Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Ғинуар , 08:45

Уны Суворов тип йөрөткәндәр

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Ростов өлкәһенән ирекмән Рита Новикова булып китте. Ҡатын 2024 йылдың декабрендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рамаҙан Иманғоловты иҫкә алырға, уның ата-әсәһе Ринат һәм Мәрйәм Иманғоловтар менән яҡындан тынышырға килгән.

Уны Суворов тип йөрөткәндәр
Уны Суворов тип йөрөткәндәр

Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә,

Уның данын, намыҫын яҡланы,

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы...

Мәлих Харис

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Ростов өлкәһенән ирекмән Рита Новикова булып китте. Ҡатын 2024 йылдың декабрендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рамаҙан Иманғоловты иҫкә алырға, уның ата-әсәһе Ринат һәм Мәрйәм Иманғоловтар менән яҡындан тынышырға килгән.

Рита Витальевна Ростов өлкәһенең Старая Станица ауылында йәшәй. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткән «Тор-Ас-Z» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе. Рита Новикова дүрт бала әсәһе, 2022 йылдың сентябрендә ике улы өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Ростовта СВД--рекмәндәр хәрәкәте союзы булдырған. Тап шунда ул Хәйбулла районынан гуманитар ылау ташыған ирекмәндәр Айгөл Фоменко һәм Таңсулпан Купцова менән танышҡан. Хәйбулла ирекмәндәре 11-се подразделение яугирҙәренә шәхси посылка килтереүҙәрен белдерә һәм ниәттәре уларҙы тапшырыу булыуын әйтә. Шул ваҡыттан алып ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара бәйләнеш тота. Рамаҙан Иманғолов менән дә шул ваҡытта танышып китәләр.

-Мин уны Суворов тип йөрөттөм. Сөнки Суворов--үҙ һалдатын һаҡлаған полководец булған. Ул: «Һалдаттың тамағын туҡ һәм йылыла тоторға кәрәк», тип әйткән. Рамаҙан һәр саҡ ир-егеттәрҙең барыһы ла яҡшы булыуын хәстәрләне. Ул тыныс һәм бер үк ваҡытта талапсан командир ине.

Уларҙың часы урманда урынлашҡан ине. Биләмәләрендә мунсалары ла бар ине, ҙур блиндажда ашхана урынлашҡан ине. Тамаҡ ашап алғас, һалдаттар шундағы иҫке диванда ял итә торғайны. Беҙ уларға ике йыл ярым дауамында гуманитар ярҙам ташып йөрөнөк, башҡорт егеттәренә машина эшләшергә ярҙам иттек. Бер ваҡыт дүрт буржуйка алып барҙыҡ.

Шунда Рамаҙан: «Беҙгә ике мейес етә. Быларҙы башҡа частарға алып барығыҙ», - тине. Маскировка селтәрҙәре менән дә шундай уҡ хәл булды: ул полиэтилен ҡапты асып үҙҙәренә күпме кәрәк шул тиклем генә алды ла, ҡалғанын башҡа частарға алып барырға ҡушты. Ул һәр саҡ үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе генә алды, башҡаларҙың да ярҙамға мохтаж булыуын иҫенән сығарманы. Был кешелә мөһим сифаттарҙың береһе. Ул иғтибарлы һәм ҡунаҡсыл булды. Ғөмүмән, башҡорттар ғәжәйеп ҡунаҡсыл--һеҙгә был генетик кодты юғалтмаҫҡа кәрәк. Мин һеҙҙең халыҡҡа һоҡланам! Рамаҙан үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырҙы...

Ул тиңләшерлек егет булды. Командир ғына түгел, ә бик яҡшы кеше булды, уны ныҡ яраттылар. Шуға ла уның ата-әсәһен күрмәйенсә булдыра алманым. Үҙемә уның тыуған яғын барып күрергә һүҙ бирҙем, сөнки ул миңә улым кеүек булды... Тағы шуны ла өҫтәп әйтәм: фронтҡа ярҙам итегеҙ, Еңеүгә тиклем ярҙам итегеҙ! »

Рамаҙанды 2025 йылдың 11 ғинуарында тыуған ауылы Аҡъярға алып килеп ҡәҙерләп һуңғы юлына оҙаттылар. Июнь айында Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районына килгәнендә һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ихлас ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Улар араһында Рамаҙан Иманғолов та бар ине.

-Һеҙ ысын геройҙар, иҫ киткес кешеләр тәрбиәләгәнһегеҙ. Республиканың бурысы-һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү, һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындарына һәм балаларына ярҙам итеү. Беҙҙә ярҙам сараларының киң спектры эшләй, уларҙы мотлаҡ файҙаланырға кәрәк,--тине Радий Хәбиров.-Һорауҙар килеп тыуһа, муниципалитет башлығы һеҙгә һәр саҡ кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. Һәм, әлбиттә, һеҙ--районда бөтә тантаналы сараларҙың иң төп ҡунаҡтары.

2025 йыл аҙағында Рамаҙандың әсәһе--Хәйбулла районының «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзите мөхәррире Мәрйәм Иманғоловаға «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Юғары награданы уға Башҡортостан журналистар союзының XXIV съезында республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

 

Уны Суворов тип йөрөткәндәр
Уны Суворов тип йөрөткәндәр
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас