Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Ғинуар , 13:30

Булдыҡлылар эшһеҙ ултырмаҫ

Ҡулы эш белгән һис юғалмаҫ.

Булдыҡлылар эшһеҙ ултырмаҫ
Булдыҡлылар эшһеҙ ултырмаҫ

"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" мәҡәле Таулыҡай ауылында йәшәүсе Наил Абдулла улы Исхаҡовҡа ҡарата әйтелгән төҫлө. Бар эшкә маһир Наил Абулла улын ауылдаштары тырыш, уңған, бар эш ҡулынан килгән ир-егет булараҡ беләләр.
Төп эше Меләүез һөт консерва комбинатында. Водитель булараҡ, һөт йыйыу машинаһында йөрөп, эргә-тирәләге хужалыҡтарҙың һөтөн ташыһа, ҡалған һөнәрҙәре үҙенең оҫталығына, таҫыллығына бәйле. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар водитель булып эшләгән Наил Исхаҡовҡа ауылдаштарының боҙолған техникаһын, машиналарын йүнәтеп биреү бер ни түгел.
Урам эсендә, малайҙары ярҙамында төҙөп алған ҙур гаражда, барлыҡ кәрәк-яраҡ, йүнәтеү өсөн ҡорамалдар йыйылған.
Бынан тыш, һыу үткәреү, электр уты төшөрөү, төҙөлөшкә ҡағылышлы барлыҡ эштарҙе лә эшләй. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә әленән-әле ярҙам итеп, был һөнәрҙәр буйынса ла оҫталығын арттыра.
Шулай уҡ, сауҙа эшен алып барған Айгөл һеңлеһе өсөн дә, алыштырғыһыҙ водитель, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырҙай туған да ул.
Һуңғы йылдарҙа тағы ла бер һөнәр арттырҙы уңған ир-егет. Ит бысыу ҡорамалы һатып алып, ит бысыу хеҙмәтен тәкдим итә.
Әлбиттә, эш режимы бик тығыҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан барыһына өлгөрөргә тырышып, дәртләнеп эшләй.
Туған йәнле, ярҙамсыл, дуҫ-иштәре менән аралашып йәшәгән Исхаҡовтар йортонан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Ике яҡтан туғандарын хөрмәт итеп, аралашып, ярҙамлашып йәшәйҙәр.
Урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, уңған, алсаҡ, ихлас Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы менән татыу ғаилә булдырып, эшһөйәр, тырыш балалар тәрбиәләп үҫтерә Исхаҡовтар.
Малайҙар бар эштәрҙе кесе йәштән белеп үҫеп, атаһының төп ярҙамсылары булһа, бәләкәй Рәсилә һылыу әсәһенең төп терәге, уңған хужабикәнең ҡыуанысы.
Ауыл ерендә гөрләтеп донъя көткән, эштән, тормоштан йәм табып йәшәгән, күп балалы, эшһөйәр Исхаҡовтар ғаиләһенә артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

 

Әнүзә Азаматова.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас