АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
2 Декабрь 2025, 10:55

Иҫән-һау ҡайт, Таһир!

Уға яу яланынан һалдаттарҙы сығарыу бурысы йөкмәтелгән. Таһир үҙенә йөкмәтелгәнде батырҙарса үтәй, шуға ла миҙал менән бүләкләнгән. Ҡыйыу йөрәкле ауылдашыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Иҫән-һау ҡайт, Таһир!Иҫән-һау ҡайт, Таһир!
Иҫән-һау ҡайт, Таһир!

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү — ул ҡыйыу кешеләр өсөн һынау.
Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Өмөтбай ауылынан алғы һыҙыҡта йөрөүсе “Татарин” позывнойлы яҡташыбыҙ Садыҡов Таһир Тәлғәт улы ла бына шундайҙарҙан. Тыуған илгә хәүеф янағас, батыр һалдаттар сафҡа баҫа һәм дошмандың һөжүмен кире ҡаға.Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ яу яланында ҡалған һалдаттарҙы сығарыусы булып хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ауылдашыбыҙ миҙал менән бүләкланде.
--Илде һаҡлау—һәр ир-егеттең төп бурысы,--тигән фекерҙә ул.
Хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм хәүеф хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә. Тыуған яҡтан,ауылдаштарыбыҙҙан гуманитар ярҙам килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс. Ауылдаштар исеменән ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт еткерә. Ойоҡбаштар, тәмлекәстәр, йыуыныу әйберҙәре, өй күстәнәстәре ҙур ярҙам ти ул.
Бында уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай.


Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, Таһир!

 

Юлиә Билалова.
Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы.

Автор:
Читайте нас