Ҡала ерендә йәшәүселәр күлдәк тектерәм, йә салбар ҡыҫҡартам тиһә оҫтаханаға ашыға. Күпселек ауылда йәшәүселәр, барлыҡ тегеү, ҡыҫҡартыу эштәрен кемдән эшләтеп алырға икән тип баш ваталыр. Ә бына беҙгә күп уйларға ла кәрәкмәй. Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәүсе Нурғалина Зәйнәб Айытбай ҡыҙына барабыҙ. Ул үҙ эшенең оҫтаһы! Ниндәй йомош менән барһаң да бер ваҡытта ла буш сығармай. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ уның ҡул эштәре, атап әйткәндә, күлдәк-камзулдары, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтары тураһында. Уларҙың һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған.
- Һәр әңгәмәсе кеүек бала саҡ, йәш ваҡыттарығыҙҙан башлайыҡ әле.
- Мин Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, артабан Сибай ҡалаһына тегенсе һөнәренә уҡырға юл алдым. Уҡып бөткәс тә теген фабрикаһына эшкә төштөм. Алты йыл ошо һөнәремә тоғро ҡалып бер урында эшләнем. Аҙаҡ ауылға ҡайттым. Һәмән егете Марс Нурғалинға кейәүгә сыҡтым. Бына 42 йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Өс балаға ғүмер бирҙек.
- Зәйнәб апай, ни өсөн күлдәктәр, һәр төрлө тундар тегеүгә тотонорға булдығыҙ? Был эшегеҙ ҡасан башланды?
- Иң беренсе эшем атайыма һарыҡ тиреһенән тиртун тегеү булды. Оҙаҡ уйлап та торманым, тотоп киҫтем дә, үҙемә оҡшағанса килештереп Ржев машинаһында тектем дә бирҙем. Сибай ҡалаһында тегенсе һөнәрен үҙләштергәс башланды ла инде әлеге көнгә тиклем яратып башҡарған шөғөлөмә юл. Сәғирә апайым кейәүгә сыҡты. Уға нисек йөрәт иткәнмендер ебәк туҡыманан бынамын тигән туй күлдәге тегеп бирҙем. Апайымдың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Ныҡ оҡшатты. Артабан оҫтара килә Үрге Таһир ҡыҙҙарының бөтәһенә лә тиерлек төлкө тиреһенән кәпәстәр тегә башланым. Уҡырға китергә тип күмәкләп автобусҡа сығабыҙ. Беҙҙе күргән ауылдаштар: "Үрге ауылдың игеҙәктәре, ҡайһы оҫта кейендерә һеҙҙе бер иш итеп", тип һорайҙар ине. Ауыл малайҙарына ҡуян кәпәсе тегергә оҫтарып алдым. Мин тегеп кейҙермәгән ҡустылар ҡалмағандыр. Атайыбыҙ һунарсы. Ул үҙе төлкө, ҡуян тота, үҙе тиреләрҙе эшкәртә. Ә миңә шул ҡына кәрәк тә, бар күңелемде һалып тегәм дә тегәм.
- Шул тиклем бирелеп һөйләйһегеҙ. Һорау бирергә лә урын ҡалдырманығыҙ (йылмаям). Милли ҡурсаҡтар өсөн дә күлдәктәр тегәһегеҙме?
- Яратҡан шөғөлөмдән йәшәү йәме табып, күңелемдә булған илаһилыҡты, ҡулымдан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп ҡулланғанға ла рәхәтләнеп һөйләйем (йылмая). Эйе, балалар уйнатып йөрөгән, йә булмаһа магазин кәштәләрендә ултырған ҡурсаҡтарҙы күрһәм шуларҙы милли кейемдә тип күҙ алдына килтерәм. Бер ваҡыт балалар баҡсаһында ҡурсаҡ байрамы үткәрҙеләр. Бер ейәнсәремдең ҡурсағын тулыһынса милли кейем кейҙерҙем. Был эшем шул тиклем оҡшаны. Күңелем ял итте тиһәм дә була.
- Һеҙгә күп осраҡта кемдәр мөрәжәғәт итә?
- Кемдәр генә килмәй миңә. Күлдәк, салбар, итәктәр тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Бирнәлек буй юрғандар, матрастар, ултырғыс түшәктәренең иҫәбе һаны юҡ. Һәр төрлө ҡорғандар, яҫтыҡ, юрған тыштары, һырлап тегелгән салбарҙар... Нимәгә тотонһам да тегә алам тип әйтә алам.
- Үҙегеҙгә күлдәктән тыш тағы нимәләр тектегеҙ?
- Һырлап теккән курткам иң матуры, иң ҡәҙерлеһе булғандыр. Тауарҙы магазиндан үҙемә оҡшағанын һатып алдым. Үҙемә яйлы итеп тектем. Уны яратып оҙаҡ кейҙем. Ҡайһы магазиндан алдың, ныҡ матур тип һорауҙары эшемә ҙур баһа булды.
- Милли кейемдәр ҙә тегәһегеҙҙер?
- Милли кейемгә быйыл яҙ айында тотондом. Ошоға тиклем бөтә нәмә текһәм дә ул кейемгә тотонорға ҡурҡыңҡырай инем. Ҡыҙым менән кейәүем Билал мәктәбенә милли кейем бүләк итергә булып миңә мөрәжәғәт итте. Атлас тауар алып килеп алдыма һалғас бер аҙ баҙап ҡалдым. Ҡурҡып ҡына эшкә тотонһам да эшемдең һөҙәмтәһен күргәс күңелем үҫте. Бейеүсе ҡыҙҙар өсөн бөтәһе ете күлдәк-камзул тектем. Сәхнәлә бейеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы үҙем теккән күлдәктә күреү баһалап бөткөһөҙ оло шатлыҡ. Бейеһендәр генә!
-Ҡул эше арытмаймы?
- Юҡ. Киреһенсә яратҡан шөғөлөм бит. Мин уны эш икән тип тә уйламайым. Ҡул эше тынысландыра, һәр төрлө уйҙарҙан арындыра. Хаҡлы ялға урындағы фермала һауынсы булып эшләп сыҡтым. Ҡолсора ауылында Колибри теген цехы асылғас ике лә уйламай шунда эшкә барҙым. Аҙаҡ күрше Билал ауылында шундай уҡ цех асылды, беҙ ҙә ауылдан йөрөп эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар менән шунда эшләй башланыҡ. Яратҡан эшемдә тырышып эшләнем, алдынғылар иҫәбендә булдым. Әле лә шул ваҡыттарҙы, бергә эшләгән иптәштәремде һағынып иҫләп алам.
- Эш юҡ, аҡса юҡ тип зарланыусыларға ни әйтерһегеҙ?
- Эшләһәң эш ҡарышмай. Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа ҙур тырышлыҡ, ышаныс менән башлар кәрәк. Тегенсе һөнәрен һайлауыма бер ваҡытта ла зарланғаным юҡ. Ниндәйҙер кимәлдә иш янына ҡуш. Бер кем дә эшен буш эшләтмәй. Үҙем хаҡ ҡуйып та ултырмайым. Һәр кем эшенең бәйәһен бирә, ҡулымды буш итмәй, Аллаға шөкөр!
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдарығыҙ талмаһын, эшләнәһе эштәрең киләсәктә лә күп булһын, Зәйнәб апай!
- Рәхмәт!
Уңған хәстәрлекле тормош иптәше, әсәй һәм өләсәй вазифалары йөкмәтелһә лә, үҙенең яратҡан шөғөлө өсөн һәр саҡта ваҡыт таба әңгәмәсем. Дәрт булғас һәр нәмә үҙ ваҡыты менән бүленеп ҡуйылған. Ял итергә лә, яратҡан шөғөлөнә тотонорға ла ваҡыт таба. Бына шундай уңған, оҫта ҡуллы ханым йәшәй беҙҙең арала. Афарин!
Тегенсе Зәйнәб Нурғалина менән китапханасы Райхана Булатова әңгәмәләште.
Баймаҡ районы Билал ауылы.