

Файза Әҙеһәм ҡыҙы Хәсәнова Ҡуяндар ауылында 1941 йылда тыуған. Атаһы Әҙеһәм Арыҫланов һуғышҡа китә һәм ҡайтмай. Бәләкәйҙән ауырлыҡтар күреп, эшкә бөтмөр булып үҫкән ҡыҙ буй еткереп, Ниғәмәт ауылына килен булып төшкәс, егәрлелеге, иғтибарлығы, ихтирамлығы, шаян-
лығы менән барыһының да күңелен яулай. Механизатор булып эшләгән ире менән 5 балаға ғүмер биреп, ҡәйнәһе Камила менән 20 йылға яҡын тиң-татыу йәшәп, барыһын да һоҡландыра ул.
—Колхозда ырҙында ла эшләнем, сөгөлдөр ҙә утаным. Ниғәмәткә килгәс, балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым. Тәрбиәсе ярҙамсыһы булдым. Эштән сығып, бесәнгә барып та өлгөрҙөм. Беҙҙең быуын—ныҡлы быуын, бөтә эш ҡул көсө талап итте. Бер ҡасан да зарланып, бөлөнөп йәшәмәнем. Нисәнселер йылда өйөбөҙ янып китте, электр сымынан ут сыҡҡайны. Балалар бәләкәй ине әле. Ауыл халҡы күмәкләп ярҙам итте. Рәхмәтлемен! Яҡшы кешеләр күп ул. Балаларымды ла изге булырға өндәйем, кешене кәмһетмәгеҙ, хеҙмәт һөйөгөҙ тип үҫтерҙем,—ти Файза инәй.
Биш балаһының бөгөн өсәүһе иҫән. Файза инәй Рәмил улы, килене менән бергә ауылда тора. Ҡайһы саҡ Себер тарафтарында йәшәгән ҡыҙы Рәмиләгә бара. Һикһәнен һикереп, туҡһанынсы йәшен тураҡлай башлаған инәй бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтен тойоп, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп ғүмер кисерә. Әйткәндәй, беҙ барғанда бүләсәре Камилаға таҡмаҡ әйтеп, бейетеп тә алғайны. Берсә үткәндәрен иҫенә төшөрөп, берсә иртә киткән улдарын юҡһынып балаларса илаған, берсә ҡәйнәһенең исемен йөрөткән бүләсәренә кет-келдәп көлгән Файза инәйгә ҡарап, аҡ-ҡаранан торған был тормошта бөгөлмәй йәшәү өсөн күпке көс кәрәклеген аңлайһың.
Эйе, илата ла, йырлата ла был донъя. Тик әсәйҙәргә бирешергә ярамай, тормош уларҙан һәр саҡ уяулыҡ талап итә. Сөнки нәҡ улар, өлгө булып, беҙҙең күңел ҡапҡалары янына һаҡҡа баҫҡан.
Резеда Усманова.
* Авторҙың рөхсәтенән тыш, башҡа матубғат сараларына мәҡәләне алыу тыйыла.