Замандаш
23 Ноября 2025, 11:05

Егеттәр телде яҡшы белә

Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжынан 2-се курс студенттары - Билалов Батырхан һәм Радченко Александр башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында призер булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Егеттәр телде яҡшы беләЕгеттәр телде яҡшы белә
Егеттәр телде яҡшы белә

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен Һәм Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы үтте. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжынан 2-се курс студенттары - Билалов Батырхан һәм Радченко Александр сығыш яһаны. Олимпиада йомғаҡтары буйынса, беҙҙең егеттәр призер булды һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы дипломы менән бүләкләнде. Батырханды, Александрҙы һәм етәксеһе Аллағолова Милә Зөфәр ҡыҙын еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас