Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Ғинуар , 11:30

Аты барҙың—дәрте бар

Ир-егеттең юлдашы ла, моңдашы ла ат тиҙәр. Ысынлап та, был шулайҙыр. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе класташым Илгиз Әхмәтовҡа бала сағында уҡ ат «ене» ҡағылған.

Аты барҙың—дәрте бар
Аты барҙың—дәрте бар

—Йылҡы малына, атҡа булған һөйөү бала саҡтан килә. Атайым күп йылдар Баймаҡ районы «Алға» колхозының Ғәҙелбай бүлексәһендә ферма мөдире булып эшләне. Мин иҫ белгәндән беҙҙең хужалыҡта аттар бар ине. Ул осорҙа ауыл ерендә барлыҡ эштәрҙе нәҡ улар ярҙамында башҡарғанға күрә, беҙ йәйен-ҡышын тип әйтерлек аттар янында була инек. Йәй көндәре кәбән ҡойғанда күбә тартыу, ҡыш көндәре урмандан бесән-һалам ташыу—бала сағыбыҙҙың иң күңелле, иң мауыҡтырғыс осоро булды. Ул мәлдә колхоз-совхоздар гөрләп торҙо. Яҙғы баҫыу эштәренән һуң һәр бер колхоз биләмәһендә һабантуй байрамдары уҙғарыла ине. Беҙ, 7-8 йәшлек малайҙар, ярышҡа аттар әҙерләнек. Хәтеремдә, 5-6-сы кластарҙа уҡығанда, миңә ике йыл рәттән колхоз һабантуйындағы ат сабышында 2-се урын алдым. Йылҡы малына булған һөйөү йылдар үтһә лә һүрелмәне, киреһенсә артты ғына. Төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнашам. Иң ҙур еңеүҙәремдең береһе—Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған район кимәлендәге аттар уҙышында 1-се урынды яуланым,—ти Илгиз.
Класташым ат сабыштарында ҡатнашып ҡына ҡалмай, ат егеүҙә кәрәк булған әйберҙәрҙе лә үҙе эшләй. Йүгән, шлея, дуға һәм башҡаһы бик ыҡсым килеп сыға. Ул әҙерләгән ике ҡатлы ҡайыш, йүгән, муйыл ағасынан бөгөлгән дуғалар һәр йыл һайын Баймаҡ районында уҙғарылған «Башҡорт аты» республика фестивалендә күргәҙмәгә ҡуйылып дипломдар яулай. Класташым 2023 йылда йылҡысылык тармағына арналған, башҡорт халҡы кәсептәрен тергеҙеү һәм киләһе быуындарға тапшырыу темаһын күтәргән «Бәхетнәмә» тапшыры-уына саҡырылып, фекер алышыуҙа ҡатнашты. Аттан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтермәгән Илгиз бөгөн дә йылҡы үрсетә.
Һабаҡташыма ҡарап ир-егеттең ҡанаты ат булы-
уына тағы бер ҡат инанам. Тыуған ауылынан китмәй, ата-бабаларыбыҙҙың төйәгенә һәм кәсебенә тоғролоҡ һаҡлап, дәртләнеп донъя көткән Илгизгә тик уңыштар теләйем!


Мөғлифә Аралбаева.
Өфө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас