

Йылайыр районыны хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов әйтеүенсә, Илфат Илшат улы һәм Айгөл Флорит ҡыҙы Үтәшевтар «Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы социаль түләү алған һәм 2024 йылда Матрай ауылындағы йортон төҙөп бөткән. Йорттоң дөйөм майҙаны 100 метр квадраттан ашыу. Был программа буйынса йылына 1 ғаилә ярҙам ала. Быйыл финанслау булмаған.
Әйткәндәй, әлеге программа районда 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо дәүерҙә 7 ғаилә, шуларҙың 5-һе күп балалы, шәхси йорт һалыуға түләү алған. Әле 30 ғаилә сиратта тора.
Мәғлүмәт сығанағы: https://mgazeta.com/articles/vazhno/2025-11-11/mechta-sbylas-semya-utyashevyh-poluchila-subsidiyu-i-pereehala-v-svoy-dom-4461090
Фото: Йылайыр хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәре.