Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Декабрь 2025, 09:05

Әсә теләй изге теләктәр!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Нәсимә Хәлил ҡыҙы күптән түгел «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Нәсимә һәм Мәүлит Ғиззәтуллиндар 5 балаға ғүмер бүләк иткән. Ике ҡатлы күркәм йорт һалып, балаларына яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап матур итеп донъя көтә улар. Ғаилә башлығы Баймаҡ районының Икенсе Төркмән ауылында 7 балалы, хужабикә иһә Байыш ауылында 4 балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.

 Йәштәрҙе заманында бер уҡыу йортонда уҡып, һөнәр үҙләштергән апайҙары таныштырған.

-Боронғо заманда йәшәмәйбеҙ ҙә инде, таныштырып, димләп өйләнешергә, тип уйлаһам, апайымдың һүҙенә ҡолаҡ һалдым һәм уның әхирәтенең ҡустыһы менән таныштыҡ,--тип йәш саҡтарын иҫкә алды Нәсимә Хәлил ҡыҙы.-Мәүлит тә, мин дә бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән оҡшаттыҡ. Донъя көтөргә әүәҫтер, йәш булһа ла йорт һалыуға ер участкаһы ла алған, тип уйланым. Ысынлап та, ирем һәр яҡтан килгән, ҡулы эш белә, балаларҙы ярата.

Нәсимә Хәлил ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһындағы 58-се һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштергән. Мәүлит Ғүмәр улы--шофер. Башта вахта ысулы менән Себерҙә йөрөһә, әлеге ваҡытта БШПУ-ла водитель булып эшләй. 20 йыл элек өйләнешеп, бер-береһенә биргән антҡа тоғро ҡалып йәшәй улар.

Ғаилә башлығының Арҡайым ҡасабаһындағы ер участкаһында донъяны улар бергә ҡора. Башта ваҡытлыса итеп яһалған торлаҡта--бәләкәй генә усаҡлыҡта торалар. 3 балалары шунда тыуа. Әсәлек капиталы алғас, 2013 йылда ҙур йорттарын һалып бөтөп инәләр.

Ғиззәтуллиндарҙың биш балаһы--3 ҡыҙҙары һәм 2 улдары донъяларының йәме, татыу ғаиләләренең биҙәге.

Өлкән ҡыҙҙары--Сәлимә Сибай педагогия колледжын тамамлап, Арҡайым башланғыс мәктәбендә 1-се кластарҙы уҡыта. Уҡыу йортонан тырыш ҡыҙ башланыс кластар уҡытыусыһы специальносынан тыш, өҫтәмә рәүештә математика, физкультура, логопед һөнәрҙәрен дә үҙләштереп сыҡҡан. 4-се круста уҡығанда уҡ Таулы ҡасабаһындағы 5-се мәктәптә хеҙмәт юлын математика ҡуҡытыусыһы булып башлаған. Водитель танытмаһы алған. Ҡыҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында психолог-социолог йүнәлеше буйынса ситтән тороп белем ала.

Икенсе улдары Азаматҡа 17 йәш. Уның сәләмәтлеге торошо сикле булғанлыҡтан, коррекцион мәктәптә уҡый. Уҡытыусылар башлыса уның янына өйҙәренә килә, аҙнаһына 1 тапҡыр Азамат үҙе лә мәктәпкә барып, балалар менән аралашып, мөхит алмаштырып ҡайта. 3-сө улдары Димгә 15 йәш, ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класта уҡый. Гөлиә Арҡайым мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға арған. Уны уҡтыусы Сәлимә апайы белем үрҙәренә әйҙәй. Кескәй Зилигә 3 кенә йәш, ул Арҡайым балалар баҡсаһына йөрөй.

Йәш ғаиләгә атай-әсәйҙәре--Хәлил һәм Һандуғус Рәсүлевтар, Ғүмәр һәм Таңбикә Ғиззәтуллиндар өй һалышырға ла, балаларҙы ҡарашырға ла ныҡ ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бынан бер нисә йыл элек Нәсимәнең атаһы Хәлил Барый улы гүр эйәһе булған. Әсәһе Һандуғас Абрар ҡыҙы Байышта йәшәй, уңайы сыҡҡан һайын уның янына барып хәлен белешергә, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә тырышалар.

Ете баға ғүмер биргән ҡайны-ҡәйнәһе--Ғүмәр һәм Таңбикә Ғиззәтуллиндар Икенсе Төркмәндә йәшәй. Уларға ла сикһеҙ рәхмәтле килендәре, тәү сиратта ире—Мәүлиткә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн һөйөнә. Ғиззәтуллиндарҙың бер бөртөк ҡыҙҙары--йәштәрҙе таныштырырыуға сәбәпсе булған Рәмилә лә Арҡайымда йәшәй. Ғаиләләге 6 малайҙың Мәүлит өсөнсөһө, уның үҙенән оло 2 ағаһы, кесе 3 ир туғаны бар. Малайҙарҙың 5-әүһенә ата-әсәһе Арҡайым ҡасабаһынан ер участкаһы алып йорт һалырға ярҙам итә. Бер генә улдары Алтын ҡасабаһында төпләнгән. Әйткәндәй, 5-се улдары Радмир әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул 2022 йылда Сибай концерт-театр берекмәһенә водитель булып эшкә урынлашып та өлгөрә, шунда уҡ өлөшләтә мобилизацияға ла эләгә. Алғы һыҙыҡҡа киткәс 3-сө сабыйы тыуһа ла ул һаман да хәрби бурысын үтәүен дауам итә.

Бер урында төпләнгән Ғиззәтуллиндар бер-береһенә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәй. Нәсимә Хәлил ҡыҙы һәм Мәүлит Ғүмәр улының ҡотло өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Сәләмәтлек мөмкинлеге бала баҡҡан әсә ҡул эштәре менән булышып, күңеленә йәм таба.

-Дүртенсе баламды—Гөлиәмде тапҡандан һуң миндә ҡул эштәренә һөйөү уянды. Тегенсе һөнәрем ошонда кәрәк булды ла инде: япмалы итәкле күлдәктәр тектем, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли биҙәүестәр яһай башланым, түшелдерек эшләнем, ҡорама ҡораным, буй юрғандар һырыным. Заказға бәлештәр бешереп һатырға ла әүәҫләнеп алдым,--ти күп балалы әсә Нәсимә Хәлил ҡыҙы.-Әммә минең төп бурысым—әсә. Шуға ла ваҡытымды тулыһынса балаларға бағышларға тырышам. Аллаға шөкөр, балаларым әрһеҙ, көнкүрештәге бөтә эштәрҙе күмәкләшеп башҡарып ҡуябыҙ. Дим атаһына тышта булышһа, ҡыҙҙар минең янда аш-һыу бүлмәһендә урала. Сәлимәбеҙ инде атай-әсәй, ҡусты, һеңлеләрем тип өҙөлөп тора, беҙҙе һәр яҡлап ҡурсалай, ярҙамлаша. Уның хәстәрен күреп, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирәбеҙҙер, тип һөйөнәбеҙ. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикле баланы бағыуы ла еңел түгел. Әммә Аллаһ Тәғәлә биргән һынауҙы ла лайыҡлы үтергә тырышабыҙ. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр бит. Балаҡайҙарым өлөшлө, шөкөр: Әсәлек капиталы алдыҡ, әле миҙал бирҙеләр, уға ҡушымта ла бар. Өлөштәренең мул, яҙмыштары аҡ булыуын теләйем!

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ гәзит уҡыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл һәммәбеҙгә лә өр-яңы бәхеттәр, иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ алып килһен!

Гөлдәр Ҡадаева.

фотолар Ғиззәтуллиндарҙың ғаилә архивынан

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас