АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
9 Ноябрь 2025, 04:45

Иманын юлдаш итһен!

Башҡортостан медицинаһында ауыр юғалтыу Өфөлә 49-сы йәшендә медицина фәндәре кандидаты Ғайсар Мөхәмәтйәнов мәрхүм булды.   Был хаҡта Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан хәбәр итәләр.  

Иманын юлдаш итһен!Иманын юлдаш итһен!
Иманын юлдаш итһен!

 

 
 
Башҡортостан  медицинаһында ауыр юғалтыу
 
Башҡортостан медицинаһында ауыр юғалтыу

  –  Медицинаға хеҙмәт итеү һәм пациенттар тураһында хәстәрлек күреү   Ғайсар Самат улы өсөн ябай эш кенә булманы, ә ғүмерлек бурысы ине.  Академия коллективы уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, – тиелә унда.

Ғайсар Самат улы  1977 йылдың 16 апрелендә билдәле ғалимдар һәм уҡытыусылар Самат Әбдрәхим улы менән Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә тыуа.   Уның бөтә ғүмере медицина менән бәйле була. Уҡыусылары һәм коллегалары Ғайсар Самат улының кешеләргә ярҙам итергә әҙер тороусы, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән юғары класлы профессионал булыуын билдәләй.

 Республикабыҙҙың абруйлы шәхестәре, яҡташтарыбыҙ, Сибай, Баймаҡ районында тыуып үҫкән, ошо төәбктең мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән, оҙаҡ йылдар  мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы менән  ғалим-педагог, философия фәндәре докторы, профессор  Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең октябрь һандарында Самат Мөхәмәтйәновтың "Алаҡай" хикәйәһе донъя күргәйне.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас