Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Ғинуар , 11:55

Яҡшы хеҙмәткәр, хәстәрлекле ғаилә башлығы

Хәйбулла районы Сәғит ауылы егете Илнур Абдуллин—«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең яң яҡшы хеҙмәткәрҙәренең береһе.

Яҡшы хеҙмәткәр, хәстәрлекле ғаилә башлығы
Яҡшы хеҙмәткәр, хәстәрлекле ғаилә башлығы

Илнур Абдуллин—үҙенең көндәлек намыҫлы хеҙмәте менән «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең тотороҡло эшләүен тәьмин итеүселәрҙең береһе.

Илнур Алик улы сығышы менән Хәйбулла районының Сәғит ауылынан. Бала саҡтан атаһы кеүек эшәлргә хыяллана. Аҡъяр училищеһында тракторсы һөнәрен алғас, хыялын тормошҡа ашыра. «Башҡорт баҡыры»да автотранспорт цехында иретеп-йәбештереүсе булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ тау-технологик ҡорамалдар цехында йөк тейәү машинисы һөнәрен үҙләштерә, ә бер йыл элек БелАЗ-ға ултыра.

Абдуллиндарҙың тотош хеҙмәт династияһы бар: Илнурҙың атаһы Алик Абдуллин 2020 йылдан шул уҡ цехта бульдозер водителе булып эшләй, ә өлкән ағаһы Нур Абдуллин 2009 йылдан Volvo автомобилен йөрөтә.

Илнур Аликович ысын универсал, уның оҫталығы күп һанлы наградалар менән раҫланған. Ул «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте иретеп-йәбештереүселәр араһында ойошторған һөнәри оҫталыҡ конкурсында икенсе урынды яулаған. 2024 йылда Үрге Пышмала сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ярышында йөк машинаһы водителе сифатында еңеү яулай. Күптән түгел карьер самосвалдары водителдәренең конкурсында өсөнсө урын алған.

Буш ваҡытында Илнур Аликович балыҡ тоторға ярата. Уның шәхси рекордтары араһында 15 килограмлыҡ суртан бар.

Илнур – хәстәрлекле ир һәм өс ул атаһы. Уның ҙур хыялы—үҙ йортон төҙөү. Ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт һәр ваҡыт маҡсатҡа килтерә, тип иҫәпләгән замандашыбыҙ был хыялын да бойомға ашырырына шикләнмәйбеҙ.

 

Гөлнара Дәүләтшина.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас