Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Ғинуар , 20:10

Тәүге аҙымды эшләргә генә кәрәк

Ат йылы елдереп килеп тә етте. Үҙе менән яңы мөмкинлектәр, яңы үрҙәргә ынтылыштар алып килер тип өмөт итәйек. Көнсығыш календары буйынса Ат йылы энергия, азатлыҡ, оптимизм һәм тормош энергияһын символлаштыра. Ат йылында тыуғандар үҙ көстәренә ышаныусан, егәрле, ихлас, ирек яратыуҙары менән башҡаларҙан айырылып тора. Ат йылында тыуған, Мәскәү ҡалаһында юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, сит илдә эшләүсе яҡташыбыҙ --Сибай ҡыҙы Юлиә Хәмитоваға ошондай һорауҙар бирҙек: үҙегеҙ менән таныштырығыҙ? Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы? Әгәр ышанһағыҙ, һеҙҙең холоҡ-фиғелегеҙҙә атҡа хас сифаттар бармы? Үҙ йылығыҙҙан нимәләр көтәһегеҙ?

Тәүге аҙымды эшләргә генә кәрәк
Тәүге аҙымды эшләргә генә кәрәк

 

Юлиә Хәмитова:

Сибай ҡалаһында 2002 йылда тыуғанмын. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тамамланым. Артабан ғүмер юлым минең менән бергә киңәйҙе--Мәскәүҙә Президент академияһында уҡыным, «Алтын Алма» («Золотое Яблоко») идарасы компанияһында эшләнем. Бөгөнгө көндә ошо компанияла Халыҡ-ара кимәлгә сыҡтым, Дубайҙа йәшәйем һәм эшләйем. Яҡын Көнсығышта компанияның тышҡы иҡтисади департаментында үҫешәм. Тыуған ҡаламдан 18 йәшемдә сығып киткәндә алға бырыр юлым яңы ҡалалар һәм ҡитғалар тарафтарында булыуын яҡшы белә инем.

Тыуған ерем минең өсөн изге урын. Уның менән бәйләнеште өҙмәйем: яҡындарым яныма килеп йөрөй, балалыҡ дуҫтарым менән аралашам, һәр өлгәшкән уңышымда тыуған ҡаламда үҙләштергән белем, тәжрибәм кәрәк булды.

Киләсәкте юраған йондоҙнамәгә ышанмайым. Билдәле йондоҙ аҫтында тыуғандарҙың характерында айырым билдәләр сағылыуы бар. Ат йылында тыуғандар сифаттары тураһында әйткәндә, миндә уның ирек яратыу, алға ынтылыу, даими әүҙемлек рәүешендә эшләү кеүек сифаттары бар тип әйтә алам.

Декорациялар алмаштырырға яратам, яңылыҡҡа ынтылам, бер урында тапанмайым. Ат кеүек эшләү минең характерҙа бар, тик ул арығансы, ҡолағансы эшләү түгел, ә даими хәрәкәт итеүҙә сағыла. Тәүге аҙымды эшләргә генә кәрәк, шул ваҡытта донъя үҙе кәрәк ишектәрҙе аса. Үҙ йылымдан үҫеш, яңы офоҡтар асылыуын көтәм.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас