

Әбйәлил районының Исҡужа ауылында йәшәгән ҡыҙ 1974 йылда Билал ауылы егете Рәмил Айнулла улына кейәүгә сыға. Мәктәптә йыйыштырыусы булып хаҡлы ялға сыҡҡандан алып яратҡан шөғөлөнә тотона. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен, селтәр, ҡашмау эшләй. Диван-ултырғыс ябыуҙары, арҡыры-буй ҡорамалар тегә.
—Ирем менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы эйәле-башлы иттек. Әле 12 ейән-ейәнсәргә, ике бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәймен. Ҡыҙҙарыма ла, ейәнсәрҙәремә лә бүләккә төрлө биҙәүестәр эшләнем, ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым. Хәҙер ҡул эштәре менән ваҡыт үткәреү, күңел бушатыу өсөн булышам. Үҙ ҡулдарым менән тыуҙырған матурлыҡты күреү, эшләгән эштәремдең башҡаларҙы ҡыуандыра алыуы—минең өсөн иң ҙур бәхет. Әле баҡса эштәре тамамланды, ҡырҡып һалған ҡорамаларым көтөп ята, шуларҙы эшләйәсәкмен. Төҫтәрҙе бер-береһенә оҡшатып һайлайым, төрлөсө ҡырҡып, ҡороп башҡарырға тырышам. Күҙҙең яуын алып торған төрлө төҫтәге ҡорамаларға ҡарап, үҙемдең дә кәйеф күтәрелә,—ти Билал оҫтабикәһе Зәһинә Ғәле ҡыҙы.
Әле Билал ауылы оҫтаһы сергетыш эшләү менән булыша. Береһен тамамлап ҡуйған, икенсеһен башлаған. Киләһе йылда «Башҡорт аты» фестивалендә, бәлки, тап Зәһинә Ғайсина эшләгән сергетыш беренсе урын алыр.