АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Ноябрь 2025, 10:40

Ожмахтай еребеҙҙә йырлап йәшәһәк ине...

Сибай концерт-театр берекмәһе, элеккесә филармония, өс тиҫтәнән ашыу эшләү дәүерендә бик күп йырсыларға юғары сәнғәт донъяһына трамплин булды, ҡанат ҡуйҙы, камиллашырға мөмкинлек бирҙе, хатта ғүмерлек эш урынына әйләнде. Йыр-моңға, бейеүгә һәләтлеләрҙе, мәҙәниәткә ғашиҡтарҙы бер урынға туплаған ижад йорто магнит кеүек республикабыҙ таланттарын үҙенә тартып тора. Шулар араһында Ишембай районы ҡыҙы Алина Вәхитова ла бар. Тиҙҙән, 28 ноябрҙә, йәш йырсы Сибай тамашасыларына үҙ концертын тәҡдим итә. Ошо уңайҙан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ожмахтай еребеҙҙә йырлап йәшәһәк ине...Ожмахтай еребеҙҙә йырлап йәшәһәк ине...
Ожмахтай еребеҙҙә йырлап йәшәһәк ине...

—Алина, үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле?
—Мин Юрматы ҡыҙы. Шағир Рауил
Ниғмәтуллин, Вафа Әхмәҙиевтар маҡтап шиғырҙар ижад иткән хозур тәбиғәтле Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуҙым. Ауылым урман-тауҙар ҡосағында урынлашҡан.
Беҙ ғаиләлә өс бала. Мин атайымдың малай тип көткән икенсе ҡыҙы. Атайым менән әсәйемдең йылы ҡосағында иркәләнеп үҫкән баламын.
Мәктәп йылдарына килгәндә, Ғүмәр ауылында 6-сы класҡа тиклем уҡығандан һуң, 7-сегә Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатына уҡырға барҙым. 9-сы класты тамамлағас, йырсы булырғамы, әллә медицина училищеһына барырғамы тигән һорау тыуҙы. Апа-йым менән әсәйемдең һүҙен йыҡ-май Стәрлетамаҡтағы медучилищеға документтарҙы тапшырҙым. Август етеп килә, ә минең унда барғым килмәй. Был хаҡта апайыма әйттем, апайым әсәйемә белгерткән. Шунан беҙ өсәүләп бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әсәйем күндерә алмағас: «Үҙе абынған иламай»,—тип ризалыҡ бирҙе. Атайым был ваҡытта ҡырҙа эштә ине. Иртәгәһенә Стәрлегә барҙыҡ, медицина учлищеһында документтарымды бирмәй йонсоттолар. Шулай ҙа алдыҡ һәм Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжына тапшырҙыҡ. Студент йылдарҙы, бергә уҡыған курс-таштарымды, уҡытыусыларымды бик һағынып, йылы иҫкә алам. Айырыуса вокал буйынса уҡытҡан Ғилманова Мәликә Нәжип ҡыҙына оло рәхмәтлемен. Колледжды тамамлағас, Нефтекама дәүләт филармонияһына эшкә килдем.
—Ә нисек Сибайға килеп юлыҡтығыҙ?
—Нефтекамск филармонияһынан китеп, ярты йыл бөтөнләй икенсе тармаҡта—матурлыҡ йүнәлешендә, йәғни маникюр эшләнем. Ҡарап тороуға еңел тойолһа ла бик ауыр эш ул. Ҡыйынлығынан ҡасманым, ә күңелем кире йырға, сәхнәгә тартыла башланы. Миңә нимәлер етмәгән һымаҡ ине. Шул саҡ Сибайға килдем, минең йырлағанымды тыңланылар һәм эшкә саҡырҙылар. Шатланып килдем. Ошо йылдарҙа З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт институтының музыка факультетында эстрада-джаз башҡарыу бүлеген тамамланым.
—Ә йыр-моңға һөйөү ҡайҙан килә?
—Йырлау һәләте атайым яғынан да, әсәйем яғынан да бирелгәндер. Атайым гармунда оҫта уйнай, әсәйем яғынан олатайым оҙон көйҙәрҙе матур башҡара. Шулай уҡ атайымдың ағаһында Дәреғәт бабайҙы иҫкә алып үтәйем. Ул Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының тынлы музыка ҡоралы—торба бүлеген тамамлап, хәрби оркестрҙа уйнаған. Ҡартатайымдың ике туған һеңлеһе үҙешмәкәр композитор. Мәрйәм Солтанова бик күп йырҙар авторы, Маҡар ауылының моңло һандуғасы, минең инәйем. Ғөмүмән, ике яҡлап нәҫел-нәсәбем йыр-моңға ғашиҡ.
