АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
21 Ноябрь 2025, 08:50

Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһө

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов бер төркөм яугирҙәргә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән булдырылған наградалар тапшырылыуын хәбәр итте.

Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһөБатырлыҡтары - һөйөү өлгөһө
Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһө

Һәр дәүерҙең—үҙ геройҙары. Бөгөн илебеҙҙә барған махсус хәрби операция улар һанын арттырҙы һәм арабыҙҙа илһөйәрҙәр, ҡыйыуҙарҙың күплеге ғорурлыҡ уятты.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов бер төркөм яугирҙәргә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән булдырылған наградалар тапшырылыуын хәбәр итте.
—Беҙ махсус хәрби операция барышында ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн «Батырлыҡ» ордены Алексей Игоревич Ляпкинға, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Илнур Булат улы Ғәлиевҡа, «Жуков» миҙалы Фәнил Йәмил улы Аҡөбәковҡа бирелде. Былар ябай награда ғына түгел, ул--беҙҙең егеттәрҙең махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығын, сыҙамлылығын һәм антҡа тоғролоғон таныу. Уларҙың батырлығы--ысын патриотизм һәм Ватанға һөйөү өлгөһө. Беҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уларҙың ҡыйыулығы районыбыҙ тарихында һәм йөрәктәребеҙҙә мәңге ҡаласаҡ. Алексей, Илнур һәм Фәнилгә ныҡлы һаулыҡ, рух көсөн һәм сыҙамлығын теләйем!—ти район башлығы Борис Николаевич.

Беҙ ҙә уның һүҙҙәренә ҡушылабыҙ һәм яҡташтарыбыҙҙың имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһө
Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһө
Батырлыҡтары - һөйөү өлгөһө
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас