АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Ноябрь 2025, 09:50

Ике улы ла ил һағында

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән Фәниә Иштановаға һоҡланмау мөмкин түгел. Уның «Башҡорт» һәм «Арс» позывнойлы улдары махсус хәрби операция биләмәһендә. Ике улы ла Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм яу биләмәһенә юллана. «Арс» улы Чечня яуын үтеп, тотош Төньяҡ Кавказды урап сыҡҡан егеттәрҙең береһе. Был юлы ла һис бер икеләнеүһеҙ үҙ Ватанын һаҡларға китә. Әсәһенең бер яуҙан иҫән-һау ҡайттың, нишләп тағы ла барырға теләк белдерҙең, тигән һорауына: «Әсәй, мин ситтә тороп ҡала алмайым»,—тип яуаплай.

Ике улы ла ил һағындаИке улы ла ил һағында
Ике улы ла ил һағында

Беҙ барғанда «Башҡорт» позывнойлы яугир апрелдә яраланғандан һуң, госпиталдә дауаланып, ғаиләһе янына ҡайтҡан ине. Ул ҡырғыҙ ҡыҙына өйләнгән һәм күптән түгел ҡыҙҙары Азалия донъяға килгән.
—Киленде башҡортсаға өйрәтеп алдыҡ,—ти ике яугир үҫтергән әсәй.—Улдарымды уйламаған көнөм, минутым юҡ. Ятһам да, торһам да уларҙың һаулығына доғалар уҡыйым, Хоҙайҙан ярҙам итеүен һорайым. Тиҙерәк Еңеү килеүен, улдарымдың иҫән-һау ғаиләләре янына ҡайтыуҙарын теләйем. Ҡорбандар салдырып, аяттар бағышланыҡ. Әле кескәй бәпәйебеҙ менән булышып, бер аҙ һағыштарҙы ситкә ҡуйып торһаҡ та, кис етһә, йөрәк әрней башлай. Ҡулымдан телефон төшмәй, улдарым ҡасан бәйләнешкә сыға йә иһә хәбәр яҙа инде тип көтөп кенә йөрөйһөң. Бигерәк тә алғы һыҙыҡҡа инһәләр, тыным менән һурып алғандай булып ултырам.
Ысынлап та, ниндәй генә заман булмаһын, балаһы өсөн әсәнең йөрәге һыҙламаған көнө юҡтыр: тыныс тормоштамы, ауыр саҡтамы, илгә килгән ҡайғылы осорҙамы әсә кешенең күңеле һыҙлана. Ул улы йә ҡыҙы өсөн борсола, уның шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнә, ауыр ваҡыттарын үҙ йөрәге аша үткәреп, нисек кенә үҙе эстән һыҙланһа ла балаһы өсөн белгертмәй, уға тик яҡшылыҡтар ғына теләүен дауам итә. Һәр саҡ уны көтә, йылы усағын һүндермәй, үҙе бешергән ризыҡтарын ултырта, күңеле менән генә булһа ла ғәзиз кешеһенең тиҙерәк янына ҡайтып килеүенә доғалар ҡыла. Быны тик әсә йөрәге, әсә күңеле, әсә тигән бөйөк кеше генә башҡара алалыр.
Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә улдары махсус хәрби операция биләмәһендә булған әсәйҙәр менән осрашып, аралашҡандан һуң һәр саҡ шундай фекергә киләһең. Яугир әсәләренең сабыр булыуҙарына һоҡланаһың, улдары өсөн ғорурлыҡ кисереүҙәренә ҡыуанаһың. Фәниә Шиһабетдин ҡыҙы ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ һәм күндәмлек сифаттарын үҙенә туплаған ябай ауыл ҡатыны. Бар йөрәге менән улдары өсөн һыҙланып ултырһа ла, беҙҙең менән аралашҡанда үҙен тап яугир әсәләренә хас булғанса, рухи яҡтан ныҡ ышаныслы тотто. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән замандашыбыҙҙың берҙән-бер ҡыҙы Нәркәстең дә кейәүе махсус хәрби операцияла. Улар Ауырғазы районында йәшәй. Балалары Фәниә апайға 15 ейән-ейәнсәр, дүрт бүлә-бүләсәр бүләк иткән.
Илгә килгән бәлә бар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән: Фәниә Шиһабетдин ҡыҙы ла яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн маскировкалау селтәре үреүҙә ҡатнаша, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә.

 


Кәримә Усманова.
Һүрәттә: ике яугир ул үҫтергән Фәниә Иштанова.

Автор:
Читайте нас