

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан да бик күптәр золом ҡорбанына әүерелә. Рысҡужиндар, Шараповтар, Шаһимовтар нәҫеле алдап ошаҡлаусылар, нахаҡ һүҙ йөрөтөүселәр арҡаһында ҙур зыян күрә. Заманында «халыҡ дошманы» тигән мөһөрҙән ҡасып, уларҙың күптәре икенсе фамилияға күсеп бөтә.
Бөгөнгө көндә Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Хисмәтулла Суфиянов әсәһе яҡлап өләсәһен, ҡартатаһын бөтөнләй күргәне юҡ. Әсәһенең һөйләүе буйынса ғына Зариф Рысҡужиндың Өфөгә МВД совхозына ғаиләһе менән ебәрелеүен белә.
—Әсәйем кейәүгә сыҡҡан була, шул сәбәпле генә тороп ҡала. Зариф ҡартатайым менән Ғәзизә өләсәйем 1930 йылдың март айында өс ҡыҙын алып Өфө тарафына сығырға мәжбүр була. Бер ниндәй ҙә яманатлыҡ эшләмәгәндәр, бары тик мал күп тотоп, етеш йәшәгән булалар. Ауылдаштарынан кемгәлер был оҡшамаған, күрәһең. Малдарын тартып алып, уларҙы сығарып ебәрәләр. Өфө яғында уларҙың Зиннур тигән улы тыуа. Уның Рысҡужиндан Расғужин булып китеүен, аҙаҡ үҙенең Рәмил, Рөстәм, Дамир исемле улдары тыуыуын беләм. Ҡартатайым менән өләсәйемде күрмәнем мин. Әсәйем һеңлеләре менән ҡатышып йәшәне. Ул апайымдарҙың илап һөйләшеп ултырғандарын иҫләйем, әммә бер нәмәне лә яҙып алмағанбыҙ. Зариф ҡартатайымдың бер туғандары Һибәт, Баҡый, Мөхәмәтҡужа ла репрессияға эләгә. Һөйләүҙәренсә, Үрге Яйыҡбайҙа бер туғандар бер урынға ғына өй һала. Бер урамда теҙелешеп кенә урынлашалар улар, бик етеш йәшәйҙәр, егәрле булалар. Шәжәрәлә күренеүенсә, уларҙың атаһы Дәүләтҡол йә Дәүләткирәй булған. Репрессияға эләккәс, уларҙан тыуған малайҙар Дәүләтов булып киткән,—ти Хисмәтулла ағай.
«Хәтер китабы»нда Зариф, Мөхәмәтҡужа, Һибәт тураһында бер аҙ белешмә бар. Барыһына ла: «Башкир, неграмотный колхозник» тип яҙылған. Ә Баҡый тураһында ниңәлер бер нәмәлә әйтелмәй. Шуныһы аяныслы: «халыҡ дошманы» тип табылған ошо ир-егеттәрҙең балалары ата-әсәһе менән бергә ғазаптар кисереп, ғәйепһеҙ килеш ғәйепле булып буй еткерә, аҙаҡ һуғыш башланғас илен һаҡлайым тип фронтҡа алына. Юҡтан ғына дошман яһаған үҙ илен улар батырҙарса фашистарҙан яҡлай.
Ғүмер буйы колхозда ветеринар булып эшләгән Хисмәтулла Суфиянов атаһы яҡлап ҡартатаһы Хажи Суфияновтың да репрессия ҡорбаны булыуын әйтте. Был нәҫелдә муллалар ҙа күп булған, улар үҙ дәүерендә хаж ҡылған.
Әлбиттә, золом ҡорбандары йылдар үткәс аҡланды. Әммә ошо яңылыш аҙым күпме яҙмыштарҙы боҙҙо, күпме балаларҙы етем итте, тол ҡатындарҙы арттырҙы, ғаиләләрҙе тарҡатты, иң аҡыллы, талантлы, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе юҡ итте, халыҡта ҡурҡыу, бер-береһенә ышанмаусанлыҡ уятты. Сәйәси золом ҡорбандарын иҫләп, тарихтың хаталы биттәрен уҡып, беҙ бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡарашта терәк булып, алдынғы ҡарашлы, белемле, егәрле замандаштарыбыҙҙы өлгө итеп йәшәү—иң дөрөҫ юл икәнен аңларға тейешбеҙ.
Резеда Усманова.