—Тәү ҡат сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ?
—Беренсе башҡарған йырым шул тиклем тиҙ әҙерләнде. Миңә 5 йәш ине, Яңы йыл кисәһенә әсәйем миңә шиғыр ятлатмаҡ булды ла, ҡапыл ғына кейенеп сығып китте. Күптә үтмәй ҡулына кассета тотоп килеп инде. Баҡ тиһәң, ул күршеләргә инеп кассета алып сыҡҡан икән. Бер төн эсендә Гөлдәр Ишҡыуатованың «Ҡара бесәй балаһы» йырын йырларға өйрәндем һәм сәхнәгә сыҡтым. Ҡалай йырлағынмындыр, әммә халыҡ йылы ҡабул иткәнен иҫләйем. Шунан мине клубта, мәктәптә үткән төрлө сараларға йәлеп итә башланылар.
—Тимәк, сәнғәткә юл «ҡара бесәй»ҙән башланған. Ғәҙәттә, юлға ҡара бесәй сыҡһа, юл уңмай тиҙәр. Ә һеҙгә ул уңышлы юлды—сәнғәткә юлды асҡан. Сәнғәткә юлды һайлағанға үкемәйһегеҙме?
—Баштараҡ булды. Янып китәһең, төшөнкөлөккә биреләһең, кире ҡабынаһың. Был һәр кем менән дә булалыр, тип уйлайым. Әммә әлеге мәлдә үкенеү хисе юҡ. Һайлаған һөнәремде, эшемде яратам. Шөкөр, юлыма яҡшы кешеләр күберәк осрай.
—Артистарҙың ғүмеренең күп
өлөшө гастролдәрҙә үтә? Ялҡыт-маймы?
—Тәүҙә мин гастролдәргә өйрәнә алмай йонсоном, улар миңә ауыр
тойола ине. Концерт ҡуйыу бер ни түгел, ә бына ят кешеләр менән ҡунаҡханаларҙа йәшәү, унар көн буйы өйгә ҡайтмау миңә ҡыйын бирелде. Тора-бара өйрәндем, хәҙер ғәҙәти хәл инде.
—Сәхнәлә ниндәй уңыштар яуланығыҙ?
—Әллә ниндәй ҙур ҡаҙаныштарым бар тип әйтә алмайым. Өйрәнәм, камиллашам, тәжрибә туплайым. 2022 йылда «Юлдаш» радиоһының февраль хит-парадында еңдем, ә 2023 йылда «Юлдаш plus» милли йәштәр фестивалендә октябрь айының еңеүсеһе булдым. Шулай уҡ 2023 йылда Сибай филармонияһында «Йылдың иң яҡшы вокалисы» номинацияһын яуланым. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар ҙа алғаным булғыланы. Яңы йырҙарҙы тамашасыларыма тәҡдим итергә тырышам. Йыр һайлағанда көйөнә лә, һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә иғтибар итәм. Үҙемдең тауышым тура килгән йырҙарҙы һайларға тырышам.
—Күңелегеҙгә эстрада йырҙары яҡыныраҡмы, әллә халыҡ йыр-ҙарымы?
—Икеһенә берҙәй ҡарайым. Сөләймән Абдуллин, Ғәли Хәмзин башҡарыуындағы оҙон көйҙәрҙе тыңлап, улар кеүек урын еренә еткереп йырларға тырышам. Халыҡ ижадын өйрәнәм. Эстрада йырҙарын да яратам.
—Йырҙан башҡа нимә менән мәшғүл булырға яратаһығыҙ?
—Бөгөнгө көндә йырҙан тыш аныҡ ҡына икесе шөғөлөм бар тип әйтә алмайым. Бөтә ваҡыт сәнғәткә китә, гастролдәр, концерттар күп. Шулайҙа буш ваҡытымда психология менән ҡыҙыҡһынам, һәр ваҡыт яңы белемгә ынтылам һәм аш-һыу әҙерләргә яратам.
—Һеҙҙең тиҙҙән шәхси кон-цертығыҙ. Яңылышмаһам, был тәү-
геһе. Ҡурҡытмаймы? Тулҡынланаһы-ғыҙмы? Тамашасыларҙы нимә көтә?
—Әлбиттә, тулҡынланам, ҡурҡам да. Был минең тәүге шәхси концертым. Оло яуаплылыҡ, тырышлыҡ талап итә. Урын-еренә еткереп алып барып сығарырға ине. Тамашасыларҙы бай йөкмәткеле концерт көтә. Бында халыҡ, эстрада, ретро, сит ил йырҙары ла була. Матур-матур дуэттар күрерһегеҙ. Сибай концерт-театр берекмәһенән Йәғәфәр Нәҙершин, Ғаяз Ғәйетбаев, ижадташ дуҫтарым, Сибай концерт-театр берекмәһенең оркестры, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Эдельвейс» кордебалеты ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ—Ян Лира. Килегеҙ, күрегеҙ, күңелегеҙгә ял алығыҙ!
—Иң ҙур теләгегеҙ?
—Әлбиттә,иң ҙур теләгем—донъялар тынысланһын, еребеҙ имен булһын!
Ожмахтай еребеҙҙә йырлап ҡына йәшәһәк ине!

Автор:РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас