

Нәйля Ирек ҡыҙы Щербакова—Сибай ҡыҙы, әле уға 28 йәш. Сибай медицина колледжын бөткән яҡташыбыҙ үҙе теләп махсус хәрби операцияға юлланған.
—Медицина колледжын тамамлағас, Екатеринбург тарафында 4 йыл эшләгәндән һуң, махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттем һәм ике йылға контракт төҙөнөм. Йәнә бер йылым бар әле. Тәүҙә йүнәлтмә буйынса танк батальонына эләктем, яугирҙәргә тактик медицина серҙәрен өйрәттем, тәүге ярҙам күрһәттем. Унан ҡабул итеү-сортировка взводында фельдшер итеп күсерҙеләр. Бөгөн Кременная ҡалаһындамын, медицина тәьминәте буйынса эшләйем,—ти сержант ҡыҙ.
Әйтергә кәрәк, Нәйлә Ирек ҡыҙы махсус хәрби операция тормошомдо ғына түгел, аңымды, фекерләүемде ҡырҡҡа үҙгәртте тип белдерә. «Күп нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәндем, тормошҡа бөтөнләй башҡаса ҡарайым. Бөгөн ундағы һәм киләсәктә тыуған яҡтарға ҡайтҡан яугирҙәргә психологик ярҙам күрһәткем килә. Шуға Сибай институтына ситтән тороп уҡырға ла индем, психолог һөнәрен үҙләштерәм»,—ти Нәйлә.
Әйткәндәй, батыр ҡыҙ ошо көндәрҙә яугир егет Денис Климанов менән никахлашты. Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Яҙманы башҡа мәғлүмәт-матбуғат сайттарына, социаль селтәрҙәргә авторҙың рөхсәтенән тыш алыу тыйыла. Тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында донъя күрәсәк.
Автор фотоһы.