Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ғинуар , 17:10

Альберттың күҙенә ни булған?

Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов мунсанан сығып, Ҡөрьән уҡырға ултырған икән, күҙе күрмәүгә зарлана башлаған.

Альберттың күҙенә ни булған?
Альберттың күҙенә ни булған?

Был хаҡта А.Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театрында “Ни сыҡһа ла шул Альберттан сыға” исемле тамашала Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов үҙе һөйләне.

--Дингә килдем. Алла бирһә, биш намаҙҙы ла уҡырға ниәтләнәм. Шуға төрлө доға, сүрәләрҙе өйрәнәм. Күптән түгел мунсанан сығып ял итеп алдым да Ҡөрьәнде өйрәнеүемде дауам итеү теләге менән бүлмәгә бикләндем. Күҙлегемде кейеп уҡый башлайым тиһәм, күрмәй бит күҙем. Ҡатынымды саҡыртып алдым. Гөлшат миңә дауаханаға барырға, табипҡа күренергә кәңәш итте. Шулай ҙа тырышып-тырышып уҡыным бер нисә доғаны. Изге китапты шкафҡа һалдым да, артынса күҙлегемде сисеп һалайым тиһәм, ни күрәм: күҙлегемдең быялалары юҡ! Улдарым ысҡындырып, тиреп иҙәнгә ташлап киткән икән. Исмаһам, күҙлек быялаһын һөртөп ҡараһам ни була бит инде, күрер инем быялаһы юҡлығын. Әй, ыҙалап уҡыным бит әле,--ти Альберт.

Әллә ысын, әллә буш, әммә артист сәхнәнән башҡа мәҙәктәрен дә һөйләне.

--“Башмағым” спектаклен уйнағанда тештәрем ысҡынып осоп китте. Тиҙ генә барып ауыҙға тыҡтым. Аҙаҡ тамашасылар: “Альберт һағыҙын иҙәндән алып ҡапты”, - тип һөйләгән. Һағыҙ булһа ҡапмаҫ инем шул, тешем булғанға ҡаптым. Шулай, күҙ күрмәй, теш яһалма, әммә ҡартайырға ярамай, минең бәләкәй малайҙар үҫә. Хәйер, уларҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә алып барһам, Альберт ейәндәрен алып йөрөй тип һөйләйҙәр әле ул,--тип көлдөрҙе сәхнәнән Альберт.

 

8 ғинуар театр сәхнәһендә уҙған “Ни сыҡһа ла шул Альберттан сыға” тамашаһында театрҙың башҡа артистары ла ҡатнашты. Баҡтиһәң, улар шәп актерҙар ғына түгел, йыр-моңға, бейеүгә лә маһирҙар икән. Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Хәкимова, йәш артист Сәлимә Кинйәғолова бейене лә, йырланы ла. Актер Нәфис Сәйетов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Вәлиев моңло тауышы, дәртле йырҙары менән әсир итте. Йәш актерҙар Айбулат Ғүмәров, Юлиә Таймаҫова оҫта бейеүе менән һоҡландырҙы. Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова Альберт Салауатов менән берлектә спектаклдән өҙөк күрһәтте.

Ыҡсым, ялҡытмаҫ, күңелле генә концерт Яңы йыл байрамы ялында кәйеф өҫтәне.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас