АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Декабрь 2025, 16:15

Яугир әсәһе - милләт әсәһе

Баймаҡ районы Байыш ауылы егете, махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яҡташыбыҙ Эдуард Таштимеровтың әсәһе Бибикамал Абрар ҡыҙына "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы тапшырҙылар.

Яугир әсәһе -  милләт әсәһеЯугир әсәһе -  милләт әсәһе
Яугир әсәһе - милләт әсәһе

11 декабрҙә Өфөлә Бибикамал Абрар ҡыҙы Таштимерованы Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе" йәмәғәт миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына һәм Махсус хәрби операция осоронда Рәсәй позицияларын нығытыуҙа Милли йәмәғәт ойошмаларының роленә арналған халыҡ - ара ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, «Ватанды Һаҡлаусылар» Дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.

Бибикамал Абрар ҡыҙы-Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. Ире Нуриәхмәт Ғатаулла улы менән ике ул тәрбиәләй. Уларҙың береһе - Эдуард Нуриәхмәт улы 2022 йылда мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул ваҡытта Ул Сибай ҡалаһы ҡала округының граждандар һағы идаралығы начальнигы булып эшләй. 

Махсус хәрби операция зонаһында Эдуард Нуриәхмәт улы мотоуҡсылар полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың 10 апрелендә хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк була, аҙаҡҡаса хәрби антына тоғро ҡала. Яҡташыбыҙ РФ Оборона министрлығының II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы; «428 МСП» «Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы; «Генерал М.М. Шайморатов» миҙалы; Батырлыҡ Ордены (үлгәндән һуң), шулай уҡ «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» ведомство миҙалы менән бүләкләнде.

 

Баймаҡ районы Байыш ауылы егетенең батырлығын халыҡ онотмаҫ. Ә батыр ул үҫтергән әсәгә ҙур рәхмәт!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас