Рәсүл Ҡадаев:
- 2002 йылдың 19 сентябрендә Сибай ҡалаһында тыуғанмын. Сибай гимназияһында 9-сы класты тамамлағас, Өфө авиация техникумында белем алдым. Былтыр гимназияла бер параллелдә уҡыған, Сибай ҡыҙы Диана Насыроваға өйләндем. Кәләшем дә 2002 йылғы, гимназияны алтын миҙалға, Өфө нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Әле Санкт-Петербургта йәшәйбеҙ. Мин Рәсәйҙә 10 йыл дауамында чемпион булған«Зенит» футбол командаһында әйҙәүсе дизайнер булып эшләйем. Диана - электр селтәре йәмғиәтендә белгес, юғары уҡыу йортонда магистратураны тамамларға йыйына.
Клубта эшләй башлағанда уҡ «Иң яҡшы яңы хеҙмәткәр» номинацияһында еңеү яуланым. Был наградаға Тигеҙ хоҡуҡлылыҡ кубогына материалдар һәм фирмалы стиль эшләгән өсөн лайыҡ булдым: турнирҙың халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылыуын иҫәпкә алып социаль селтәрҙән алып стадиондағы полиграфияға ҡәҙәр бик күп эште башҡарырға тура килде.
Уңыш нигеҙендә һәр деталгә иғтибар итеү, креатив ҡараш, командала эшләү яталыр тип уйлайым. Хеҙмәтемдә популяр трендтар һәм йүнәлештәр ҡулланырға тырыштым. Коллегаларымдың ярҙамы ла тейҙе.
Һөнәри уңыштарға өлгәшер өсөн махсус белем алырға тырышам, шунһыҙ алға китеш булмай.«Зенит»та иң яҡшы белгес булыу ул һөнәри үҫеш кенә түгел, командаға өлөш индереү ҙә.
Тыуған ҡаламды, атай-әсәйемде, яҡындарымды, әлбиттә һағынам. Бәйләнеште өҙмәйем, былтыр Сибайҙың 70 йыллығы уңайынан ҡаланың футбол клубына форма дизайнын эшләп бирҙем. Унда таусылар төйәгенең барлыҡ өҫтөнлөктәре, милли үҙенсәлектәре сағылыш таба. Башҡортостанымды ныҡ яратам, башҡортса һөйләшәм, башҡортса йырҙар тыңлайым.
Йондоҙнамәгә ышанмайым, дини ғаиләлә тәрбиәләндем. АллаһТәғәләгә һәм уның ҡөҙрәтенә, үҙ көсөмә ышанам. Яңы йылдан яңы уңыштар, тыныслыҡ, именлек көтәм.