһы—2 ҡыҙы, 1 улы ҡалғайны. Уларҙы Әғзәм менән матур итеп үҫтерҙек, уҡыттыҡ. Наҙгөл исемле ейәнсәребеҙ Сибайҙа дауаханала эшләй, Йәнгүзәл һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла икенсе йүнәлештән китте, Татарстанда эшләй. Илгизәр ейәнебеҙ Сибайҙа уҡып йөрөй. Мин үҙем оҙаҡ йылдар һауынсы булдым. Әғзәм әле лә Ямантаев хужалығында эшләй,—тип таныштырҙы ғаиләһе менән Зәкиә апай.

Күп хәсрәттәр күргән замандашыбыҙ бәйләм бәйләргә, гөл үҫтерергә ярата. Күңеле хисләнеп, бойоғоп киткәндә шиғырҙар яҙа.

—Декабрь айында һуғым һуйыусыларға ярҙамға ашығып китеп барһам, ауыл китапханасыһы шылтыратып, «Атайсал» гәзитендә шиғырҙар конкурсы барыуын әйтте һәм миңә шиғыр яҙырға ҡушты. Шунда уйланып йөрөнөм дә өмәнән ҡайтҡас яҙҙым. Беренсе урын алырмын тип уйламағайным да. Ә бына кәстрүл алырға уй бар ине. Бүләккә кәстрүл эләккәс, бик шатмын,—ти Зәкиә апай.

Зәкиә Әҡсән ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен, бының был яғына шиғырҙарығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәр солғанышында ғына яҙылһын!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас