АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
15 Ноября 2025, 05:00

Батыр йөрәкле Йәнекәевтар

Йәнекәевтәр нәҫеленең ғорурлығы булған яугир - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Өлфәт Йәнекәевтың «Батырлыҡ өсөн» миҙалын атаһы юлын һайлап, уныҡы кеүек һөнәр үҙләштереп йөрөгән улы Динислам ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алған. Өлфәт Йәнекәевтың бер туған ҡустыһы Зөлфәт Һиммәт улы ла алғы һыҙыҡта булған.

Батыр йөрәкле ЙәнекәевтарБатыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар

 

Октябрь айында Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Максим Москалев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Наградланыусылар араһында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып үҫеп, Сибайҙа уҡып, Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Өлфәт Йәнекәев тә бар. Ул махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһаланған. Мотоуҡсы, сержант Өлфәт Йәнекәевтың был миҙалын уның 19 йәшлек улы Динисламға тапшырҙылар. Динислам Йәнекәев әлеге көндә Магниогорск күп профилле колледжында уҡый. Сарала яҡташыбыҙҙың бер туған апаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Мәҡсүдә Һиммәт ҡыҙы һәм Сибайҙан бер туған һеңлеһе Гөлнара Һиммәт ҡыҙы ла ҡатнашты.

-Ил өсөн ауыр мәлдә геройҙарыбыҙ үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй алғы һыҙыҡта дошманға ҡаршы көрәшә. Беҙҙең бурыс—уларҙың батырлыҡтарын онотмау. Йәш быуынға тыныс тормоштоң нисек яуланыуын батырҙар миҫалында күрһәтергә тейешбеҙ,--тине етәксе, яугирҙәрҙең орден-миҙалдарын яҡындарына тапшырғанда.

Өлфәт Һиммәт улы Йәнекәев Сибай интернатын тамамлай. Зирәклеге, отҡоролоғо менән башҡаларҙан айырылып торғаны, яҡшы өлгәшкәне өсөн Ҡырымдағы «Орленок» Бөтә Союзға пионер лагерына путевка менән бүләкләнә. Сибай ҡалаһының таусылар техникумын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын урман хужалығы предприятиеһында башлай. Унан һөнәре буйынса Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Ҡеүәтле комбинатта ла ул һынатмай, тырышып эшләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Махсус хәрби операция башланғас ул илдә барған хәлдәргә битараф ҡала алмай һәм 2023 йыл июнь айында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Йәнекәевтәр нәҫеленең ғорурлығы булған яугирҙең «Батырлыҡ өсөн» миҙалын атаһы юлын һайлап, уныҡы кеүек һөнәр үҙләштереп йөрөгән улы Динислам ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алған.

Өлфәт Йәнекәевтың бер туған ҡустыһы Зөлфәт Һиммәт улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Зөлфәт тә ағаһы кеүек, бәләкәй сағынан йылғыр, уҡыуға шәп була. Сибай интернат-мәктәбендә ул үҙен бөтә яҡтан килгән спортсы итеп таныта. Йүгереүҙә, саңғы уҙышында гел алдынғы булып, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң Зөлфәт Мәскәү өлкәһенең Иваново ҡалаһында В.И.Ленин исемендәге Энергетика университетына уҡырға инә. Йәш белгес «Ирәндек» совхозында эш башлай. Илдәге булған үҙгәрештәр, болалар ул ваҡыттағы йәштәрҙең күбеһенең яҙмыштарында сағылмайынса ҡалмағандыр. Зөлфәт Һиммәт улы ла Сибай ҡалаһының төрлө ойошма-предприятиеларында, төрлө вазифаларҙа эшләй. Ябай электриктан алып цех начальнигы, баш энергетик, «БашРес» йәмғиәтендә өлкән мастер вазифаһын башҡара. Әлеге көндә Сибай тау байыҡтырыу комбинатында баш энергетик булып эшләй. Йәш саҡтан сынығып үҫкән егет йөрәге ҡушыуы буйынса алғы һыҙыҡта ла булып ҡайта. Ундағы бөтә хәлдәрҙе уға үҙ йөрәге аша үткәрергә тура килә

Һиммәт һәм Хәҙисә Йәнекәевтәр бөтә балаларын да уҡытып, һөнәрле итеүгә бөтә тырышлығын һала. Атайҙары ҡыҙ һәм улдары—Анфиса, Мәҡсүдә, Рәсимә, Вилүр, Өлфәт, Зөлфәт һәм Гөлнараға урлашмай, алдашмай, кеше өлөшөнә теймәй ғәҙел йәшәгеҙ, тип васыят әйтеп ҡалдыра. Бөгөн дә улар шул васыятҡа таянып йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары булған ата-әсәһе балаларында хеҙмәткә,Тыуған илгә, халҡына патриотик һөйөү тәрбиәләй. Бер ғаиләнән ике яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы быға асыҡ дәлил.

Гөлдәр Иҙрисова.

 

Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Батыр йөрәкле Йәнекәевтар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас