АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Декабрь 2025, 17:50

Алтынға тиң ғүмер

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк. Ошо көндәрҙә Йылайыр районы Байғужа ауылында Мәхиән һәм Рәйлә Тауылбаевтарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 50 йыл булды.

Алтынға тиң ғүмерАлтынға тиң ғүмер
Алтынға тиң ғүмер

Байғужа ауылы клубынан хәбәр итәләр:

 


Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк.

Ошо көндәрҙә Йылайыр районы Байғужа ауылында Мәхиән һәм Рәйлә Тауылбаевтарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 50 йыл булды. Шул айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Алтынға тиң ғүмер" исемле алтын туй тантанаһы үткәрелде. Юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы В.Й.Игебаев, балалары, туғандары, дуҫтары ҡотлап, йылы теләктәрен еткерҙе. Тауылбаевтарға тағы бер тапҡыр алдағы тормоштары тағы ла матурыраҡ, доньялары теүәл, һаулыҡтары ныҡлы, ғүмерҙәре оҙон, бәхеттәре тулы булыуын теләге килә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һеҙгә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә ерҙә йәшәргә!

Алтынға тиң ғүмер
Алтынға тиң ғүмер
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас